Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 492


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕМЬЯ
СЕМЬЯ [рус.] и. диал. ҡар. ғаилә 1. М Әгәр ҙә ике йәш йөрәк бер-береһен мәңгелек семья ебе менән бәйләп ҡуйһа, насар булыр инеме ни? И. Насыри. • Семья ғәрипһеҙ булмай. Мәҡәл.
СЕМӘЙЛЕ с. диал. ҡар. семәрле. Семәйле көрәгә. Семәйле туҫтаҡ.
СЕМӘЙЛӘҮ (семәйлә-) ҡ. диал. ҡар. семәрләү 1. Эйәр семәйләу.
СЕМӘКӘЙ (Р.: резной; И.: decorated with a pattern; T.: süslü) с. диал.
Соҡоп, уйып төшөргән биҙәкле; семәрле.
□ Резной, узорчатый. Семәкәй балдаҡ. Семәкәй биҙәк. ■ Көмөш кенә балдаҡ семәкәй, уң бармаҡҡайыма бәләкәй. Халыҡ йырынан.
♦ Сем-сем семәкәй, ҡана миңә бәләкәй бала-саға араһында: күҙҙе йомоп, ҡулды һоноп, бер нәмә һорағанда әйтелә.
□ Позолоти ручку (говорится, когда что-то просишь). Семәкәй күҙ томаланып, насар күргән күҙ. □ Плохое зрение.
СЕМӘКӘЙЛӘНЕҮ (семәкәйлән-) ҡ. төш. ҡар. семәкәйләү, страд, от семәкәйләү. ■ Диңгеҙ өҫтө, ынйы һибелгән беләҙек ҡашы шикелле семәкәйләнеп, .. йымылдап ята. 3. Биишева.
СЕМӘКӘЙЛӘҮ (семәкәйлә-) (Р: вырезать узор; И.: decorate with a pattern; T.: süslemek) ҡ. диал. семәрләү.
Биҙәк төшөрөү. □ Вырезать узор, һандыҡ семәкәйләу. Көйәнтә семәкәйләу. Туҫтаҡ семәкәйләу. ■ Кыҙҙарҙың өҫтөндә .. балаҡ остары семәкәйләп сигелгән ҡыҙыл ыштан.
3. Биишева. [Ынйыҡайға] семәкәйләп тегеп, ҡуш-ҡуш итек, ҡәлмәрендән елән тектерҙек. X. Ғәбитов.
СЕМӘР (Р: резной узор; И.: carved pattern; T.: oyma desen) и.
1. Шыма ағас, тимер йәки башҡа йөҙлөккә соҡоп, уйып төшөрөлгән биҙәк.
□ Резной узор. Семәр менән биҙәу. Семәр менән нағышлау. ■ [Әминә ] килешмәҫ ҡыйыулыҡ табып, Салауатҡа яҡынлашты ла ҡола айғырҙың менге яғына килеп, уның оҙон ялын бармаҡтары менән тараны, өҙәңгене йәтешләп ҡуйҙы, эйәрҙең семәрҙәрен һыйпап, ситтәренә ҡыҙыл ҡытат
тотолған сергене тартып-һуҙып тигеҙләне. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡусҡарлап, селтәрләп яһалған биҙәк.
□ Узор в виде улиток. Шәлдәге семәр. Ашъяулыҡтағы семәр. Семәр төшөрөу.
СЕМӘРЛЕ (Р: резной; И.: fretted; T.: oyma desenli) с.
Семәр (1) менән биҙәлгән. □ Резной, узорчатый. Семәрле һандыҡ. Семәрле көйәнтә. Семәрле сәңгелдәк. ■ [Ҡыҙҙар] һеңлеләрен етәкләп, урге осҡа, йәшел тимер тубәле өйҙәре, зәңгәргә буялған семәрле ҡапҡалары менән бөтә урамды йәмләп ултырған Ҡормош бай йортона табан киттеләр.
3. Биишева. [Линараның] муйынында — ҡиммәтле, матур семәрле алтын биҙәуес. Л. Якшыбаева.
СЕМӘРЛӘНЕҮ (семәрлән ) ҡ.
1. төш. ҡар. семәрләү, страд, от семәрләү. Семәрләнгән ултырғыс. Семәрләнгән ҡалъян. И Эйәр ҡашы алтындан, семәрләнгән аҡыҡтан. Ҡобайырҙан. Клуб соланын буйынан-буйға киңәйтеп, һырлап, билгә етмәле рәшәткә ҡаҡҡандар, семәрләнгән фронтондар беркетеп, тушәм япҡандар. С. Шәрипов.
2. кусм. Ала-сола булып сыбарланыу.
□ Пестрить. Куҙ алды семәрләнеп китте.
СЕМӘРЛӘҮ (семәрлә-) (Р: делать резной узор; И.: make fretted (pattern); T.: desen oymak) ҡ.
1. Семәр (1) менән биҙәү, семәрле итеү.
□ Делать резной узор. Ағас семәрләу. Һауыт-Һабаны семәрләу. Һандыҡ семәрләу. Капҡа семәрләу. К [Зөләйхә инәй] ағастан юнып, семәрләп эшләнгән оҙон һаплы ағас сумес менән һабанан ҡымыҙ һоҫоп алып, туҫтаҡтарға ҡойоп өләште. 3. Биишева. Айыуғәли ҡарттың һабы болан мөгөҙөнән семәрләп эшләнгән кун ҡынлы яп-ялтыр ыҡсым хәнйәре барлығын Бәхетулла куптән белә. С. Шәрипов.
2. Ҡусҡарлап, селтәрләп биҙәк яһау; ҡузырлау. □ Орнаментировать узором в виде улиток. Шәлде семәрләу. Таҫтамалды семәрләу. Ашъяулыҡты семәрләу.
СЕНАЖ [рус.] (Р: сенаж; И.: sort of fodder; T.: kurutulup un haline getirilen ot) u.
492