СЕРЕҮ
ла, баш биргән тары, борсаҡ, ҡарабойҙай көлтәләрен кинәнеп серетә. 3. Биишева. • Алтынды ҡоя белмәгән иретер, тирене иләй белмәгән серетер. Мәҡәл.
2. кусм. Ауыр, ғазаплы шарттарҙа тотоу, яфалау. □ Погубить, гноить, сгноить. ■ Марта Валдисҡа бармаҡ янап: «Ҡара уны, тағы ҡасһа, уның урынына Дахау ҙа уҙеңде серетермен!» — тип екерҙе. Ә. Хәкимов. Шул ҡандала-управляющий кемдәрҙе генә ғазапламаны. Сыбыҡ һуҡтырҙы, штрафтар һалды, сынйырлап бәйләп ҡуйып, подвалда серетте. Ғ. Ибраһимов.
♦ Мейе серетеү 1) ныҡ уйлау, талап ителгән нәмә менән баш ҡаңғыртыу. □ Ломать голову. ■ Елисеев: «Юҡ менән мейеңде серетмә!» — тип ҡысҡырып ҡалды. Ә. Хәкимов; 2) кемдеңдер башын ҡатырыу. □ Морочить голову, пудрить мозги. Кит эле, мейене серетеп йөрөмә.
СЕРЕТКЕ I (Р.: яйцо-болтун; И.: added egg; T.: civciv çıkmayan bir grup yumurta) u.
Баҫҡанда себеше сыҡмай боҙолған йомортҡа. □ Яйцо-болтун. Ҡаҙҙың кукәйҙә-ре серетке булған. ■ Тауығымды баҫтырғайным, бер сепей ҙә сыҡманы — бөтәһе лә серетке булды. Экспедиция материалдарынан. Куҙлекле апай беҙгә тауҙар, урмандар тураһында һөйләй генә башлағайны, малайҙар уйнаған яҡтан, тап апай баҫып торған ергә серетке йомортҡа килеп төштө. Ә. Бикчәнтәев.
СЕРЕТКЕ II (Р: игроки, обнаруженные или пойманные первыми и вышедшие из игры; И.: looser; T.: oyunda ilk bulunan veya oyun dışı kalan kimse) и. этн. диал.
Йәшенмәк йәки һәпәләк кеүек уйындарҙа иң алдан табылып йәки тотолоп уйындан сыҡҡан кеше. □ Игроки, обнаруженные или пойманные первыми и вышедшие из игры (при игре в прятки, жмурки и т. д.). Мин серетке булдым.
СЕРЕТМӘ (Р: перегной; И.: humus; T.: çürüme) и.
1. Серегән тиреҫ, тиҙәк. □ Перегной, перегнивший навоз. / Перегнойный. Баҫыуға серетмә сығарыу. Серетмә ташлау. ■ Кисә кис Иштуғандар барып төшкәндә, Ба-
тыйма тутайҙың тиреҫ, дегет, кун, тимер, әсе кәбеҫтә, тағы әллә ниндәй серетмә еҫтәре борҡоп, танауҙы ярып килгән киң, бысраҡ ишек алды тәртәләрен юғары кутәреп тығыҙлап урынлаштырылған йөклө саналар, сана янына бәйләп ҡуйылған аттар менән туп-тулы ине. 3. Биишева.
2. Тупраҡтың үҙендә үлән, хайуан ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән ҡатлам.
□ Компост. ■ Үлән ҡалдыҡтарынан яҡшы сифатлы серетмә аласаҡбыҙ, баҡсалағы суп тә органик ашламаға әйләнәсәк. «Йәшлек», 19 июнь 2012.
СЕРЕТМӘ ҮЛӘНЕ (Р: красильная трава; И.: dying grass; T: bir tür boya bitkisi) и. бот. диал.
Ерек араһында үҫкән ҡарағайға оҡшаш буяу үләне. □ Красильная трава. Йөндө серетмә уләнгә буяу. ■ [Маһитап] буяуҙары уңмаһын өсөн, серетмә уләненең йәш һутын ҡушырға ла онотмай. Ғ. Ибраһимов.
СЕРЕТМӘ ЯМҒЫР и. диал. ҡар. быҫҡаҡ ямғыр. Серетмә ямғыр башланды. Серетмә ямғыр туҡталманы. Көҙгө серетмә ямғыр.
СЕРЕҮ (сере-) (Р: гнить; И.: rot; Т.: çürümek) ҡ.
1. Һыу, һауа тәьҫирендә оҙаҡ булып боҙолоу, тарҡалыу. □ Гнить, сгнивать, разлагаться, преть. // Гниение. Картуф сереу. Теш сереу. Бурэнэ сереу. ■ Кисә Буран болдор төҙәтергә кереште, серегән таҡталарҙы асыуланып ҡуптарып, иҫке бағаналарҙы ауҙарҙы. Ә. Бикчәнтәев. Атаһы [Мәҙинәнең] серегән бағананың осон бысып яңынан ултыртҡан икән. Т. Ғарипова. • Тиҙ бешкән емеш тиҙ серер. Мәҡәл.
2. кусм. Ауыр шарттарҙа йәшәү, көн итеү.
□ Гнить, сгнивать, разлагаться, преть. // Гниение. ■ [Баҙыян еңгә:] Бөтә донъя аҫты-өҫтөнә килеп, емерелеп ятҡанда, у ҙең каторгала серегәндә, ниндәйҙер яҡшы тормош килеренә ышаныр өсөн йә сабый, йә диуана ғына булырға кәрәк шул,— тине. 3. Биишева. [Ғөбәйҙулла солтан:] Йор һуҙ, аһәңле моң менән халыҡтарыбыҙҙы, донъяны йәмләп йәшәргә әйҙәусе ошондай сәсән төрмәлә сереп ятырға тейеш тугел! Ф. Янышев.
503