СЕҢГӘРСӘЙ
1. әҙ., сәнғ. Сентиментализмға нигеҙләнгән. □ Сентиментальный. Сентименталь әҫәр. ■ Халыҡтың хәҙер һағышлы, сентименталь әҫәрҙәргә мохтажлығы юҡ. М. Садиҡова.
2. кусм. Хискә бирелеп барыусан. □ Сентиментальный. Сентименталь герой. Сентименталь кеше. ■ Николай Григорьевич әйтмешләй, минең ише меланхолик, сентименталь ҡатын да сығырынан сыҡҡас. Р. Камал.
3. Хискә, тойғоға бай. □ Сентиментальный. Сентименталь шиғыр. Сентименталь йыр.
СЕНТИМО [лат. centum ‘йөҙ’] (Р.: сенти-мо; И.: centimo; T.: centimo) и.
Ҡайһы бер илдәрҙең ваҡ аҡсаһы. □ Сен-тимо (разменная монета некоторых стран). Испан сентимоһы. Ун сентимо.
СЕНТЯБРЬ [лат. September] (Р: сентябрь; И.: September; T.: Eylül) и. ҡар. һарысай.
Календарь йылдың туғыҙынсы айы. □ Сентябрь. / Сентябрьский. Сентябрь айы. Сентябрь уртаһы. ■ Көҙҙөң иң куңелле, шаулы көнө — беренсе сентябрь килде.
3. Биишева. Сентябрь аҙаҡтарында алма ағастары, баҡса ситендә йукә, ҡарағас, ҡарағай, муйыл уҫентеләре, емеш-еләк ултыртыу хәстәрлеге башланды. Я. Хамматов. • Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер. Әйтем.
СЕНЬОР I [фр. < лат. senior ‘өлкән’] (Р: сеньор; И.: seigneur; T.: senyör) и. тар.
Урта быуаттарҙа Көнбайыш Европала эре ер биләүсе. □ Сеньор (феодал, земельный собственник (собственник сеньории). Сеньор ере. Сеньор биләмәһе.
СЕНЬОР II [йен. senor < лат. senior] (Р: сеньор; И.: senhor; Т.: efendi) өнд.
Испанияла ир-аттың исеме йәки фамилияһы алдынан әйтелә торған өндәшеү һүҙе; иптәш, әфәнде. □ Сеньор (господин, а также форма вежливого обращения или упоминания в Испании (обычно перед именем, фамилией). Олпат ҡына бер сеньор килә.
СЕНЬОРА [йен. senora] (Р: сеньора; И.: senora; T.: hanım) өнд.
Испанияла ҡатындарҙың исеме йәки фамилияһы алдынан йөрөгән өндәшеү һүҙе;
ханым. □ Сеньора (форма вежливого упоминания или обращения к замужней женщине в Испании (обычно употребляется перед фамилией или должностью, званием). Сеньораны саҡырыу. Сеньораға өндәшеу. ■ Сеньора Сандрелли һыуытҡыс ишеген шапылдатып япты ла ҡарауылсы ҡатынды саҡырҙы. Т. Искәндәриә.
СЕНЬОРИТА [исп. senorita] (Р: сеньорита; И.: miss; T.: bayan (evlenmemiş) и.
Испанияла ҡыҙҙарҙың исеме йәки фамилияһы алдынан әйтелә торған хөрмәтләү һүҙе; туташ. □ Сеньорита (форма вежливого упоминания незамужней женщины в Испании или обращения к ней). Сеньоритаға мөрәжәғәт итеу. Сеньоританы саҡырыу. Сеньоританы оҙатып ҡуйыу.
СЕҢ I и. этн. ҡар. сеңләү I. И Минең утенесем буйынса Мицлеямал апай сең һөйләй. М. Хәй.
СЕҢII (Р: дзинь; И.: sound imitative word; T.: tin tin) оҡш.
Тимер, быяла кеүек нәмәләргә һуҡҡанда йәки улар бер-береһе менән бәрелешкәндә һ. б. яңғырап сыҡҡан нәҙек тауышты белдергән һүҙ; сың. □ Подражание звонкому звуку при ударе металлических, стеклянных предметов друг о друга: дзинь. Сең итеу. Сең иттереу.
СЕҢГЕЛДӘТЕҮ (сеңгелдәт-) ҡ. ҡар. йөкм. сеңгелдәү, понуд. от сеңгелдәү. Ҡыңғырау сеңгелдәтеу.
СЕҢГЕЛДӘҮ (сеңгелдә-) (Р: звякать; И.: tinkle; T.: tin tin etmek) ҡ.
Сеңгел-сеңгел итеү, сеңгел-сеңгел килеү. □ Звякать, бренчать, звенеть. // Звон. М Сеңгелдәп китә котелок — һыуға барамы һалдат. Н. Нәжми.
СЕҢГЕЛ-СЕҢГЕЛ (Р: динь-динь; И.: jingle!; Т: tin tin) оҡш.
Бәләкәй еҙ ҡыңғырау тауышын йәки тимер һуҡҡанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звону маленького медного колокольчика: динь-динь, тинь-тинь. Сеңгел-сеңгел итеу. Сеңгел-сеңгел килеу.
СЕҢГӘРСӘЙ (Р: мизинец; И.: little finger; T.: serçeparmak) и. диал. ҡар. сәтәкәй.
495