СЕНСОР
Ниндәйҙер физик тәьҫирҙе ҡабул итә алған йыһаз. □ Сенсор. Сенсор боҙолоу. Сенсор юғалыу.
СЕНСОР II [ингл. sensor] (Р.: сенсорный; И.: sensor; T.: sensörlü) с. тех.
Тышҡы тәьҫирҙең юғары һиҙгерлегенә нигеҙләнгән ҡоролмаларға бәйле. □ Сенсорный (связанный с устройствами, основанными на повышенной чувствительности к внешнему воздействию). Сенсор экран функциялары. Сенсор телефон.
СЕНСОРЛЫ с. ҡар. сенсор II. Сенсорлы телефонды файҙаланыу.
СЕНСУАЛИЗМ [лат. sensus ‘тойғо’] (Р.: сенсуализм; И.: sensualism; T: duyumculuk, sansüalizm) и. фәлс.
Танып белеү теорияһында һиҙемләүҙе ысын белемдең нигеҙе һәм төп формаһы тип таныған йүнәлеш. □ Сенсуализм. Сенсуализм йунәлеше. Сенсуализмды таратыусы.
СЕНСУАЛИСТ [рус.] (Р: сенсуалист; И.: sensationalist; T: sansüalist) и.
Сенсуализм яҡлы кеше. □ Сенсуалист. Сенсуалистар версияһы. Сенсуалистар теорияһы.
СЕНСУАЛИСТИК (Р: сенсуалистический; И.: sensationalistic; T: sansüalizm ile ilgili) с. фәлс.
Сенсуализмға мөнәсәбәтле. □ Сенсуалистический. Сенсуалистик йунәлеш. Сенсуалистик ҡараштар.
СЕНСУАЛЬ [лат. sensualis] (Р: сенсуальный; И.: sensational; T: duygusal) с. кит.
Үҙ тойғоңа, үҙ һиҙемеңә нигеҙләнгән. □ Сенсуальный. Сенсуаль тәжрибә.
СЕНТЕНЦИЯ [лат. sententia ‘фекер’] (Р: сентенция; И.: maxim; T: mahkeme kararı) и. кит.
1. иҫк. Суд ҡарары. □ Сентенция (устаревшее название судебного решения, приговора ). Сентенция сығарыу.
2. Өгөт-нәсихәткә нигеҙләнгән хикмәтле һүҙ. □ Сентенция. Әхлаҡи сентенция. Автор сентенциялары. Сентенциялар менән һөйләу. ■ М.Кәримдец афоризмдары араһында теоретик һәм практик йунәлеше ме
нән айырылып тороусы сентенциялар һәм максималар бар. «Йәшлек», 17 ғинуар 2014.
СЕНТЕНЦИЯЛЫ (Р: сентенциозный; И.: sententious; T: vecizelerle konuşan) с. кит.
Сентенцияға нигеҙләнгән; өгөт-нәсихәткә ҡоролған. □ Сентенциозный. Сентенциялы мәҡәлә. Сентенциялы сығыш.
СЕНТИМЕНТ [фр. sentiment ‘тойғо, хис’] (Р: сентименты; И.: sentiment; T.: hassaslık) и.
Фекер йөрөтөүҙең, эшмәкәрлектең нигеҙен тәшкил иткән ҡараштар һәм хис-тойғо йыйылмаһы; дөйөм эмоциональ ҡуйылыш. □ Сентименты (совокупность чувств и взглядов как основа для действия или суждения; общая эмоциональная установка). Сен-тиментҡа һаран.
СЕНТИМЕНТАЛИЗМ [фр. sentimen-talisme < sentiment ‘тойғо’] (Р: сентиментализм; И.: sentimentalism; T.: santimantallik) и. әҙ., сәнғ.
XVIII быуаттың икенсе яртыһында — XIX быуат башында әҙәбиәттә һәм сәнғәттә рухи донъяға, тәбиғәткә айырыуса иғтибар биргән, шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡты идеаллаштырып, хис уятырлыҡ итеп һүрәтләгән ағым. □ Сентиментализм. Рус сентиментализмы. Француз сентиментализмы.
СЕНТИМЕНТАЛИСТ [рус ] (Р.: сенти менталист; И.: sentimentalist; T.: santiman-talist) и.
Сентиментализм вәкиле. □ Сентименталист. Сентименталистар методы. Яҙыусы -сентименталист.
СЕНТИМЕНТАЛЛЕК (сентименталлеге) (Р: сентиментальность; И.: sentimentality; T.: santimantallik) и.
Артыҡ тойғоға бирелеп, әҫәрләнеп барыусанлыҡ. □ Сентиментальность. Сентименталлек курһәтеу. Инглиз сентименталлеге. ■ Сентименталлекте яратмаусы Әлфиәнец йөрәге ҡапыл ҡыҫып алды. И. Абдуллин. [Сатаев — Зәлифәгә:] Мине сентименталлектә ғәйепләмә, һәр һуҙем ихлас, һәр береһе йөрәгемде ярып сыға. Н. Мусин.
СЕНТИМЕНТАЛЬ (Р: сентиментальный; И.: sentimental; T.: santimantal) с.
494