СЕНСОР
Махсус башняла һаҡланып, малға ашатыу өсөн бер аҙ һурыҡтырып, консервалап һалынған үлән. □ Сенаж. / Сенажный. Үләндәрҙе сенажға сабыу. Сенаж әҙерләу. Сенаж соҡоро. ■ Ямғырҙар эште бер аҙ тотҡарлаһа ла, ауыл эшсәндәре буш тормай, сенаж һалыу, һалам әҙерләу, ужым культуралары сәсеу менән булыша. «Осҡон», 30 август 2012.
СЕНАТ [лат. senatus < senex ‘ҡарт’] (Р.: Сенат; И.: senate; T.: senato) и.
1. тар. Боронғо Римда юғарғы властың дәүләт органы. □ Сенат. / Сенатский. Сенат ағзаһы. Сенат ҡарары.
2. тар. (баш хәреф менән) Революцияға тиклемге Рәсәйҙә закондар сығарыу һәм идара итеү функцияһын үтәгән, хөкүмәт аппаратының эшмәкәрлеген күҙәткән орган. □ Сенат. Сенатҡа яҙыу. Сенат указы. ■ Заводтарҙа идара итеусе Яковҡа ғына ышанып ятмайынса, уҙе лә бөтә сараларҙы курҙе, Сенатҡа кеше ебәрҙе [Твердышев]. Ғ. Ибраһимов. Башҡорт ерҙәрен генераль рәуештә межалау тураһындағы Сенат указы 1797 йылдың 26 июнендә сығарылған. Ә. Бейеш.
3. Күп кенә илдәрҙә (Бельгия, Ирландия, Италия, Франция, АҠШ, Ҡанада, Мексика, Бразилия һ. б.) парламенттағы юғарғы палата атамаһы. □ Сенат. Финляндия сенаты. АҠШ сенаты.
4. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡала үҙидара-һының юғарғы идараһы. □ Сенат. Сенат эшмәкәрлеге. Сенаттың ҡарары.
СЕНАТОР [рус.] (Р: сенатор; И.: senator; T.: senatör) и.
Сенат ағзаһы. □ Сенатор. / Сенаторский. Сенатор менән осрашыу. Сенаторҙар төркөмө. Сенаторҙар ҡатнашлығы. ■ Ита-лияла сенаторҙарҙы йәштәре 25-тән уҙғандар ғына һайлай ала. «Йәшлек», 15 апрель 2008.
СЕНАТОРЛЫҠ (сенаторлығы) (Р: сенаторство; И.: senator’s office; T.: senatörlük) и.
Сенатор эше, сенатор дәрәжәһе. □ Сенаторство. Сенаторлыҡ вазифаһы. Сенаторлыҡҡа кандидат.
СЕНБЕРНАР [фр. chien du Saint-Bernard} (Р: сенбернар; И.: St. Bernard; T.: Saint Bernard (köpek ırkı) и. зоол.
Ҙур кәүҙәле эт тоҡомо. □ Сенбернар. Сенбернар тоҡомло эт.
СЕНСАЦИОН с. ҡар. сенсациялы. Сенсацион ваҡиға. Сенсацион асыш. ■ «Сармат юлбашсыларының хазиналары» Филиппов ҡурған ҡәберлектәрендә табылған сенсацион археологик байлыҡтарҙан тора. «Йәшлек», 24 апрель 2008.
СЕНСАЦИЯ [фр. sensation < лат. sensation ‘тойом’] (Р: сенсация; И.: sensation; Т.: sansasyon) и.
1. Ниндәйҙер хәл-ваҡиға йәки хәбәрҙең шаҡ ҡатырғыс көслө тәьҫире. □ Сенсация. Сенсация яһау. Сенсация булыу. ■ Беҙҙең тапҡан мал улар [Байғужа төркөмө] өсөн сенсация булды. Д. Юлтый.
2. Шундай тәьҫир уятҡан хәл-ваҡиға йәки хәбәр. □ Сенсация. Сенсация ишетеу. ■ Иртән эшкә килеп, иптәштәре, дуҫ-иштәре менән осрашып, фекерләшеп ала ла, ҡайһы ваҡиға сенсация дәрәжәһенә кутәрелеп, иғтибарҙы бөгөн йәлеп итер икән тип самалай. Д. Бүләков. Авторҙың кемлеген асыклай алмағандар, имеш! Тимәк, илке-һалҡы ғына эҙләгәндәр. Уларға, дөрөҫө, сенсация кәрәк! Б. Рафиҡов.
СЕНСАЦИЯЛЫ (Р: сенсационный; И.: sensational; T.: sansasyonel) с.
Сенсация тыуҙырған, сенсация яһаған. □ Сенсационный. Сенсациялы еңеу. Сенсациялы хәбәр. Я [Архипов:] Ризамын, [мәҡәлә] һәйбәт яҙылған. Берәй дыуамал редактор ҡулына барып эләкһә, бик елле сенсациялы материалға әйләнер ине. Б. Рафиҡов.
СЕНСЕК (сенсеге) (Р: голень; И.: shin; T.: kalça kemiği) и. анат. диал. ҡар. енсек һөйәге 1.
Аяҡтың тубығы менән бәкәле араһындағы ҡуш һөйәк. □ Голень, берцовая кость. ■ Үҫмерҙең сенсегенә ҡыу таяҡтан талыҡ һалдылар ҙа, ай-вайына ҡарамай, эйәренә арҡыры һалып, ҡайтыу яғына ҡуҙғалдылар. И. Ноғоманов.
СЕНСОР I [ингл. sensor} (Р: сенсор; И.: sensor; T.: sensör) и. тех.
493