СИБЕКЛӘНЕҮ
СИБЕКЛӘНЕҮ (сибеклән-) (Р.: становиться слабым; И.: become weakly; T.: zayıflamak) ҡ.
1. Ябығыу, хәлһеҙләнеү, көсһөҙләнеү; кәгезләнеү. □ Становиться слабым, хилым. Ауырыуҙан сибекләнеү. Сибекләнә башлау. Сибекләнеп китеу.
2. Насар үҫеү, имгәнеү; зәғифләнеү (үҫемлеккә ҡарата). □ Становиться слабым, хилым (о растениях). Ҡоролоҡтан үҫемлектәр сибекләнеп китте. Сибекләнеп ҡалыу.
СИБИЛЯНТ [лат. sibilans 'һыҙғырыҡ'] (Р.: сибилянт; И.: blade spirant; sibilant; T.: ıslıklı ses) и. лингв.
Тел алды фрикатив (ышҡыулы) тартынҡы өн. □ Сибилянт (переднеязычный фрикативный согласный звук). Сибилянт он.
СИБӘР (Р: красивый; И.: good-looking, pretty; T.: güzel, yakışıklı) c.
1. Йөҙө һөйкөмлө, матур, һылыу (кешегә ҡарата). □ Красивый (о человеке). // Красавец; красавица. Сибәр ҡыҙ. Сибәр егет.
■ Ауыл консолдәре Йомағол ағайҙы былай ҙа яратмай ине, сибәр кәләш алып ҡайтҡас, айырыуса күрә алманылар. Б. Рафиҡов. Мәстүрә төҫкә-башҡа сибәр, ҡаҡса, ләкин һомғол кәүҙәле ҡатын ине. Н. Мусин. Үҙең сибәр, үҙең һөйкөмлө; тал сыбыҡтай нескә, зифаһың да, битең урталары һипкелле. Р. Йәнбәк. • Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын. Мәҡәл.
2. диал. Һоҡланғыс, күркәм, матур (йән эйәһенә ҡарата). □ Красивый (о животных).
■ Сибәр генә сибәр йәшел өйрәк йөҙөпкәй ҙә йөрөй буҙ булып. Халыҡ йырынан.
СИБӘР КҮҘЛУТ (Р: пикульник красивый; И.: large-flowered hemp-nettle; T: renkli kedibaşıotu) и.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, 20— 100 см бейеклегендә үҫкән ҡаты һабаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Пикульник красивый (лат. Galeopsis speciosd). Сибәр күҙлут үҫә.
СИБӘРКӘЙ (Р: красавица; И.: beauty; Т.: güzel) и. ирк.
1. Йөҙө һөйкөмлө, матур, һылыу (ҡыҙ кешегә ҡарата). □ Красавица, һомғол буйлы сибәркәй. Сибәркәйгә һоҡланыу. ■ Азат
шунда ғына үҙенең ҡаршыһында ауылдан сығып киткән бер ҡатлы сибәркәй түгел, ә күп нужа күргән, хәсрәт сиккән ҡатын ултырыуын төшөндө. Т. Ғарипова.
2. Ир-аттың ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе.
□ Красавица (обращение мужчины к женщине). Сибәркәй, йәнә сылтыратып көл! Эй, сибәркәй!
СИБӘРЛЕК (сибәрлеге) (Р: красота; И.: beauty, prettiness; T: güzellik, yakışıklılık) и.
Күҙ төшөрлөк тышҡы ҡиәфәт; матурлыҡ.
□ Красота. Ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге. Тышҡы сибәрлек. ■ Барһынһылыу, .. сибәрлегең артһын, һылыу, ҡара ҡашың, зифа буйың һөйгәнеңә яҙһын, һылыу. «Алпамыша». Ишек төбөндә сибәрлектәре менән бөтә тирә-яҡҡа дан алған ике һылыу ҡыҙ — Зифа менән Камилә баҫып тора ине. Ә. Бикчәнтәев. Ҡәмәр — баҫалҡы холоҡло, уңған ҡыҙ. Сибәрлектә лә Таңһылыуҙан ҡайтыш түгел. Ә. Хәкимов. • Сибәрлек — туйҙа, аҡыл көн дә кәрәк. Әйтем.
СИБӘРЛӘНДЕРЕҮ (сибәрләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. сибәрләнеү, понуд. от сибәрләнеү. ■ [Йәш әсәне] яурыны тапҡырынан киҫелгән ҡуйы сәстәре, күрмәлекле йөҙө уны тағы ла сибәрләндерә төшә. X. Тапаҡов.
СИБӘРЛӘНЕҮ (сибәрлән-) (Р: становиться красивым; И.: become good-looking; T: güzelleşmek) ҡ.
Сибәргә (1) әйләнеү; сибәр булыу.
□ Становиться красивым, хорошеть. Сибәрләнеп китеү. Сибәрләнә төшөү. Көндән-көн сибәрләнеү. ■ [Әшрәф] таҙарған, сибәрләнгән һәм тәкәбберләнә төшкән һымаҡ. И. Абдуллин. «Тағы ла сибәрләнеп киткән үҙе», — тип уйлап алды Юламан, Әмәшәнең һылыу йөҙөнән ҡарашын көскә айырып. Б. Рафиҡов.
СИБӘР СЕЛЕК (селеге) (Р.: дереза;
И.: Christmas berry; T.: kurt üzümü) и.
Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ ҡыуаҡлыҡ. □ Дереза (лат. Lycium). Сибәр селек сәскә атҡан. Сибәр селек ҡыуағы.
СИБӘР ҺАРЫГҮҘ (Р: золотысячник красивый; И.: centuary; T.: kantaron çiçeği) и. бот.
512