СЕРЛЕЛЕК
4. кусм. Тәьҫир көсө, сере менән үҙенә арбаған. □ Волшебный, таинственный. Серле тамаша. Серле моң. Серле урман. ■ Урман — тәбиғәттең ниндәйҙер серле бер көскә эйә мөһабәт донъяһы. С. Шәрипов. Ҡыш биҙәгән ошо серле донъя әкиәт булып кусә куңелгә. 3. Алтынбаева.
СЕРЛЕЛЕК (серлелеге) (Р.: таинственность; И.: enigmatic nature; T.: sırlılık) и.
Ниндәйҙер билдәһеҙ, аңлашылмаған һәм серле нәмә. □ Таинственность, загадочность. Серлелек булыу. Серлелек һаҡлау.
■ Һөйләшкәндәрҙең араһына инерлек русса белмәгән Рәхимәнең был серлелектән эсе янды. Һ. Дәүләтшина. Кук йөҙөнә яңы ғына кутәрелеп килгән ҡыҙыу ҡояш, кул төбөнә алтын бағана булып һуҙылып, уға тағы ла матурлыҡ, серлелек өҫтәй. 3. Биишева. Ғаяз ҡоҙаның ҡараштарында хикмәтле, шиғриәтле серлелек сағыла ине шикелле. С. Шәрипов.
СЕРЛӘШЕҮ (серләш-) (Р.: делиться секретами; И.: share secrets; T: sırlaşmak) ҡ.
Ихласлыҡ менән күңел беркетеп, серле-серһеҙ хәбәр һөйләшеү. □ Делиться секретами, тайнами. Икәу серләшеу. Әхирәт менән серләшеу. Аулаҡта серләшеу.
■ Улар [Ҡыҙырас менән Ғариф] ошолай бик мауығып, серләшеп ултырғанда, ишек төбөндә ятҡан Йомғаҡ, ҡапыл уянып, өрөп ебәрҙе. 3. Биишева, һабаҡташтар, әлбиттә, элекке мәрәкәләрҙе, таныштарын иҫкә алып, һөйләшергә, серләшергә лә форсат таптылар. 3. Ураҡсин. • Серләшергә уҙ яҡшы, һөйләшергә ят яҡшы. Мәҡәл.
СЕРМЫШ (Р: ёрш; И.: ruff; T: Trakya levreği) и. зоол. диал. ҡар. шырт балыҡ.
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған, шырт ҡанатлы, ныҡ ҡылсыҡлы ваҡ йылға балығы. □ Ёрш (лат. Acerina сетиа). Сермыш — сәнскеле балыҡ. Сермыш тотоу. Сермыштың яратҡан урыны — тәрән ҡултыҡтар.
СЕРНА [рус.] (Р: серна; И.: chamois; Т: dağ keçisi) и. зоол. ҡар. кәзә.
Тау кәзәһе. □ Серна (лат. Rupicapra rupicapra). Серна йәй көндәре тау башында, ә ҡышын урманда йәшәй.
СЕРНӘШКЕ (Р.: назойливый; И.: importunate; T: sırnaşık) с. диал. ҡар. бәйләнсек.
Кешегә бәйләнеп йөҙәтеүсән. □ Назойливый. Сернәшке әҙәм.
СЕРОВОДОРОД [рус.] (Р: сероводород; И.: hydrogen sulphide; T: kükürtlü hidrojen) и. хим.
Көкөртлө водород, серек йомортҡа еҫенә оҡшаш еҫле төҫһөҙ газ. □ Сероводород. Куп сероводород. Сероводород газы. ■ «Башнефть» акционер нефть компанияһының нефть йыйыу пункттарында еңел фракцияларҙы айырып сығарыу системаһын ин-дереу һөҙөмтәһендә атмосфераға ташланған углеводород менән сероводород куләме 80 процентҡа кәмене. «Башҡортостан панорамаһы», № 3, 2007.
СЕРОВОДОРОДЛЫ (Р: сероводородный; И.: with hydrogen sulphide; T: kükürtlü hidrojenli) c.
Составында көкөртлө водород булған.
□ Сероводородный. Сероводородлы шишмә. Сероводородлы газ.
СЕРПАНТИН [фр. serpentine < serpent ‘йылан’] (Р: серпантин; И.: paper streamer; T: serpantin) и.
1. Карнавал, маскарад, бал ваҡытында кешеләр өҫтөнә ырғытыла торған төрлө төҫтәге тар ҡағыҙ таҫма. □ Серпантин. / Серпантинный. Төҫлө серпантин. Фольганан серпантиндар. Шыршыны серпантин менән биҙәу.
2. Бормалы-бормалы текә тау юлы.
□ Серпантин (извилистая горная дорога). Серпантинда уҙыш. Серпантиндан барыу. Серпантин юлдарҙа сәфәр.
СЕРПЕНТАРИЙ [лат. serpens ‘йылан’] (Р: серпентарий; И.: ophidiarium; T.: ser-pentarium, yılan çiftliği) и.
Йыландарҙан ағыу алыу өсөн тотҡан урын, бина. □ Серпентарий (помещение или пространство для содержания змей с целью получения от них яда). Шәхси серпентарий. Серпентарий ҡағиҙәләре. Серпентарий хеҙмәткәре.
СЕРПЕНТИН [лат. serpens ‘йылан’] (Р.: серпентин (вид минерала)', И.: green marble; T.: serpantin) и. мин.
506