Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 501


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕРЕК
комплекты — 25 ноутбуктан, серверҙан, сымһыҙ Интернетҡа тоташыу нөктәһенән һәм перифериялы ҡорамалдарынан тора. «Йәшлек», 3 сентябрь 2009.
СЕРВИЗ [фр. service] (Р.: сервиз; И.: set; T.: takım) и.
Билдәле һандағы кешегә иҫәпләнгән биҙәлгән бер комплект һауыт-һаба. □ Сервиз. / Сервизный. Аш сервизы. Сәй сервизы. Сервиз сынаяғы.
СЕРВИС [ингл. service] (Р.: сервис; И.: service; T.: servis) и.
1. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү. □ Сервис (услуга, сфера услуг, обслуживание). Сервис булдырыу. Сервис курһәтеу. Сервис хеҙмәте.
2. Тенниста, ҡайһы бер туп уйындарында тупты уйынға индереү. □ Сервис.
СЕРГЕ (Р: чепрак, подкладываемый между седлом и потником; И.: saddle-cloth; T.: çaprak) и.
1. Үңлек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ. □ Чепрак, подкладываемый между седлом и потником. ■ Аҡбуҙ атҡа менһәң, ай, тир була, аҡ сергелә һалһаң, кир була. Халыҡ йырынан. Биҙәкләнеп эшләнгән кун сергеле көмөш ҡойошҡаны менән аҡыҡлы эйәре өҫтөндә бер ҡупшы егет ултыра, ти. Халыҡ ижадынан.
2. диал. Ҡалымға килгәндә, күстәнәс һалып килтерелгән тоҡ. □ Мешок с гостинцами, привезённый на обряд внесения калыма.
СЕРГЕ ҠАҒЫУ (Р: угощение после свадьбы; И.: kind of national wedding rite; T: misafirler gittikten sonra yapılan yemek ziyafeti) и. этн.
Туйҙан ҡалған һыйҙан ауыҙ иттереү йолаһы. □ Угощение после свадьбы тех, кто не был приглашён. Серге ҡағыуға саҡырыу.
СЕРГЕТЫШ (Р: кожа, которой обтягивается войлочная часть седла; И.: sort of decorated leather; T: sele örtüsü) и. этн.
1. Серге (1) өҫтөнән кәпләгән биҙәкле күн йәки буҫтау. □ Кожа, которой обтягивается войлочная часть седла. Биҙәкле сергетыш. ■ Атаҡай ҙа, атың кукме ни, сергетышҡайҙарың суҡмы ни? Сеңләүҙән.
2. диал. Төҫлө буҫтау менән тышланған тар юрған. □ Узкое, стёганное цветным сукном одеяло. Сергетыш әҙерләу.
СЕРҘЕ и. диал. ҡар. селбәрә 1. Серҙеләр һыу ситендә быстырлай.
СЕРҘӘШ (Р: наперсник; И.: confidant; Т: sırdaş) и.
Сер уртаҡлашыр яҡын кеше, ышаныслы дуҫ. □ Наперсник, наперсница. Серҙәш булыу. Серҙәшкә сер сисеу. ■ Серҙәрем куп, серҙәшем юҡ, эҫтәрем һағыш ҡына. Халыҡ йырынан. Ғумер буйы сарсап йәшәнем мин йән серҙәшкә ҡырыҫ тормошта. Р. ҠолДәүләт. • Ҡараҡ менән юлдаш булма, ғәйбәтсе менән серҙәш булма. Мәҡәл.
СЕРЕК I (Р: гнилой; И.: rotten; T: çürük) с.
1. Һыу, һауа тәьҫирендә оҙаҡ булыу сәбәпле тәүге сифатын, ныҡлығын юғалтып боҙолған, тарҡалған. □ Гнилой; трухлявый; тухлый. Серек бәрәңге. Серек ағас. Серек иҙән. ■ Ихсанбай уҙ ғумерендә аҙ юғалтыу кисермәне, нишләп әле ул, серек дуңгәк кеуек, бөтәһен дә һеңдерергә, ус алмаҫҡа, ҡон ҡайтармаҫҡа тейеш? Т. Ғарипова. Икмәкте ҡайҙан алһын улар? Хатта ҡышлаған серек картуф ҡәҙерле ине ул саҡта, — тип аңлата өләсәһе малайға. Б. Рафиҡов. Серек төпһәләрҙә ялған бәшмәк — аҡ булһа ла, эсе ыу ғына. Ф. Күзбәков. • Бер серек алма бөтә тоҡто серетә. Мәҡәл.
2. кусм. Тормоштан ситкә тайпылған; хата, яңылыш. □ Гнилой, порочный. Серек аҡыл. Серек тормош. Серек идея. • Бер серекте аҫрағансы, бер таҙаны аҫра. Мәҡәл.
♦ Серек баш 1) башы эшләмәгән, тәрән уйлай белмәгән. □ Придурковатый, доел. Мякинная голова; 2) һөйл. тиҙ онотоу сан, хәтерһеҙ кешегә ҡарата кәмһетеп әйтелә. □ Забывчивый, беспамятный. Серек мейе ҡар. серек баш. ■ Килмөхәммәт, талсыбыҡ менән ҡайыҙла уҙен, серек мейегә аң инһен, арҡаһының ҡыҙыуы баҫылып ҡалыр. Б. Но-ғоманов. Серек сабата юҡҡа ғына үпкәләп, илап барған кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Глаза на мокром месте у кого. ■ Бала булырға ни ул, кәләш алырлыҡ бит инде, уҙе әллә ниндәй — серек сабата. 3. Ураҡсин.
501