Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 491


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕМТЕШЕҮ
ла, колбаса, селёдкаларҙы семсенгән булып ултырҙы. Ф. Иҫәнғолов.
2. Үлән өҙөп ашау (хайуандарға ҡарата).
□ Щипать траву (о животных). Быҙауҙар йәш улән семсенеп йөрөйҙәр. Ҡаҙ бәпкәләре семсенә. М Хайуанҡай, .. матур ирендәре менән семсенде лә, куҙгә тултырып ҡарап, башын ситкә ташланы. Й. Солтанов. Себештәр тибенеп, семсенеп йөрөйҙәр -йөрөйҙәр ҙә, оло тауыҡтың әҙ генә тауыш сығарыуы була, йәһәт кенә йыбырлашып инәләре янына ашығалар. Т. Ғәниева.
СЕМТЕКЛӘҮ (семтеклә-) (Р.: кусать; И.: pinch; T.: çimdiklemek) ҡ.
1. Унан-бынан тешләү, талау. □ Кусать. Семтекләп алыу. Семтекләп бөтөу. М Көн эҫеһендә мең төрлө себен-серәкәйҙәр бызылдашып, аттарҙың бауыр аҫтарынан, .. куҙ тирәләренән тешләкләп, семтекләп кит[ә]. Ғ. Дәүләтшин.
2. этн. Яңы кейем кейгәндә «ҡотло булһын» мәғәнәһендә семтеп алыу. □ Щипать кого-л. (в качестве благопожелания). ■ Тәртибе шулай: яңы кейемде кейгең килгәс, берике көн семтекләгәндәренә туҙмәй әмәлең юҡ. Т. Ғарипова.
СЕМТЕЛЕҮ (семтел-) ҡ. төш. ҡар. семтеү 1. страд, от семтеү 1. Семтелеп бөтөу. М Семтелгән беләге кугәреп сыҡты [Бэйзулланың]. Я. Хамматов.
СЕМТЕМ (Р.: щепоть; И.: pinch; Т.: çimdik) и.
1. Бер семтеп алырлыҡ күләм. □ Щепоть, щепотка. Бер семтем сәй. Бер семтем сода. ■ Муйыл яулыҡ осондағы бер семтем тоҙҙо усына ҡағып алып, мейес соҡалағындасы бер ағас ҡалаҡҡа бушатып, өҫтөн сепрәк менән ябып ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина. • Донъя көткәс, семтем тоҙ ҙа кәрәк. Мәҡәл.
2. кусм. Бик әҙ генә, бәләкәй генә күләм.
□ Щепоть, щепотка. К Саҡ ҡына, бер семтем булһа ла, был мәрхәмәтһеҙ тормошта саҡырып, ашҡындырып, куңелдәреңде ярһытып, албырғатып торған нур торорға тейеш тә инде алда. Д. Бүләков.
СЕМТЕМЛӘП (Р: щепотью; И.: by a pinch; T.: çimdikleyerek) р.
Семтем-семтем итеп. □ Щепотью, щепоткой, щепотками (брать, взять). Семтемләп һалыу. Семтемләп биреу. Семтемләп булеу. • Семтемләп йыйһаң, услап ашарһың. Әйтем.
СЕМТЕТЕҮ (семтет-) ҡ. йөкм. ҡар. семтеү 1. понуд. от семтеү 1.
СЕМТЕҮ (семте-) (Р: щипать кого-что; И.: give a pinch; T.: çimdiklemek) ҡ.
1. Тәнде бармаҡ остары менән эләктереп ҡыҫып ауырттырыу. □ Щипать кого-что. Семтеп алыу. Семтеп китеу. ■ Гөлйөҙөм дә Хаяттың әле килә һалып төшөуе менән Тимерҙе семтеп илатҡанын һөйләп алды. һ. Дәүләтшина. Уяу икәнлегенә ышанмай уҙен уҙе семтеп ҡараны. [Тәйзулла]. Я. Хамматов.
2. этн. Яңы кейем кейгәндә ҡотло булһын мәғәнәһендә семтеп алыу. □ Ритуальное щипание. Н Хашим әсәһе тегеп биргән борсаҡлы бәз кулдәк-ыштандан урамға сыҡты. Сығыуы булды, малайҙар һырып та алды уны: «Э-һе-е-ем, кулдәге беше икән!» — Бер-икәуһе килеп, Хашимды бора семтене. Т. Ғарипова.
3. Ирендәр ярҙамында ялмап йәки суҡыш менән эләктереп алыу (уләнде һ. б.).
□ Щипать что-л. Себештәр улән семтеп йөрөй.
4. Бармаҡ остары менән ҡымтып тотоу.
□ Щипать кого-что. Семтеп алыу. Семтеп кенә һалыу. ■ Ҡарт .. махоркаһын семтеп кенә уҙе өләшеп сыға. Р. Низамов.
5. Ауыртыу, әсетеү тойғоһо барлыҡҡа килтереү. □ Жечь, щипать (о морозе и т. д.). Әсе ел битте семтей. ■ [Юлдаш] ҡар ҡатыш ямғыр тамсыларының биттән семтеуен дә һиҙмәне. 3. Биишева.
6. кусм. Ниндәйҙер ауыр тойғо, әрнеү уятыу, борсоу. □ Жечь, щипать. Йөрәкте семтеп алыу. Ҡуңелде семтей. S Юлдаштың йөрәген нимәлер семтеп алған һымаҡ булды.
3. Биишева.
♦ Семтеп алыр ите юҡ бик ябыҡ.
□ Слишком худой, тощий. Ҡыҙ бик ныҡ ябыҡ — семтеп алыр ите юҡ.
СЕМТЕШЕҮ (семтеш-) ҡ. урт. ҡар. семтеү 1. взаимн. от семтеү 1. Семтешә башланы.
491