Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 499


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕР
төшкән бит, хәсис. 3. Биишева. • Субәк баш ир булғаныңса, сепрәк баш ҡатын булғаның яҡшы. Мәҡәл. Сепрәккә әйләнеү бик ныҡ таушалыу, туҙыу. □ Превращаться в тряпку, истрепаться. Сепрәккә ярар ерен ҡалдырмау бик ныҡ хурлап, кәмләп әрләү. □ Ругать, бранить; оскорбить. ■ Беренсе секретарь тағы Мөжипов менән Әх-мәҙуллинды сепрәккә ярар ерҙәрен дә ҡалдырмайынса әрләй башланы. Д. Исламов. Сепрәктәй ағарыныу йөҙ ағарыу, төҫ ҡасыу; ҡобара осоу. □ Белеть, побледнеть. ■ «һуң, ҡарағыҙ әле», — тине Нурания, сепрәктәй ағарынып. Ә. Хәкимов.
СЕП-СЕП (Р: подражание частому морганию слезящихся глаз; И.: blink!; T.: kıpış kıpış) оҡш.
Сейләнеп, йыш-йыш асылып-ябылып торған күҙ хәрәкәтен белдергән һүҙ. □ Подражание частому морганию слезящихся глаз. Куҙе сеп-сеп итеп тора. Куҙҙе сеп-сеп йомғолау.
СЕПСИС [гр. sepsis ‘сереү’] (Р: сепсис; И.: sepsis; T.: septisemi) и. мед.
Ҡандың микробтар тарафынан ағыу-ланыуы сәбәпле көсәйеп киткән ауыр йоғошло ауырыу. □ Сепсис. / Септический. Сепсисты дауалау. Сепсисҡа ҡаршы дарыуҙар. Сепсис башланыу. ■ Дөрөҫ, теш ауырыуынан, әгәр сепсис ҡына булмаһа, бер кем дә улмәй. М. Садиҡова.
СЕПТЕРЛӘҮ (септерлә-) ҡ.
1. ҡар. сылтырау 2. Крандан һыу сеп-терләй.
2. диал. Септер-септер иткән тауыш сығарып, һыу кисеү, һыу менән булышыу; супырлау. □ Плескаться в воде. Бала-саға һыуҙа септерләй. Кулдә ваҡ балыҡтар септерләй.
СЕПТЕРЛӘШЕҮ (септерләш-) ҡ. урт. ҡар. септерләү 2. взаимн. от септерләү 2. ■ Йылға ситендәге селбәрәләр кеуек, һөҙәк яр буйында септерләшеп ятып ҡалалар [һеңлеләре], ә Линара йылғаның уртаһына тиклем йөҙөп китә. Л. Якшыбаева.
СЕПТЕР-СЕПТЕР (Р.: выражает звук журчания воды; И.: bickering sound; T.: şırıl şırıl) оҡш.
Септер итеп һыу аҡҡан тауышты белдерә.
□ Выражает звук журчания воды. Септер-септер һыу аға башланы.
СЕПТЕТ [нем. Septett < лат. septem ‘ете’] (Р: септет; И.: septet; septette; T: yedi sesli beste) и. муз.
1. Ете тауыш йәки ете инструмент өсөн яҙылған музыка әҫәре. □ Септет (музыкальное произведение для семи голосов или инструментов). Септет яҙыу.
2. Ете башҡарыусынан торған ансамбль.
□ Септет (ансамбль из семи исполнителей (певцов, музыкантов). Септет ойоштороу. Септетты йыйыу.
СЕПТИМА [лат. septima ‘етенсе’] (Р: септима; И.: characteristic tone; T.: yedili aralık) и. муз.
1. Диатоник гамманың етенсе баҫҡысы.
□ Септима (седьмая ступень в диатонической гамме).
2. Диатоник гаммала беренсе һәм етенсе баҫҡыс араһындағы интервал. □ Септима.
СЕПТӘ (Р: рогожа; И.: bast mat; T.: hasır) и. диал.
1. Теткән һалабаш йүкәһенән һуғылған эре туҡыма (ҡаплау, ябыу, төрөу һ. б. өсөн ҡулланыла). □ Рогожа, рогожка. / Рогожный. Септә һуғыу. Септә ябыу. ■ [Заһит] айғырҙың ялы аҫтына ҡулын тығып һөйҙө лә, һурелә башлаған ут алдына септә тушәп, йоҡларға ятты. Я. Хамматов. Элек-электән урман — беҙҙең халыҡ өсөн ярты байлыҡ: дуға бөккән, һалабаш төшөргән, арба, сана яһаған, тоҡ, септә һуҡҡан, кәрзин, мурҙа ургән. Р. Байымов. • Сыҡмаған ямғырға септә бөркәнмәйҙәр. Мәҡәл. һыйырға септә килешмәй. Мәҡәл.
2. Иҫке сепрәктән һуғылған балаҫ.
□ Тряпичный половик. Септә һуғыу. Иҙәнгә таҙа септә тушәу.
СЕР I [ғәр. >-] (Р: тайна; И.: secret; Т: sır) и.
1. Башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғлүмәт һ. б. □ Тайна, секрет. Хәрби сер. Дәуләт сере. Эс сере. Сер итеп әйтеу. Сер йәшереу. И Зифа быға тиклем Кәмиләнән бер генә серен дә йәшермәй, киреһенсә, уның менән бөтә уй-ниәттәрен
17*
499