Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 502


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕРЕК
СЕРЕК II (сереге) (Р.: гниль; И.: rotten stuff; T.: çürük) и.
Һыу, һауа тәьҫирендә оҙаҡ булып боҙолған, тарҡалған нәмә. □ Гниль, гнилушка, труха. Алманың сереге. Бүрәнәнең сереге ҡойола. Серектән таҙартыу.
СЕРЕК III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенең араһы. □ Серек (родовое подразделение башкир-юрматин-цев). Серектәр араһы.
СЕРЕК АУЫРЫУЫ (Р: гнилец; И.: foulbrood; T.: arıların bir tür hastalığı) и. умарт.
Бал ҡортоноң балаһын серетә торған йоғошло ауырыу. □ Гнилец (болезнь пчелиных личинок). Серек ауырыуынан умарта хәлһеҙләнә һәм йыш ҡына һәләк була. Серек ауырыуына ҡаршы сульфаниламидтар ҡушылған шәкәр сиробы ҡулланалар.
СЕРЕЛДӘК (Р: писклявый; И.: squeaky; T.: tiz sesli) с. һөйл.
Нәҙек тауыш менән һөйләшкән. □ Писклявый. Серелдәк тауыш. Серелдәк ҡыҙыҡай.
СЕРЕЛДӘҮ (серелдә-) (Р: визжать; И.: scream; T.: şırıldamak) ҡ.
1. Сыр-сыр итеү, сыр-сыр тигән тауыш сығарыу. □ Визжать. // Визг, визжание.
■ Комиссарҙың һигеҙ йәшлек малайы менән ун өс йәшлек ҡыҙы, ҡоштан ҡасып, инәһе ҡанаты аҫтына инә торған себештәр һымаҡ, серелдәп, алғы өй мөйөшөнә һыйындылар. И. Насыри.
2. Сыр-сыр итеү, сыр-сыр тигән тауыш сығарыу; сырылдау. □ Верещать; стрекотать. // Верещание, стрекот, стрекотание.
■ Ҡараңғылы-яҡтылы бүлмәлә сиңерткә ярһынып серелдәй. Ә. Бикчәнтәев. Сыуал артында бер туҡтауһыҙ, маҙа килтереп, өй сиңерткәһе серелдәй. Я. Хамматов. • Серәкәй серелдәп еңер. Мәҡәл.
СЕРЕ Л Д ӘШЕ Ү (серелд әш-) ҡ. урт. ҡар. серелдәү 1, 2. взаимн. от серелдәү 1,
2. ■ Урман сиңерткәләре серелдәшә, серәкәйҙәр тезелдәшеп оса. Я. Хамматов.
СЕРЕМ (Р: дрёма; И.: пар; T.: uyuklama) и.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ярым йоҡоло хәл.
□ Дрёма, дремота. Серемгә талыу. ■ Ҡулай урын табып, серемгә киткәйне инде Ирназар. Ә. Хәкимов. Нурания серемгә китер-китмәҫтән, үҙен гөрләп торған бәхетле тормоштан яфалы яҙмыш даръяһына атҡан ғәрәсәтле ваҡиғалар менән һаташа башлай. Ә. Хәкимов.
СЕРЕМЕТ (Р: лыко; И.: bast; T.: ıhlamur kabuğunun lifi) и. диал. ҡар. һалабаш.
Йүкә ағасының йомшаҡ йүкәһен серетеп һыҙырыу өсөн һыуға батырылған ҡабығы.
□ Лыко. Сереметтән эшләнгән арҡан. Күлгә серемет һалыу. Серемет менән кәсеп итеү.
СЕРЕМ ИТЕҮ (серем ит-) (Р: дремать;
И.: take а пар; T.: uyuklamak) ҡ.
Бер аҙ йоҡлап алыу; еңелсә йоҡлау.
□ Дремать, прикорнуть. Серем итеп алыу. Көндөҙ серем итеү. ■ Эйәргә баш һалып, серем итһәң дә булыр ине. Ғ. Ибраһимов. Таң алдынан ғына старателдәр серем итеп алдылар ҙа ҡояш ҡалҡмаҫ элек бүленгән эште дауам иттеләр. Я. Хамматов.
СЕРЕМТӘ и. диал. ҡар. серетмә. Серемтәгә бай ҡара тупраҡ. Серемтә һибеү.
СЕРЕНАДА [ит. serenata киске йыр'] (Р: серенада; И.: serenade; T.: serenat) и. муз.
1. Урта быуаттағы Италия менән Ис-панияла һөйгән ҡыҙға тойғоно асып, мандолина, гитара һ. б. музыка ҡоралына ҡушылып йырланған йыр. □ Серенада. Мөхәббәт серенадаһы. Серенада башҡарыу. Серенада тыңлау.
2. Инструменталь ансамбль өсөн яҙылған сюита тибындағы музыкаль әҫәр.
□ Серенада. Оркестр өсөн серенада. Моңло серенада.
3. Конкрет кешегә мөхәббәт менән һуғарылған музыкаль әҫәр. □ Серенада. Мөхәббәт серенадаһы башҡарыу.
СЕРЕТЕҮ (серет-) (Р: гноить; И.: let rot; T.: çürütmek) ҡ.
1. һыу, һауа тәьҫирендә оҙаҡ тотоп боҙоу.
□ Гноить, сгнаивать, подвергать гниению. Оҙайлы ямғыр бесәнде серетә. ■ һуңлап яуған ямғырға эләгеп, бик мул булмаһа
502