СЕРЛЕ
СЕРКЕЛДӘҮ (серкелдә-) (Р.: чирикать;
И.: twit; T.: şırıldamak) ҡ.
1. Серк-серк итеү, серк-серк килеү.
□ Чирикать. // Чириканье. Сәпсек серкелдәй. Өй башында турғайҙар серкелдәй. М Зәки сыҡты, ярма һипте, сәпсек уны сүпләне. Шунан һуц ул талға осто, шатланып серкелдәне. Ғ. Ғүмәр.
2. Серк-серк иткән тауыш сығарыу.
□ Стрекотать. // Стрекот, стрекотание. Сиңерткәләр серкелдәй. ■ Тәҙрә баштарында ултырған сәпсектәр алмаш-тилмәш серкелдәйҙәр. Р. Ғабдрахманов.
СЕРКЕЛДӘШЕҮ (серкелдәш-) ҡ. урт. ҡар. серкелдәү 1, 2. взаимн. от серкелдәү 1, 2. ■ Үлән араларында, йәйҙең үтеп барыуына зарланышып, сиңерткәләр серкел-дәште. Я. Хамматов.
СЕРКЕТЕҮ (серкет-) (Р: уничтожать;
И.: destroy; T.: bitirmek) к. диал.
Юҡҡа сығарыу, бөтөрөү, тәләфләү.
□ Уничтожать, терять что-л.\ растрачивать, разбазаривать. Малды серкетеп бөттө. Мөлкәтте серкеттеләр.
СЕРКЕҮ I (серке-) (Р: кончиться; И.: run low; depleat; T.: bitmek) ҡ. һөйл.
Юҡҡа сығыу, бөтөү. □ Кончиться, иссякать; быть уничтоженным. Бөтә мал-тыуары серкеп ҡуйҙы.
СЕРКЕҮ II (Р: стыд; И.: shame, disgrace; T.: utanç) и. диал. ҡар. хурлык.
Мыҫҡыл ителгән хәл. □ Стыд, позор. Биткә серкеү килтереү. Серкеү һалыу. ■ Күсем ауылының сал ҡарттарына, ауылды көнө-төнө һаҡлап торған ҙур Ҡарауыл ташына, туған-таныштарыма һәм мине атҡа атландырып, икенсе дәүләттең сиген үтеп сығырға әмер биргән илем йөҙөнә лә серкеү килтермәм. Р. Өмөтбаев.
СЕРКЕШЕҮ (серкеш-) (Р: очернять друг друга; И.: slander each other; T.: lekelemek) ҡ. диал.
Бер-береһен хурлау, мәсхәрәләү, йөҙөнә ҡара яғыу. □ Очернять друг друга. Ике күрше бер ҙә тынмай, серкешә. Бер-береңде серкешеү.
СЕРК-СЕРК (Р: чирк-чирк; И.: twit!; Т.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Төрлө ваҡ ҡош һ. б. тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание щебетанию птиц: чирк-чирк. Серк-серк турғайҙар оса. Ағас ботағында сәпсектәр серк-серк килә.
СЕРКӘ (Р.: малёк; И.: small fry; T.: balık yavrusu) и. диал. ҡар. селбәрә.
Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы; йотҡолоҡ. □ Малёк. Серкә тотоу. Серкә эләктереү. Күл ситендә серкәләр йөҙә.
СЕРКӘТӘҮ с. диал. ҡар. сирләшкә. Серкәтәү бала. Серкәтәү ҡатын.
СЕРКӘШ [фарс. (Р: название башкир у персов; И.: Bashkir’s Persian name; T.: Acemlerin Başkurtlara verdiği isim) u.
Башҡорттоң фарсы араһындағы атамаһы. □ Название башкир у персов. ■ [Пал-лас:] Ана шул кеше [Ураков] Елизавета Петровнаға яҙған хатында ацлатма биреп, башҡорттарҙы иранлылар серкәш тип йөрөтәләр, ти. Ғ. Ибраһимов.
СЕРКӘШЕҮ (серкәш-) (Р.: прилагать большие усилия; И.: apply much effort; T.: özenmek) ҡ. диал.
Ныҡ көс һалып тырышыу, көсөргәнеү.
□ Прилагать большие усилия, напрягать силы. Серкәшеп эшләү. Серкәшеп уҡыу.
СЕРЛЕ (Р: секретный; И.: secret; T: sırlı) с.
1. Башҡаларға белдерергә ярамаған, йәшерен. □ Секретный, с секретом. Серле хәбәр. Серле ҡағыҙ. Серле ваҡиға. • Серле кеше — сирле кеше. Мәҡәл. Серле үлмәҫ, сирле үлер. Мәҡәл.
2. Йәшерен мәғәнәле, асылы билдәһеҙ.
□ Таинственный, загадочный. Серле ҡараш. Серле мөнәсәбәт. Серле донъя. И Ҡыҙ «ялт» иттереп егетенә боролоп ҡараны, күҙҙәрендә серле осҡонсоҡтар сағылды ла һүнде, сағылды ла һүнде. Д. Бүләков.
3. Тылсым көсөнә эйә булған. □ Волшебный. Серле көҙгө. Серле балдаҡ. И Ҡарт серле таяғы менән ҡартлас имәнгә һуға, ҡапыл, гүйә ер аҫтынан, өс батыр ҡалҡып сыға. М. Кәрим. Мәскәй артҡа, иң ҡараңғы мөйөшкә сигенгәс, егет серле таҡтала уға ғәжәп һөйкөмлө ҡарап торған бик һылыу бер ҡыҙҙы күрә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
505