СЕРЕШЕҮ
♦ Ир муйынында ҡыл еп серемәҫ әйткән һүҙендә торған. □ Верный, правдивый.
■ Белгән өсөн дә беҙ һине, ҡуш ҡулыңа кул тиклем кул тоттороп, алтмыш тәңкә оклад ҡосаҡлатып ҡуйҙыҡ. Ир муйынында ҡыл еп серемәҫ, тинек. Й. Солтанов. Серегән бай бик ныҡ байыҡҡан. □ Богатый, пребогатый.
■ Борон-борон заманда йәшәгән, ти, серегән бай. Әкиәттән.
СЕРЕШЕҮ (сереш-) (Р.: упорствовать; И.: persevere; T.: direnmek) ҡ.
Көс һалып тырышыу; ныҡышыу. □ Упорствовать; сопротивляться. Яҡшы эшләргә серешеу. Эште атҡарырға серешеу. • Кумәк эшләр тырышып, яңғыҙ эшләр серешеп. Мәҡәл.
СЕРЖАНТ [фр. sergent} (Р: сержант; И.: sergeant; T.: çavuş) и. хәрби.
Армия һәм полициялағы (элекке милиция) кесе командирҙар составына бирелгән дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Сержант. / Сержантский. Кесе сержант. Сержант дәрәжәһе. ■ Икебеҙгә тейҙе бер юлы бер минаның ике ярсығы, береһе ҡалды сержант Фоминда, .. икенсеһе минең тәнемдә. М. Кәрим. Постағы сержант алдында кәрәкмәгән һөйләшеу булып ҡуймаһын тип, Вәлиулла тиҙерәк урамға атланы. Д. Бүләков.
СЕРЖЕЙ [фин-уғыр телдәренән] (Р: малёк; И.: fry; T.: balık yavrusu) и. зоол. диал. ҡар. селбәрә 2.
Яңы яралған ваҡ балыҡ. □ Малёк, һыу ситендә уйнаған сержей. Сержей тотоу. Болғансыҡ һыуҙа сержейҙәр мыжғый.
СЕРИАЛ [лат. series ‘рәт’] (Р: сериал; И.: film serial; T.: dizi) и.
Бер нисә сериянан торған кино йәки телефильм. □ Сериал. Сериал төшөрөу. Сериал ҡарау. Криминаль сериал.
СЕР ИТЕҮ (сер ит-) (Р: скрывать; И.: conceal; T.: saklamak) ҡ.
Мәғлүмәтте йәшереү. □ Скрывать, таить, делать тайну, держать что-л. в тайне. Сер итеп һаҡлау. Сер итеп кенә һөйләу.
СЕРИЯ [лат. series ‘ряд’] (Р: серия; И.: series; T.: seri) и.
1. Уртаҡ билдә һәм сифаты булған нәмәләр төркөмө. □ Серия. / Серийный. Китаптар серияһы. Йырҙар серияһы. Мәҡәләләр серияһы. ■ Ғайса Хөсәйеновтың тырышлығы менән куп томлы «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының китаптарында (VII, VIII томдарҙа) «Корҡот ата», «Уғыҙ хикәйәте», «Сура батыр »ҙың йыйылма текстары, ғәрәп дастаны «Ләйлә менән Мәжнун» иҫке төркисәнән башҡортсаға ауҙарылған. Г. Хөсәйенова.
2. тех. Бер стандарт буйынса эшләнгән изделиелар, деталдәр төрө. □ Серия. / Серийный. Машиналар серияһы. Открыткалар серияһы. Уйынсыҡтар серияһы.
3. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың (аҡсаның, облигацияның һ. б.) һан йәки хәреф менән билдәләнгән разряды, категорияһы. □ Серия. / Серийный. Аҡсаның серияһы һәм номеры. Паспорттың серияһы. Купюралар серияһы.
4. Ҙур, күп өлөштәрҙән торған фильмдың айырым күрһәтелгән бер өлөшө. □ Серия. Фильмдың беренсе серияһы, һуңғы серияны ҡарау.
СЕРИЯЛАП (Р.: сериями; И.: by series; T.: serili) p. тех.
Билдәле стандарт буйынса сериялар менән. □ Сериями. Сериялап деталдәр сығарыу. Сериялап сығарылған ҡорамалдар. Двигателдәрҙе сериялап етештереу. ■ Сериялап сығарыла башланған яңы верто-лётты ҡырыҫ төньяҡ шарттарында һынап ҡайтып килгәндә сәғәткә яҡын ваҡыт осҡандан һуң ҡаты буранға осранылар. А. Мағазов.
СЕРИЯЛЫ (Р.: серийный; И.: serial; Т.: serili) с.
1. Билдәле стандарт буйынса сериялап эшләнгән. □ Серийный. Сериялы сығарылыш. Сериялы станоктар. Сериялы машиналар.
2. Күпмелер сериянан торған. □ Серийный. Ике сериялы нәфис фильм. Куп сериялы фильм төшөрөу. ■ Башҡорт фильмы тарихында Әнуәр Нурмөхәмәтов куп сериялы видеофильмдар эшләу тәжрибәһенә нигеҙ һалды. «Йәшлек», 16 май 2009.
504