СИБЕК
СЕҮӘМ (Р.: липовое дерево со снятой корой; И.: lime-tree with bark stripped; T.: kabuksuz ıhlamur ağacı) и. диал. ҡар. һөйән.
Әрселгән йүкә ағасы. □ Липовое дерево со снятой корой. Сеуэм — төҙөлөш ағасы. Мунсаны сеуәмдән төҙөу. Сана табанын сеуәмдән яһау.
СЕҮӘТӘ (Р: чашка; И.: small bowl; T.: çanak) и.
Ҙур булмаған сөм һауыт. □ Чашка, миска небольшого размера. Алюмин сеуэтэ. Бәләкәй сеуәтә. Баҙыян сеуэтэ. ■ [Кыҙ] таҙ алдына биҙәкле сеуэтэ менән ҡаймаҡ, купереп бешкән сурәк килтереп ҡуйҙы. Әкиәттән. Сеуәтәгә һалынған эсе бал берҙе урап сыҡҡас, уларҙың [ирҙәрҙең] куңелдэре кутәрелгәндәй булды, һуңғараҡ, әҙерәк ҡыҙмаса булып алғас, бөтәһенең дә телдәре бер юлы сиселде. Я. Хамматов. Бибиғәйшә ҡарсыҡ баллы сеуәтәне улының уң яғынан алып һулға кусерҙе. Ф. Янышев. • Һөт һораһаң, сеуәтәңде, ат һораһаң, йугәнеңде йәшермә. Мәҡәл.
♦ Сеүәтә тибеү эшһеҙ йөрөү. □ Бездельничать. Урам буйында сеуәтә тибә.
СЕҮӘТӘ ҺӨЙӘГЕ (Р: теменная кость; И.: occiput bone; T.: paryetal kemik) и. диал.
Түбә һөйәге. □ Теменная кость. Сеуәтә һөйәгенә һуғыу. Сеуәтә һөйәге зарарланыу.
СИАМ БЕСӘЙЕ (Р: сиамская кошка; И.: Siamese (cat); T: Siyam kedisi) и. зоол.
Ҡыҫҡа йөнлө бесәй тоҡомо. □ Сиамская кошка (порода короткошёрстных кошек). Матур сиам бесәйе. Сиам бесәйе алыу. Сиам тоҡомло бесәй.
СИАМ ИГЕҘӘГЕ (Р: сиамские близнецы; И.: conjoined twins; T: yapışık ikizler) и.
1. Инә күҙәнәктең дөрөҫ бүленмәүе арҡаһында тыуған һәм икеһенә бер орган (йөрәк, бауыр, ашҡаҙан кеуек органдары берәу генә булған осраҡ) булған игеҙ балалар. □ Сиамские близнецы. Сиам игеҙәктәре тыуған. Сиам игеҙәктәренә операция.
2. кусм. Ишәй менән Ҡушай (бер-береһенән айырыла алмай йөрөгән кешеләргә ҡарата әйтелә). □ соотв. Не разлей вода (о неразлучных друзьях). Сиам игеҙәктәре һымаҡ.
СИБАРИТ [рус. < лат. sybarita] (Р: сибарит; И.: man of pleasure; T.: tenperver) и.
Кәйеф-сафаны яратҡан кеше. □ Сибарит (человек, любящий роскошь и удовольствия). Сибарит булып йәшәу. Сибарит-тарҙы әрләу.
СИБЕГЕҮ (сибек-) (Р: становиться слабым; И.: become weakly; T: zayıflamak) ҡ.
Сибеккә (1) әйләнеү; сибекләнеү. □ Становиться слабым, хилым. Ауырып сибегеп китте. Сибегә башлау. Ашамай сибекләнеп китте.
СИБЕК I (Р: человек, который очень мало ест; И.: eating little; T: az yiyen) c.
1. Ашауға насар, әҙ ашаусан. □ Человек, который очень мало ест. Сибек кенә ҡыҙ. Сибек бала. • Киленең сибек булһа — бирҙе Хоҙай, киленең убыр булһа — орҙо Хоҙай. Мәҡәл.
2. Ябыҡ, хәлһеҙ, кәүҙәгә бәләкәй; кәгез. □ Слабый, хилый. Сибек кеше. Сибек малай. ■ Ошонда ғына тарбайып уҫкән дәу имән артынан ун-ун бер йәштәрҙәге сибек кенә малай килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Фәузиә, ниндәй выжданы етеп, төртмәйенсә лә йығылырға торған сибек был ҡыҙға уҙен, баланың әсәһе мин булам тип таныштырһын? Т. Ғарипова. Сибек кенә сибәр ҡыҙ батарея менән эшләусе магнитофонлы радио алып килгән. С. Шәрипов.
3. Насар үҫкән, имгәнгән; зәғиф (уҫем-леккә ҡарата). □ Слабый (о растениях). Сибек кенә уҫемлек. Сибек кенә ботаҡ. ■ Эй, батыр гөл, таутишәр, һинһеҙ ҡалһа, тау нишләр? — тип һамаҡланым да ҡулымдағы сибек һабаҡты ташлы ергә сат йәбешеп уҫкән сәнскеле селек ҡыуағының куләгәһенә ипләп кенә һалып киттем. Г. Яҡупова.
4. Йоҡа, нәҙек. □ Тонкий. Сибек бармаҡтар. Сибек беләк.
СИБЕК II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир-юрматинцев. Сибектәр араһы. Сибектәр менән ҡатышыу.
511