Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 513


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИГЕНЕҮ
Бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тармаҡлы, ике һәм бер йыллыҡ үҫемлек. □ Золотысячник красивый (лат. Centaurium pulchellum). Сибәр һарыгуҙ май айынан алып октябргә тиклем сәскә ата.
СИВЕРС ӘРЕМЕ (Р.: полынь Сиверса; И.: wormwood species; T: bir yavşan türü) и. бот.
Астра сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ике һәм бер йыллыҡ үҫемлек. □ Полынь Сиверса (лат. Artemisia sieversiana). Сиверс әреме июль-август айҙарында һары сәскә ата.
СИВУЧ [рус.] (Р.: сивуч; И.: seal species; T.: Steller denizaslanı) и. зоол.
Ҡолаҡлы тюлендәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр диңгеҙ хайуаны. □ Сивуч (лат. Eumetopias jubatus). Сивучтар Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөндә тереклек итә.
СИГ [рус.] (Р: сиг; И.: whitefish; Т.: alabalık) и. зоол. ҡар. алабалыҡ.
Һөмбаштар төркөмөнә ингән йылтыр аҡ тәңкәле, ҡара һыртлы, затлы, төньяҡ сөсө һыу балығы. □ Сиг (лат. Coregonus). Кулгә сиг балығының селбәрәләрен ебәргәндәр. Сиг балығы ыуылдырығы.
СИГАРА [фр. cigare < исп. cigarro] (Р: сигара; И.: cigar; T.: yaprak sigarası) и.
Тартыр өсөн тығыҙ итеп уралған тәмәке япрағы. □ Сигара. Сигара ҡабыу. Йыуан сигара. Хуш еҫле сигара. Н Завхоз ауыҙ асҡайны ла, өнө тығылып ҡалды: егет һары мыйыҡ аҫтына елле кустәнәс — «Гавана» сигараһын тығып өлгөрҙө. Й. Солтанов. Миләушә һомғол кәуҙәһенә һыланып торған кулдәк кейеп, тауис ҡоштай елпенһә, тегеһе (сеньоры) сигара тартып, тирә-яҡҡа иҫе китеп, һәлмәк кенә атлай. Г. Яҡупова.
СИГАРЕТ [фр. cigarette] (Р: сигарета; И.: cigarette; T: küçük sigara) и.
Мөштөкһөҙ тартыла торған, йоҡа ҡағыҙға тығыҙлап уралған тәмәке. □ Сигарета. Сигарет ҡабыҙыу. Сигарет ҡабы. Сигарет тотәтеу. ■ Рәшиттең сигарет тоҡандырғанын кургәс, Йәмилә туҙмәне, көлөп ебәрҙе. Б. Рафиҡов. Таулыҡай магазиндарында йунле сигарет бөтөп торған саҡ. Д. Бүләков. Сигаретты тәмләп һурырға
тотонған ҡарт, Сатаев һорағас, уға бер кәмәне йоҙаҡтан ысҡындырып бирҙе. Н. Мусин.
СИГЕЛЕҮ I (сигел-) ҡ. төш. ҡар. сигеү I. страд, от сигеү I. Позициянан артҡа сигелде. Артҡа сигелеу юҡ. Сигелеу белмәу.
СИГЕЛЕҮ II (сигел-) ҡ. төш. ҡар. сигеү
II. страд, от сигеү II. Купме аҙап сигелде. Ауыр тормоштан яфа сигелеу.
СИГЕЛЕҮ III (сигел-) ҡ. төш. ҡар. сигеү
III. страд, от сигеү III. Сигелгән таҡыя. Сигелгән яға. ■ Ҡапыл ғына усыма төйөрсөк һала был [Маһинур]. Аҙаҡ ҡараһам, сигелгән ҡулъяулыҡ булып сыҡты. 3. Ураҡсин.
СИГЕНДЕРЕҮ (сигендер-) (Р: заставлять пятиться; И.: make back move backwards; T: geriletmek) ҡ.
1. Торған еренән артҡа хәрәкәт иттереү; сиктереү. □ Заставлять пятиться. Артҡа сигендереу. Атты сигендереу.
2. Һөжүм итеп, ҡыҫырыҡлап, биләгән еренән кире хәрәкәт иттереү. □ Осаживать, заставлять отступать. Дошманды сигендереу. ■ Ай буйы өҙлөкһөҙ дауам иткән алышта беҙҙең ғәскәрҙәр дошманды ике йөҙ километрға сигендерә. «Йәшлек», 13 ғинуар 2013.
3. кусм. Элек булған уй-фекерҙән кире ҡайтырға мәжбүр итеү. □ Заставить отказаться от первоначального замысла, плана, мнения. Уйҙан сигендереу. Ниәттән сигендереу.
СИГЕНЕҮ (сиген-) (Р: пятиться; И.: back; T.: gerilemek) ҡ.
1. Торған ерҙән артҡа хәрәкәт итеү, артҡа китеү; сигеү. □ Пятиться. ■ Ғәйзулла, урынынан тороп, инде китәм генә тигәндә, ярға аяҡтарын һалындырып ултырған кешене куреп, ҡурҡты, артҡа сигенде. Я. Хамматов. Хашим ипләп-ипләп Ихсан-байҙы ыскындыра, уҙе артҡа сигенә башланы. Т. Ғарипова. Йығылмаҫ та ине Нәби, сигенгән ыңғайы .. ҡалай һауытҡа яҙа баҫып һөрлөктө. С. Шәрипов.
2. Ҡыҫымға сыҙамай, биләгән ерҙе ташлап, кирегә хәрәкәт итеү; сигеү. □ Отступать, отходить. // Отступление. ■ Элек бер ҙә куренмәгән был йыртҡыс яну
513