Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 507


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕРТМӘ
Йылан тиреһенә оҡшап, таптары булған йәшкелт һары, ҡуйы йәшел төҫтәге минерал төрө. □ Серпентин (вид минерала). / Серпентинный, серпентиновый. Серпентин ятҡылығы. Серпентиндың бай палитраһы. Серпентиндан ваҡ-төйәк нәмәләр яһау.
СЕРПЕНТИНИТ [лат. serpens ‘йылан’] (Р.: серпентинит; И.: serpentine; T.: serpan-tinit) и. геол.
Составында серпентин минералы булған ҡаты, тығыҙ тау тоҡомо. □ Серпентинит (плотная горная порода; змеевик). Башҡортостанда серпентинит сығарыу. Йәшел серпентинит менән биҙәү.
СЕР-СЕР (Р.: чирик-чирик; И.: twit!; Т.: şır şır) оҡш.
1. Ваҡ ҡош, сиңерткә кеүек нәмә тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание стрекоту, чириканью: чирик-чирик. Сер-сер итеу. Яланда сиңерткәләр сер-сер килә.
2. Ҡабат-ҡабат сер (II) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание визгу, писку. Бала-саға сер-сер килә. Сер-сер килеп һыу инеу.
СЕР СИСЕҮ (сер сис-) (Р: открыть тайну; И.: divulge a secret; T.: sırını açmak) ҡ.
Уй-фекерҙе ышанып асып биреү. □ Открыть тайну; разгласить тайну. Яҡын кеше итеп серемде систем. ■ Вася, куҙҙәрен тағы ла нурлы көлдөрөп, дуҫына ҡарай ҙа, тауышын әкренәйтеп сер сисә. Һ. Дәүләтшина.
СЕРТ (Р: подражание лёгкому хрусту, треску; И.: crack!; T.: çıtırtı) оҡш.
Теш араһынан төкөргәндә, һағыҙ сәйнәгәндә, батҡаҡ кискәндә һ. б. сыҡҡан нәҙек тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому хрусту, треску. Серт итеп һынды. Серт итеп төкөрөп ҡуйҙы. И Приказчик, минең ваҡыт юҡ әле, тип ситкә ҡарап серт төкөрә лә уҙ юлына китә бирә. Һ. Дәүләтшина.
СЕРТЕЛДӘТЕҮ (сертелдәт ) ҡ. йөкм. ҡар. сертелдәү, понуд. от сертелдәү. Сертелдәтеп төкөрөу.
СЕРТЕЛДӘҮ (сертелдә-) (Р: хлюп-хлюп; И.: squelch; T.: şap şap) ҡ.
Серт-серт итеү. □ Подражание звукам хлюпанья воды, грязи: хлюп-хлюп. Ҡамыр сертелдәй. Батҡаҡ баҫҡан һайын сертелдәй.
СЕРТИФИКАТ [фр. certificate < лат. certum ‘дөрөҫ’ + facere ‘яһау’] (Р: сертификат; И.: certificate; T.: sertifika) и.
1. Ниндәйҙер фактты раҫлау өсөн дәүләт органы тарафынан бирелгән таныҡлыҡ, документ. □ Сертификат (удостоверение, документ, письменное свидетельство). Сертификат тапшырыу. Сертификат тултырыу.
2. Тышҡы сауҙала: тауарҙың сорты, ассортименты, хаҡы яҙылған ҡағыҙ. □ Сертификат (документ, удостоверяющий качество товара). Тауарҙың лицензияһы һәм сертификаты бар. ■ «Ағиҙел» предприятиеһы биш йөҙҙән артыҡ продукция етештерә. Улар тауар билдәләре һәм мөмкин булған сертификаттар менән һаҡлана. «Таң», 11 июль 2011.
3. фин. Махсус дәүләт заёмдары облигацияларының исеме. □ Сертификат (название облигаций специальных государственных займов). Дәуләт сертификатный алыу.
4. Дәүләт заёмдарын раҫлаусы облигация. □ Сертификат (облигация, удостоверяющая государственные займы).
СЕРТЛӘТЕҮ (сертләт-) ҡ. йөкм. ҡар. сертләү, понуд. от сертләү. Н Тамсы бейене шашынып, сертләтеп тәҙрә ситен. «Йәшлек», 11 август 2009.
СЕРТЛӘҮ (сертлә-) (Р: трещать; И.: crackle; T: çıtırdamak) ҡ.
Серт итеү. □ Трещать, хрустеть, потрескивать. Сертләп һыныу. Сертләп яныу. Сертләп ярылыу.
СЕРТМӘ I (Р: красильная трава; И.: dying grass; T: bir tür boya bitkisi) и. бот. диал. ҡар. серетмә үләне.
Буяу үләне. □ Красильная трава. Элек йөндө сертмәгә буяғандар.
СЕРТМӘ II (Р.: вспаханная зябь; И.: land ploughed in autumn for spring sowing; T: güzün sürülmüş tarla) и. диал.
Туңға һөрөлгән ер. □ Вспаханная зябь. Сертмәгә куп йыллыҡ улән сәсеу. 50 га сертмә.
507