СИГЕНЕҮСЕ
ар һунарсыларҙы сигенергә мәжбур итә. «Ҡуҙыйкүрпәс». Колчак Себергә сигенгәс, Хажисолтан иң йәш бисәһе менән Ташкент яҡтарына ҡаса. Б. Рафиҡов. Төп көстәрҙән айырылған, улар менән элемтәһе өҙөлгән полк, ҡамауҙы йырып, Черкассы ҡалаһына табан сигенде. Ә. Хәкимов. • Купме ауыр булһа ла, сигенмәһәң — эште еңерһең. Мәҡәл.
3. кусм. Кире йүнәлештә хәрәкәт итеү; кире ҡайтыу. □ Отступать, отходить. // Отступление. Тулҡын сигенә. Ташҡын сигенә. ■ Диңгеҙ сигенгәс, был урындар ҡоро ергә әуерелгән. Д. Бураҡаев. Яр ситендәге һыу шул арала байтаҡ сигенгән, аҡ ҡалпаҡлы умырзаялар .. кугуләндә ялан аяҡ баҫып торалар. Г. Яҡупова.
4. кусм. Ҡуйған уй-фекерҙән кире ҡайтыу; ҡайтауыллау. □ Передумать, отступить. Уй-теләктәрҙән сигенмәҫкә. Ниәттән сигенеу. ■ Ярты эш башҡарылғас, укен-укенмә — мәғәнәһеҙ, артҡа сигенергә лә мөмкинлек ҡалманы. Я. Хамматов. Көн битендә йылы, ҡышҡы кейемде хәҙерҙән яҙғыһына алмаштырғы килеп китә. Әммә был ниәтеңдән сигенеп тораһың, сөнки ҡапыл ҡуйынға боҙло һалҡын ел килеп һарыла. Г. Яҡупова.
СИГЕНЕҮСЕ (Р.: отступающий; И.: retreating; T.: çekilmiş) с.
Артҡа табан китеүсе, сигеүсе. □ Отступающий. Сигенеусе ғәскәр. Сигенеусе полк. ■ Сигенеусе рус ғәскәре Дунай йылғаһын француздарҙан алда кисеп сыҡты. Я. Хамматов.
СИГЕНКӘ с. диал. ҡар. сейенкә. Сигенкә икмәк. Сигенкә он.
СИГЕРЕҮ (сигер-) (Р: вычитывать; И.: subtract; T.: indirim yapmak) ҡ.
1. Купмелер күләмде, дәүмәлде кире ҡайтарып алыу, нәмәне шул иҫәпкә кәметеү. □ Вычитывать, скидывать. Әҙерәк сигереу. Һауыттың ауырлығын сигереу. Бер өлөшөн сигереу.
2. ҡар. сигендереү 1. Атты артҡа сигереу.
СИГЕҮ I (сик-) (Р: пятиться; И.: move baskwards; T.: gerilemek) ҡ.
1. Торған ерҙән артҡа хәрәкәт итеү; сигенеү. □ Пятиться. Кире сигеу. Артҡа сигеу.
■ Йәтсә ҡапыл бышҡырынды, артҡа сигә биреп ҡуйҙы. Д. Бүләков.
2. Ҡыҫымға сыҙамай, биләгән ерҙе ташлап, кирегә хәрәкәт итеү; сигенеү. □ Отступать, отходить. // Отступление. Бер аҙым да артҡа сикмә! ■ [Һалдаттар:] Мин уҙемдең ауылға тиклем генә сигәм, унан ары бармайым, өйөмдә ҡалам. Унан һуң минең өсөн һуғыш бөтә. Д. Юлтый.
3. кусм. Кире йүнәлештә хәрәкәт итеү; кире ҡайтыу. □ Отступать, отходить. // Отступление. ■ Менгән һайын офоҡ артҡа сикте, яҡыная барҙым ҡояшҡа. М. Кәрим.
4. кусм. Уйлаған уй-фекерҙән ҡайтыу, ҡайтауыллау. □ Передумать. Уйынан сиккән.
■ [Нурғәле] умарталыҡҡа кире әйләнеп килгәс, Вәлимәнең аҡлан ситендәге йығылған ағас өҫтөндә эйәгенә усын терәп, бер нөктәгә төбәлеп ултырыуын курҙе лә, ғәйрәте сигеп, туҡтап ҡалды. Н. Мусин.
СИГЕҮ II (сик-) (Р: переживать; И.: suffer; T.: geçirmek) ҡ.
Берәй эш-хәлде баштан үткәреү; кисереү. □ Переживать, мучиться, страдать, терзаться. Рәхәт сигеу. Михнәт сигеу. Яфа сигеу. ■ Башҡалар дәм ҡылһалар, һин сикмә хәсрәт, әй куңел! М. Ғафури, һуғыш сыҡмаһа, ошолай ыҙа сигер инеме ни бынау ҡатындар, быуыны ҡатып өлгөрмәгән етем уҫмерҙәр. Ә. Хәкимов.
СИГЕҮ III (сик-) (Р: вышивать; И.: embroider; T.: nakış çekmek) ҡ.
Кизе менән биҙәк төшөрөп тегеү. □ Вышивать, расшивать. // Вышивка. Ҡулъяулыҡ сигеу. Мендәр тышы сигеу. ■ Ҡатын-ҡыҙҙар бейә һауырға йәки ҡымыҙ әсетергә китеп бөткән саҡта, Маянһылыу уҙ тирмәһендә берәй нәмә сигеп ултырыу-сан. «Ҡуҙыйкүрпәс». [Фәриҙә — Зиннәткә:] Әйҙә, Гөлсөм менән таныштырам. Үҙе матур, уҙе уңған, сигеу ҙә сигә, мандолинда өҙҙөрөп уйнай. 3. Ураҡсин. Ә инде сигеу, бәйләу кеуек ҡул эштәрендә ул [Бибеш] хатта Таиба әбейҙең уҙенән дә уҙҙырып ебәрә. 3. Биишева.
514