Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 496


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕҢГӘСӘЙ
Ҡул-аяҡтың ситтәге иң бәләкәй бармағы.
□ Мизинец. Сеңгәрсәйҙе ауырттырыу. Сеңгәрсәйҙе бәреу. Сеңгәрсәй бармаҡҡа балдаҡ кейеу.
СЕҢГӘСӘЙ (Р.: красноклоп бескрылый; И.: bug species; T.: alev tahtakurusu) и.
Өй тирәһендә күпләп үрсегән ҡара төрткөлө ҡанатһыҙ ҡыҙыл бөжәк; еңгәсәй.
□ Красноклоп бескрылый, солдатик (лат. Pyrrhocoris ар terus). Сеңгәсәйҙәр ҡояшта ҡыҙына. Бурәнәне сеңгәсәйҙәр һырыған. U Өй артындағы ҡыҙыл сеңгәсәйҙәр, ямғырҙан ҡасып торған бурәнә ярыҡтарынан ҡуҙғалып, йәнә ҡояшҡа ҡыҙынырға сыҡты. Ш. Янбаев.
СЕҢКЕҮ (сеңке-) (Р: сильно ныть; И.: ache heavily; T.: sızlamak) ҡ. диал. ҡар. зеңкеү.
Ныҡ һыҙлау; сәңгеү. □ Сильно ныть, болеть. Баш сеңкей. Бармаҡтар һыуыҡтан сеңкей башланы. Тешем сеңкеуенә туҙер хәл юҡ.
СЕҢЛӘТЕҮ I (сеңләт-) ҡ. йөкм. ҡар. сеңләү I. понуд. от сеңләү I. ■ Ҡыҙҙы таң алдынан табып алып ҡайтып, шул көндө ук туй яһағандар. Иртәгеһен инде сеңләтеп кейәу йортона оҙатҡандар. Хикәйәттән. Сеңләтеп тә биреп ебәргәнсе, ғәзиз йәндәремде ал, еңгә. Сеңләүҙән. Ҡыҙҙы сеңләтеп алып сығалар. Экспедиция материалдарынан.
СЕҢЛӘТЕҮ II (сеңләт-) (Р.: звенеть; И.: make jingle; T.: çınlatmak) ҡ.
1. Сең (II) иттереү, сең-сең килтереү.
□ Звенеть. Сеңләтеп ҡыңғырау ҡағыу. Сеңләтеп миҙалдар тағыу. Ҡосло ел электр сыбыҡтарын сеңләтә.
2. йөкм. ҡар. сеңләү III, 2. понуд. от сеңләү III, 2. ■ Ҡыҙ тураһында яманат һатып йөрөусе әбейҙәр ҙә албаҫты кеуек куҙ алдына килде, уларҙың һуҙҙәре ҡолаҡты сеңләтте. Б. Хәсән.
СЕҢЛӘҮ I (Р: плач-причитание невесты; И.: (ritual) lamentation; T.: gelin kızın veda türküsü) и. этн.
Кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата йортонан оҙатылғанда ата-әсәһенә, туғандарына үпкәһен, зарын белдереп йырлаған ритуаль
хушлашыу йыры. □ Плач-причитание невесты перед отъездом из дома родителей. Сеңләу башҡарыу. ■ Сеңләуҙең йөкмәткеһе патриархаль-ырыу йолалары заманындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр яҙмышын, аһ-зарын һурәтләугә ҡайтып ҡала. С. Галин.
СЕҢЛӘҮ II (сеңлә-) (Р: причитать; И.: bewail; T.: gelin kıza veda türküsü okutup oynatmak) ҡ.
1. этн. Кейәүгә биргәндәренә әсенеп, үҙенә бер төрлө көй менән йырлай-йырлай зарланыу, сең йырлау (ҡыҙҙарға ҡарата). □ Причитать (при проводах невесты в дом жениха). Ҡыҙ, оҙатылған саҡта, сеңләргә тейеш булған. ■ Хәҙер уның [Айымдың] ҡыҙын, берҙән-бер һылыуын, куҙ нурын өйҙән алып сығырҙар, ул япма ҡорған аҫтында сеңләй башлар. Ғ. Ибраһимов.
2. этн. Әхирәттәрҙең ҡыҙ оҙатҡанда ритуаль илауы. □ Причитать при проводах невесты. ■ Дурт ҡыҙ Нәфисәнең башы осонда ҙур кешмир яулыҡ кутәрҙеләр ҙә сеңләп иларға тотондолар. Я. Хамматов.
3. Һығылып илау; һыҡтау. □ Жалобно плакать, причитать. Сеңләп илау. Сеңләп ебәреу. Сеңләп ҡалыу. ■ Һәр ерҙән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның аһ-зары, сеңләп илашыуы ишетелеп тора. Д. Юлтый. Иштуған ағай ҙа шаяртып алырға ярата: «Сеңләп ҡалған кәләшең юҡ, ҡустым, бына беҙгә генә...» Ф. Аҡбулатова.
СЕҢЛӘҮ III (сеңлә-) (Р: звенеть; И.: tinkle; T.: çınlamak) ҡ.
1. Сең (II) итеү, сең-сең килеү. □ Звенеть. // Звон. Миҙалдары сеңләй. Тәңкәләре сеңләй. ■ Миҙалдар, бер-береһенә бәрелеп, нәфис кенә сеңләп ҡуйҙы. Ә. Байрамов.
2. Сең иткәндәй тауыш ишетелеү (ҡолаҡҡа ҡарата). □ Звенеть в ушах. Ҡолаҡ сеңләй.
СЕҢЛӘШЕҮ (сеңләш-) ҡ. урт. ҡар. сеңләү II. взаимн. от сеңләү II. ■ Өйҙәгеләр ҡайғынан сеңләшеп бөткәйне, хәҙер шатлыҡтарынан илаша. С. Шәрипов.
СЕҢ-СЕҢ (Р: динь-динь; И.: sound imitative word; T.: çın çın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сең (II) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократно-
496