Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 515


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИГНАЛСЫ
СИГЕҮ IV (Р.: вышитый узор; И.: em-proidered pattern; T: işleme) и.
Кизе менән тегеп төшөрөлгән биҙәк.
□ Вышитый узор. Сигеү сигеү. Таҫтамалға сигеү төшөрөү. Сигеү өлгөһө.
СИГЕҮЛЕ (Р: расшитый; И.: embroidered; T.: işlenmiş) с.
Сигеп биҙәк төшөрөлгән. □ Расшитый, вышитый. Сигеүле таҫтамал. Сигеүле ҡулъяулыҡ. Сигеүле янсыҡ. ■ [Куҙыйкүрпәс] Сарыбай йортонан йыш ҡына Маянһылыу эшләгән сигеүле таҡыя, нағышлы серге, биҙәкле артмаҡ кеүек бүләктәр алып ҡайт-ҡанлыҡтан, ҡыҙҙы бөтөнләй күргәне булмаһа ла, уны күптән ярата ине. «Ҡуҙыйкүрпәс». Мәликә Әйүпкә эйәреп Мәскәүҙән киткән сағында бары сигеүле туҡыманы ғына алды үҙе менән. Т. Ғарипова.
СИГЕҮСЕ (Р: вышивальщица; И.: needleworker; T.: nakışçı) и.
Сигеү сиккән кеше. □ Вышивальщица. Оҫта сигеүсе. Сигеүсегә заказ биреү. ■ Йәш художниктар, конструкторҙар, тегеүселәр һәм сигеүселәр ҡатнашты унда. Яр. Вәлиев.
СИГНАЛ [нем. Signal < лат. signum ‘билдә’] (Р: сигнал; И.: signal; T.: sinyal) и.
1. Ниндәйҙер хәбәр, бойороҡ, команда һ. б. тапшырыу өсөн ҡулланылған шартлы билдә. □ Сигнал. / Сигнальный. Сигнал биреү. Юл сигналы. ■ Өҫтөбөҙҙән туп уҙғанда, әжәл көтөп торабыҙ; сигнал булһа беҙгә табан, мылтыҡтарҙы ҡорабыҙ. Халыҡ ижадынан. Ҡараңғы төшөп килә ине. Шуға күрә Ғайса, ултырған еренән сигнал-фәләнен тикшереп ҡарағас, йәһәт кенә сыҡты. Н. Мусин. Ҡапыл уның [Зөфәрҙең] фекерен бүлеп, идара йорто яғынан бер оҙон, бер ҡыҫҡа сигнал яңғыраны. Д. Бүләков.
2. күсм. Хуп күрелмәгән ниндәйҙер эш-хәл тураһында алынған иҫкәртеү хәбәре.
□ Сигнал. / Сигнальный. ■ Ҡала тирә-яғының сүпләнеүен үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, ошоға тиклем ауыл халҡы ла артыҡ борсолоп барманы шикелле, был — тәүге сигнал, етди сигнал. Б. Рафиҡов. Хат яҙыусылар бөтәһен дә алдан уйлап эшләгән: уларҙың сигналы тейешле урынға барып ята, институтҡа
урап килә, елле генә комиссия төҙөлә, яңы кешеләр унда яҙылғандарҙы дөрөҫләп сыға.
3. Ураҡсин.
3. махс. Нимәнеңдер булыуын, эшләүен күрһәткән билге һәм уның берәй приборҙа йәки организмда сағылған яуап реакцияһы.
□ Сигнал. Организмдың сигнал ҡабул итеү һәләте. ■ Сымдың икенсе осо биргән сигналдарҙы тыңлап, трубканы уң ҡулы менән ҡыҫып тотҡан хәлдә оҙаҡ ултырҙы Саяф. Т. Ғарипова.
СИГНАЛ БИРЕҮ (сигнал бир-) (Р: сигналить; И.: give a signal; T.: sinyal vermek) ҡ.
Ниндәйҙер хәбәр, бойороҡ, команда һ. б. тапшырыу өсөн ҡулланылған шартлы билдә. □ Сигналить. Водитель сигнал бирә. Ялған сигнал биреү. ■ Тыштан бөтәбеҙ ҙә Аркаш тип йөрөткән Радиктың һыҙғырыуы яңғырай. Айырымыраҡ йәшәгәс, алдан сығып, өс өйгә бер юлы сигнал бирә ул. Д. Шәрәфетдинов.
СИГНАЛИЗАТОР [рус.] (Р: сигнализатор; И.: signalling device; T.: işaret cihazı) и.
Сигнал биреүсе прибор. □ Сигнализатор. Сигнализатор эшләп китте. Сигнализаторҙы ебәреү. Автоматик сигнализатор. Янғын сигнализаторы.
СИГНАЛИЗАЦИЯ [рус.] (Р: сигнализация; И.: signalling; T.: sinyalizasyon) и.
1. Ҡулланылған сигналдар системаһы.
□ Сигнализация. Диңгеҙ сигнализацияһы. Автоматик сигнализация. Хәрби сигнализация. Тауыш сигнализацияһы. Тимер юл сигнализацияһы. Янғын сигнализацияһы.
2. Сигнал бирә торған ҡорамал, яйланма. □ Сигнализация. Машинаға сигнализация ҡуйыу. Сигнализация эшләү. Сигнализацияны тикшереү. ■ Янғын сыҡҡан осраҡта халыҡҡа хәбәр итеү өсөн тауыш сигнализацияһы саралары ҡуйырға кәрәк. «Һаҡмар», 20 июнь 2012.
СИГНАЛСЫ (Р: сигнальщик; И.: signaller; T.: işaretçi) и.
Сигнал (1) биреүсе. □ Сигнальщик. Сигналсы ҡысҡырта. Сигналсылар хәбәр итә. ■ Бына хәҙер сигналсылар тирә-яҡты, ағас араларын, соҡорҙарҙы тағы бер тапҡыр тикшереп сығасаҡ. Б. Рафиҡов.
515