Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 510


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕТЕРЛӘТЕҮ
Хәл ителеше ауыр булған; аңлауға ҡыйын.
□ Сложный, щепетильный, запутанный. Сетерекле мәсьәлә. Сетерекле мөнәсәбәт. Сетерекле һорау. Сетерекле урын. 'В Бөтәһен дә әйтеп буламы ни, хеҙмәтемдә лә сетерекле нәмә куп. Ә. Хәкимов. Ләкин барыбер Мәрйәмдең сетерекле хәлен Сафыйға һылтаусылар табылды. С. Шәрипов.
СЕТЕРЛӘТЕҮ (сетерләт-) ҡ. йөкм. ҡар. сетерләү, понуд. от сетерләү.
СЕТЕРЛӘҮ (сетерлә-) (Р.: трещать; И.: creak; T.: çıtırdamak) ҡ.
1. Сетер-сетер итеү, сетер-сетер килеү; сытырлау. □ Трещать, потрескивать, хрустеть. // Треск, потрескивание. Сетерләп янып китеу. Ут сетерләп тоҡанып китте. Сетерләп янып бөттө.
2. кусм. диал. Туҡтауһыҙ һөйләү; тәтелдәү.
□ Лепетать (о ребёнке). Ҡыҙ сетерләп сыға.
СЕТЕР-СЕТЕР (Р.: звукоподражание треску огня; И.: sound imitating word; T: çıtır çıtır) оҡш.
Нимәнеңдер сетер-сетер итеп янып кит-кәндәге нәҙек тауышты белдергән һүҙ.
□ Звукоподражание треску огня. Сетер-сетер итеу. Сетер-сетер итеп ҡалды. Ҡоро япраҡтар сетер-сетер янып бөттө.
СЕТКА [рус.] (Р: сетка; И.: net, netting; T: ağ, file) и.
1. Төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн ептән, бауҙан, сымдан һ. б. сатрашлап үргән нәмә. □ Сетка. Сетка һуҙыу. Сетка менән кәртәләу. Волейбол сеткаһы. Сетка аша ташлау. Ҡарауат сеткаһы.
2. һөйл. Аҙыҡ-түлек, ваҡ-төйәк нәмә һалып йөрөтөр өсөн ептән, бауҙан һ. б. үрелгән моҡсай. □ Сетка (сумка для мелких вещей). Сеткаға һалыу, һуғанды сеткаға тултырыу. ■ [Сания] сеткаға һалып картуф тотҡан, баҙарҙан ҡайтып килә. Н. Мусин.
3. махс. Схема-һыҙмалар, дәрестәр теҙмәһе. □ Сетка. Сетка төҙөу. ■ Биғәнәштә егерме ете скважина бар. Быйыл унда яңы сетка буйынса быраулай башлаясаҡтар. Р. Солтангәрәев.
СЕТТЕР [ингл. setter] (Р: сеттер; И.: setter; T: av köpeği) и. зоол.
Оҙон йөнлө һунар эте. □ Сеттер (порода охотничьих длинношёрстных собак). Сеттер тоҡомло эт.
СЕҮ I (Р: перестань!; И.: hark!; T: şşş!) өнд.
1. Тауышланмаҫҡа йәки иламаҫҡа ҡушып әйтелә. □ Перестань! Успокойся! Сеу! Тауышланма! Сеу, илама! ■ Юлдаш уның һуҙен ярты юлда булдерҙе: «Сеу! Шаулама! Өләсәйем ишетер». 3. Биишева.
2. һағайырға өндәгәндә, һағайғанда әйтелә. □ Тише. ■ Сеу, ана, ысынлап та, төнгө тәбиғәт куренеше ниндәйҙер куңел тетрәткес оҙон көйҙө һуҙа тугелме? Я. Хамматов. «Сеу, биғәләш!» — тип шыбырланы Шәурә. 3. Биишева.
СЕҮ II (Р: минога; И.: lamprey; T: taşemen) и. зоол. диал. ҡар. йыланбалыҡ.
Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы. □ Минога (рыба со змеевидным телом) (лат. Caspiomyzon wagneri). Сеуҙе тотоуы ла ерәнес.
СЕҮЕЙ (Р: слово, которое употребляется при поении скота; И.: sound imitative word; T: ineklere su içirirken söylenilen kelime) өнд.
Һыйыр малына һыу эсергәндә әйтелә торған һүҙ. □ Слово, которое употребляется при поении скота.
СЕҮЕҮ (сеүе-) (Р: хлопать; И.: pat; Т: okşamak) ҡ. диал.
Кемде йәки ниҙелер үҙ итеп, яҡын күреп һөйөп алыу. □ Хлопать, похлопать. Йәш баланы сеуеп-сеуеп яратаһың инде ул. Бәләкәстәрҙе сеуеп алыу.
СЕҮӘ и. зоол. диал.
1. ҡар. сеү II. Ҡул сеуәһе. Сеуә тотоу.
2. Бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бик ҡиммәтле балыҡ; сөгә. □ Стерлядь (лат. Acipenser ruthenus). Был балыҡты осломо-рон тип тә йөрөтәләр. Сеуә тотоу. Сеуә һарғылтыраҡ төҫтә була. Сеуә селбәрәләрен ебәреу.
СЕҮӘЛ и. зоол. диал. ҡар. селәүсен. Сеуәл ҡаҙып балыҡ тоттоҡ.
510