Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 508


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕРТ-СЕРТ
СЕРТ-СЕРТ (Р.: подражание звукам треска, хруста; И.: sound imitative word; T.: çıtır çıtır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат серт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам треска, хруста, чавканья ит.д. Серт-серт һағыҙ сәйнәү. Серт-серт көнбағыш ярыу. Серт-серт төкөрөү.
СЕРТ ТӘ СЕРТ оҡш. ҡар. серт-серт.
СЕРФБОРД [ингл. surfboard] (Р.: серф-борд; И.: surfboard; T.: sörf) и. спорт.
Сёрфинг өсөн таҡта. □ Серфборд. Серфборд һатып алыу. Серфборд эшләү. Серфборд оҙонлоғо.
СЁРФИНГ [ингл. surfing] (Р: сёрфинг; И.: surfing; T.: sörf) и. спорт.
Тулҡындарҙа еңел таҡтала шыуыу. □ Сёрфинг. Сёрфинг өсөн тулҡындар. Сёрфинг ярышы.
СЕРӘ (Р: очень; И.: much; hard; T.: pek) р. диал. ҡар. үтә.
Ныҡ. □ Очень, сильно; крепко. Серә тырышыу. Серә арыу. Серә маҡтау.
СЕРӘЙЕҮ (серәй-) (Р: смотреть пристально; И.: stare fixedly; T.: göz kesilerek bakmak) ҡ.
Мызлап, ныҡ текәлеп ҡарау. □ Смотреть пристально. Серәйеп ҡарау. Серәйеп ултырыу. ■ Һүнмәгән папиросын тәрилкә ситенә һалды ла, ҡорбанына ырғырға йыйынған юлбарыҫ шикелле башын өҫтәлгә һалып, янып торған күҙҙәре менән Андрейға серәйеп ҡараны [Ғәлимйән]. Р. Өмөтбаев.
СЕРӘЙЕШЕҮ (серәйеш-) ҡ. урт. ҡар. серәйеү, взаимн. от серәйеү. Серәйешеп то-Р°У-_______~ _ .. _ .
СЕРӘКӘЙ I (Р: комар; И.: gnat; T.: sivrisinek) и. зоол.
Ике тар ҡанатлы, оҙон аяҡлы, нәҙек кәүҙәле ҡан һурғыс бөжәк. □ Комар. / Комариный (лат. Culexpipiens). Серәкәй талау. ■ Бер туҡтауһыҙ маҙа китәреп: «Тез-з-з... тез-з-з... ҡайһығыҙ һимеҙ-ҙ?» — тип серәкәйҙәр тезелдәшә. Я. Хамматов. [Сафый] тәүҙә әрәмәлек ситенә сүгәләп ҡараны — дымһыу лапылыҡ яҡын булғанғамы, серәкәй, ләпәк йонсота. С. Шәрипов. Зарифа, серәкәй тулыуҙан ҡурҡып, тәҙрәне япһа ла, һауа
етмәгәндәй быуылып барғас, кире асты. Т. Ғарипова.
СЕРӘКӘЙ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Нуғай-бөрйән ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир-ногай-бурзянцев. Серәкәйҙәр килгән. Серәкәйҙәр араһы.
СЕРӘНЕҮ (серән-) (Р: напрягаться; И.: strain; T.: özenmek) ҡ.
Бөтә көстө һалып тырышыу; көсөргәнеү.
□ Напрягаться, тужиться, прилагать большие усилия. // Напряжение. ■ Ат бик йонсоған, йөктө серәнеп саҡ тарта. Ғ. Ибраһимов. [Миңһылыу:] Күпме серәнһәк тә, беҙ артманыҡ, ә Исхаҡ ҡалынайҙы. К. Кинйәбулатова.
СЕРӘНЕШЕҮ (серәнеш ) ҡ. урт. ҡар. серәнеү, взаимн. от серәнеү. ■ Каҙаҡ балуаны Сәйет батыр менән көрәшә башлаған, быларҙың бер-береһен еңә алмай серәнешеп йөрөүенә түҙеме етмәй, Ғәбит батыр ат өҫтөндә ғәйәрләнеп, тибәләнеп ултыра икән. Халыҡ ижадынан.
СЕРӘҮ (серә-) (Р: упорствовать; И.: persevere; T.: direnmek) ҡ.
Ныҡ көс һалыу. □ Упорствовать. ■ Таймаҫҡа тырышып, аяҡты серәп баҫа торғас, ҡатыу сыҡты. К. Кинйәбулатова.
СЕРӘШ I (Р: настойчивый; И.: stubborn; T.: direngen) с.
Үҙ һүҙен һүҙ итеүсе кеше; ныҡымыш.
□ Настойчивый, упорный. Серәш егет. Серәш әҙәм. ■ [Әбей — Мария Терезаға:] Өгөтләп маташмайым. Барыбер кире күндереп булмаҫ һин серәште. М. Кәрим.
СЕРӘШ II (Р: упрямо; И.: stubbornly; Т.: kasten) р.
Һүҙендә, эшендә һ. б. ныҡ торған рәүештә. □ Упрямо, строптиво. Аяҡты серәш терәп тороу. ■ [Малай] ныҡлы, серәш баҫып тора. Ә. Ихсан.
СЕРӘШЕҮ (серәш-) (Р: стараться; И.: try hard; T.: özenmek) ҡ.
1. Бар көстө һалып тырышыу, ныҡышыу.
□ Стараться, прилагать большие усилия. // Старание. Эшләргә серәшеү. Гармун уйнарға
508