СЕПЕЛДӘҮ
ҡурҡҡан Фазлый, йәшле күҙҙәрен сепелдәтеп, кантонға бындай һорау бирҙе. И. Насыри.
СЕПЕЛДӘҮ (сепелдә-) (Р.: часто моргать; И.: blink much; T.: gözlerini kıpıştır-mak) ҡ.
Йыш-йыш йомолоу (ғәҙәттә, ауырыу күҙгә ҡарата). □ Часто моргать (о слезящихся глазах). Сепелдәп торған күҙ.
СЕПРӘК (сепрәге) (Р: тряпка; И.: rag; duster; T.: bez) и.
1. Төрлө маҡсатта ҡулланылған, ғәҙәттә, инде файҙаланылған туҡыма киҫәге йәки ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма. □ Тряпка. / Тряпичный. Ҡул сепрәге. Сепрәккә төрөү. Сепрәк менән һөртөү. Сепрәк балаҫ. Сепрәк ҡурсаҡ. ■ Ҡыҙыл сепрәк ябылған өҫтәл артында президиум ултыра. 3. Биишева. Хашим Мәҙинәнең ут кеүек янған маңлайына һалҡын һыуға еүешләп әлдән-әле сепрәк ҡуя. Т. Ғарипова. Миңлегәрәй тубығын тубыҡҡа һалды, тубыҡ ҡапҡасын сепрәк кәпәсе менән ҡапланы. С. Шәрипов.
2. һөйл. Кейем, ҡаралды. □ Тряпьё, ветошь. Сепрәккә уранып йөрөү. Сепрәккә иҫ китеү. • Ағас күрке — япраҡ, әҙәм күрке — сепрәк. Мәҡәл. Ҡеше күрке — сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр. Мәҡәл.
3. диал. Сынаяҡ япҡысы. □ Полотенце или салфетка, которыми накрывают чашки. Сепрәк менән ябыу. Сынаяҡтарҙы сепрәк менән ҡаплау.
4. миф. Ышаныуҙар буйынса, ауырыуҙы, яман көстәрҙе ҡасырыу өсөн төрлө төҫтәге (сағыу) сепрәк ҡулланыла. □ Тряпка, мифологизированный предмет, охраняющий от сглаза, болезней. Ҡара көстәрҙе алдау өсөн, йәш баланы, йәш мал-тыуарҙы һаҡлау өсөн баланың ҡулына, быҙауҙың муйынына ҡыҙыл сепрәк тағалар.
СЕПРӘККӘ ӘЙЛӘНЕҮ (сепрәккә әйлән-) ҡ. ҡар. сепрәкләнеү. Китап сепрәккә әйләнгән. ■ Бер таушалғас, бәҫле тун да сепрәккә әйләнә. Ғ. Ибраһимов.
СЕПРӘКЛӘНЕҮ (сепрәклән-) (Р.: истрепаться; И.: turn into rugs; T: paçavra haline gelmek) ҡ.
Ныҡ таушалыу, туҙыу; сепрәккә әйләнеү.
□ Истрепаться, поизноситься, обветшать. Дәфтәре туҙып, сепрәкләнеп бөткән.
СЕПРӘК-САПРАҠ (сепрәк-сапрағы) (Р.: тряпьё; И.: rags; T: paçavra) и. йыйн.
1. Төрлө алама сепрәк. □ Тряпьё, ветошь, барахло, хлам. Сепрәк-сапраҡ ташлау. Сепрәк-сапраҡ йыйыу. ■ Сепрәк-сапраҡ һалынған төйөнсөктө аҫтына һалып, көтөүсе алға ултырҙы, янына һандыҡты урынлаштырҙы, аяҡтарын һәлендереп, ҡатын арбаның артына сүгәләне. Т. Ғиниәтуллин.
2. һөйл. Тәнгә кейә торған төрлө кейем; кейем-һалым. □ Тряпьё. Сепрәк-сапраҡ һаталар. Баҙарҙа сепрәк-сапраҡ тулы.
■ Инһәләр, өй эсе шундай ҡойто, ти, үгеҙ мөгөҙөнә элеп сығырлыҡ сепрәк-сапраҡ заты юҡ, ти. Әкиәттән. Бөгөн баҙарҙа сепрәк-сапраҡ, аяҡ кейемдәре, бижутерия һ. б. менән сауҙа итеүсе ситтән килгән эшҡыуарҙар ҙа етерлек. «Йүрүҙән», 5 сентябрь 2011.
СЕПРӘКСЕ (Р: ветошник; И.: rag merchant; T: paçavracı) и. иҫк.
Сепрәк-сапраҡ йыйыусы. □ Ветошник.
■ Вася, тоҡто артмаҡлап, тирләп-бешеп сепрәксегә алып барғас, тегеһе: «Алмайым», — тине. X. Мохтар.
СЕПРӘК ТӨРТӨҮ (Р: магический способ отгона духа лишая; И.: magic way of healing; T: bir tür büyü) и. миф.
Тимрәүҙе бөтөрөүсе магик ысул. □ Магический способ отгона духа лишая.
■ Ҡысыу йәки тимрәүҙе сепрәккә доға уҡып төртөп алғас, ергә төртәләр, ауырыу китә, тип. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЕПРӘК ЯНДЫРЫУ (Р: магический способ избавления от болезней; И.: magic method of healing; T: bir tür büyü) и. миф.
Сихыр ҡайтарыусы магик ысул. □ Магический способ избавления от болезней. доел. Сжигание тряпки. ■ Осоҡ булһа, eme төрлө сепрәк яндырып еҫкәткәндәр, баш осонан әйләндереп ташлағандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Сепрәк баш аҡылһыҙ, башһыҙ.
□ Безмозглый, доел. Тряпичная голова.
■ [Закир:] Иҫәр, сепрәк баш, кемгә күҙең
498