Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 500


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕР
уртаҡлаша торғайны. Ә. Бикчәнтәев. Ҡыҙын мәсхәрәгә ҡалдырыуҙан ҡурҡҡан әсә был күңелһеҙ ваҡиғаны сер итеп кенә ҡалдырырға булды. Я. Хамматов. Һәр берәүгә хәҙер сер һөйләнмәй, айырамын дуҫтан ҡуштанды. Р. Йәнбәк. • Белмәгәнгә һүҙ һөйләмә, серһеҙгә сер һөйләмә. Мәҡәл. Яуҙа йәнең бирһәң дә, серең бирмә. Мәҡәл.
2. Бер нәмәнең йәшерен, эске асылы. □ Секрет. Уңыштың сере. Серҙе төшөнөү. Серҙе аңлау. Уңыштың сере ябай ғына — һәр эшкә күңел һалып тотоноу. ■ Серҙең төйөнө әсәһенең ҡара ятыу кеүек күҙҙәренә йәшеренгән кеүек тә бит, тик әйтәме һуң ул, асамы ни ул күңелен? Т. Ғарипова.
3. Әлегә билдәле булмаған, беленмәгән, асылмаған нәмә. □ Тайна. Донъяның сере. Йыһан сере. Тәбиғәт сере.
СЕР II (Р: подражание визгу; И.: sound imitative word; T.: ince şırıltı sesi, şır) оҡш.
Илаулап ҡысҡырған әсе тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание визгу, писку. Сер итеп ҡалды. Сер итеп ебәрҙе.
♦ Себен теймәҫ — сер итер саҡ ҡына тейгәнгә илап, сарбайлап барған кешегә әйтелә. □ Недотрога, доел. Муха не тронет — закричит. Себен теймәҫ — сер итер, илай ҙа ебәрә.
СЕРАНӘ [фарс. (Р: таинственный; И.: mysterious; T.: sırlı) с. иҫк. кит.
Йәшерен мәғәнәле, асылы билдәһеҙ; серле. □ Таинственный, загадочный. Се-ранә ваҡиға. Серанә хәл. Серанә күренеш. ■ Көндәрҙән бер көн Батыршаға сыбыҡ осо мулла Исмәғил Рәжәп улы килде, шунда ул серле бер хәбәр тиште: «Әй, мулла Батырша туған, яңыраҡ йөрөп килгән сәфәремдә Сирмешән буйында ҡайныш йортонда бер ғәжәп серанә хәл аңланым, һиңә бәйән итәйем әле», — тине ул серләндереп. Ғ. Хөсәйенов.
СЕРАСКИР [фарс. (Р.: сераскир; И.: military chiet; T: serasker) и.
Төркиә солтанатында хәрби башлыҡ, һуңынан хәрби министр. □ Сераскир (в султанской Турции главнокомандующий, позднее военный министр).
СЕР АСЫУ (сер ас-) ҡ. ҡар. сер сисеү.
■ Шундайҙарға Һомай серҙәр аса, йөрәгенең бирә ялҡынын. Т. Ҡарамышева.
СЕРБ (Р.: серб; И.: Serbian; T: Sırp) и. этн.
Сербияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (славян телдәренең береһендә һөйләшә).
□ Серб. / Сербский. Серб халҡы. Серб ҡатыны. Серб сәнғәте.
СЕРБ АЛ А (Р.: малёк; И.: fry; T: balık yavrusu) и. зоол. диал.
Иң ваҡ йылға балығы; селбәрә. □ Малёк. Сербала тотоу. Сербала ҡыуалау.
СЕР БИРМӘҮ (сер бирмә-) (Р.: не подавать виду; И.: look unconcerned; T: renk vermemek) ҡ.
Хәл ауыр булһа ла, бирешеп бармау, бел-гертмәҫкә тырышыу, яҙмышҡа зарланмау.
□ Виду не подавать. Сер бирмәгән була.
■ Хас дошмандар миңә, ай, юҡ тимә, егет булһаң, ятҡа сер бирмә. Халыҡ йырынан. Ҡарасәс әбей генә сер бирмәне. Дошман түгел, хатта дуҫ та уның күҙендә йәш мөлдөрәгәнен, телендә зар тибрәнгәнен ишетмәне. 3. Биишева.
СЕРВАНТ [фр. servante} (Р: сервант; И.: sideboard; T: büfe) и.
Һауыт-Һаба, ашъяулыҡ кеүек нәмәләр ҡуя торған тәпәшәк буфет. □ Сервант. Сервантҡа теҙеү. Серванттан алыу. ■ Өй эҫтәре тулы йыһаз: һәйбәт мебель, ялтлап торған сервант, ҙур көҙгөләр, келәмдәр. Н. Мусин. Сәмиғ ҡаршы стена буйына ҡуйылған сервантҡа иғтибар итте, ул да яңы ғына алынған, һәр хәлдә, етмешенсе йылдарҙан да әүәл түгел. Т. Ғиниәтуллин. Һикене һүтеп алғандар, унда шифоньер, сервант, төҫлө телевизор кеүек заман ихтыяжына әүерелгән әйберҙәр урын алған. М. Хужин.
СЕРВЕР [ингл. server} (Р: сервер; И.: server; T: sunucu) и. инф.
Халыҡ-ара компьютер селтәренә инә торған программа йәки селтәр менән идара итә торған компьютер. □ Сервер. Серверҙы ҡулланыу. Серверҙан файл күсереү.
■ Компьютер класы — кластан класҡа күсереп йөрөтөрлөк ыҡсым ҡорамалдар
500