Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 509


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕТЕРЕКЛЕ
серәшеү. ■ Йәнем бирмәй серәштем, үлем менән көрәштем. «Урал батыр». Бер аҙ өндәшмәй шымып ятҡас, тәуҙәгеһенән дә баҫыңҡыраҡ, хәлһеҙ тауыш менән әйтәһе һуҙен әйтеп бөтөрөргә серәште [Исмай]. Ә. Хәкимов. Йәшәйештең ҡатмарлы табышмаҡтары хаҡында ни тиклем генә серәшеп уйланһам да, уҙ башым ғына етмәй, ҡартәсәйемдең ҡалын аҡылынан һабаҡ алмай булмаҫ. Г. Яҡупова.
2. Ниндәйҙер ниәткә, теләккә кире тороу, ҡаршылыҡ күрһәтеү; тиҫкәреләнеү.
□ Упрямиться. Бармаҫҡа серәшә. Эшләмәҫкә серәшә.
СЕРӘШКЕР с. диал. ҡар. серәш I. Се-рәшкер кеше.
СЕРӘШКӘ (Р.: упрямец; И.: stubborn person; T.: inatçı) и. диал. ҡар. ҡарышҡаҡ.
Үҙ һүҙен һүҙ итеүсе кеше. □ Упрямец. Серәшкә бала. Серәшкә кеше.
СЕРӘШМӘ с. диал. ҡар. серәш I. ■ Серәшмә ҡыҙ бит ул, һуҙ алыу тугел, ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ.Т. Ғарипова.
СЕРӘШ УЙНАУ (Р.: игра; И.: sort of children’s play; T.: bir tür oyun) u.
Кем еңерҙән текләшеп уйнаған уйын төрө. □ Игра (двое играющих пристально смотрят друг другу в глаза до тех пор, пока один из них не моргнёт). Бәләкәй саҡта серәш уйнай торғайныҡ.
СЕС (Р.: тонкий; И.: thin; T.: ince) с. диал. ҡар. нескә 1.
Тулы булмаған, һимеҙ түгел, нәҙек.
□ Тонкий. Сес кенә бил. Сес бармаҡтар.
СЕСКЕСӘК (сескесәге) (Р: тонкая кишка; И.: small intestine; T: ince bağırsak) и. диал. ҡар. нәҙек эсәк.
Эсәктең ашҡаҙан менән туҡ эсәк араһындағы иң оҙон өлөшө; ас эсәк. □ Тонкая кишка. Сескесәктең өлөшө. Сескесәк ауырыуы. Сескесәк елһенеуе.
СЕСКӘ с. диал. ҡар. нескә 1. Сескә билле.
СЕСКӘ АУЫРЫУЫ (Р: рак пищевода; И.: esophageal cancer; T: yemek borusu kanseri) и. диал. ҡар. ҡыҙыл үңәс.
Яман шеш, ҡыҙыл үңәс ауырыуы. □ Рак пищевода. Сескә ауырыуы менән яфаланыу.
Сескә ауырыуына ҡаршы. Сескә ауырыуын дауалау.
СЕСКӘРЕҮ (сескәр-) ҡ. диал. ҡар. нескәреү 1. Бил сескәреу.
СЕССИЯ [лат. sessio ‘ултырыш’] (Р: сессия; И.: session; T: parlamento toplantısı) и.
1. Төрлө һайланма һәм коллегиаль ойошмаларҙың ваҡыт-ваҡыт була торған ултырышы һәм шул ултырыш барған ваҡыт араһы. □ Сессия. / Сессионный. Парламент сессияһы. Кусмә сессия. ■ Район советының сираттағы сессияһынан Камалетдиновтың башы ауыртып сыҡты. Т. Ғарипова. Әгәр дөрөҫ ҡарарға килмәһәк, сираттан тыш сессия саҡырырға тура киләсәк. Д. Бүләков.
2. Юғары һәм махсус урта уҡыу йорт-тарындағы ваҡыт-ваҡыт була торған имтихан һәм шуны тапшырыу осоро. □ Сессия. / Сессионный. Ҡышҡы сессия. Сессия ваҡыты. ■ Рәшиттең йәйге сессияны уңышлы тапшырыу шатлығы куптэн өлгөрөп еткән катализатор, тиҙләткес хеҙмәтен үтәне, буғай. Б. Рафиҡов.
СЕСТРА [рус.] (Р: медицинский работник; И.: nurse; T: hemşire) и. ҡар. шәфҡәт туташы.
Урта медицина хеҙмәткәре. □ Медицинский работник; медсестра. ■ Больницала ятыуымдың өсөнсө көнөнә бер сибәр генә йөҙлө сестра врач бүлмәһенә саҡыра килде. Д. Юлтый. Был билдәле кешеләр ятыуға тәғәйенләнгән бүлмәне хирургия сестралары күҙәтеп кенә торалар. Д. Бүләков. Тимәк, ай буйы мотлаҡ ҡуҙғалмаҫҡа, хатта ян-яҡҡа боролғанда ла, сестраны саҡырырға тейештәр. Ә. Хәкимов.
СЕТ [ингл. set ] (Р: сет; И.: set; Т: set) и. спорт.
Тенниссылар ярышындағы бер партия уйын. □ Сет (одна теннисная партия). Биш сет уйнау. Өсөнсө сетта еңеү. Хәл иткес сет. ■ «Урал» волейбол командаһы өсөн ҡунаҡтағы өсөнсө матч иһә өс сетта отолоу менән тамамланды. «Йәншишмә», 17 май 2013.
СЕТЕРЕКЛЕ (Р: сложный; И.: involved; T: karmaşık) с.
509