Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 516


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИГНАЛ ЭКЗЕМПЛЯРЫ
СИГНАЛ ЭКЗЕМПЛЯРЫ (Р.: сигнальный экземпляр; И.: an advance copy; T.: önsayı) и. типогр.
Баҫманың типографиянан нәшриәткә ҡултамға ҡуйыу өсөн килеп, тиражды баҫырға әҙерләүгә һәм сығарыуға хоҡуҡ бирә торған тәүге әҙер экземпляры. □ Сигнальный экземпляр. Сигнал экземплярын алыу. Сигнал экземплярындасы билдәләр.
СИГНАТУРА [рус.] (Р.: сигнатура; И.: label; T.: imza) и.
1. Дарыухананан дарыу менән бергә бирелә торған рецепт күсермәһе. □ Сигнатура (копия рецепта либо часть рецепта с указанием способа употребления лекарства).
2. полигр. Һәр баҫма табаҡтың беренсе һәм өсөнсө биттәрендәге һаны. □ Сигнатура (порядковый номер печатного листа).
СИГӘ I (Р: заклёпка; И.: rivet; T.: perçin) и.
1. Ике тимерҙе ҡуша беркетә торған сөй.
□ Заклёпка. Сигә һуғыу.
2. Ике нәмәне үтә тишеп беркетә торған сөй йәки бау. □ Заклёпка. Сигә менән нығыталар. Тирмә уғын сигә менән беркетеу.
3. Ишек таҡталарын беркетеү өсөн арҡыры ҡуйылған тимер. □ Скоба. Сигә менән нығытыу. Сигә ҡуйыу. Сигә менән тарттырыу.
4. диал. Ҡорал-ҡорамалдың һап кейҙерә торған тишек урыны; оңғо. □ Ушко лопаты, топора. Балта сигәһе. Һәнәк сигәһе.
5. диал. Ишек күгәне; тимер тупһа.
□ Дверная петля. Сигәһен алмаштырыу. Сигәне ҡағыу. Сигәне һурып алыу.
СИГӘ II (Р: положение кости ничком при игре в альчики; И.: left position of a dye; T.: zarın bir yüzü) u.
Ашыҡ уйынында файҙаланылған һөйәктең һул яҡ ҡабырғаһы. □ Положение кости ничком при игре в альчики.
СИГӘЛЕ (Р: заклёпанный; И.: riveted; Т.: perçinli) с.
Сигә (I, 1) һуғылған. □ Заклёпанный. Сигәле ҡаҙан. Сигәле самауыр. ■ Өс башлы дейеуҙец ҡатыны ҡырҡ сигәле ҡаҙанда ҡырҡ баш мал итен бешереп тора, ти. Әкиәттән.
СИГӘЛӘҮ (сигәлә-) (Р: заклепать; И.: rivet; T.: perçinlemek) ҡ.
1. Ике тимерҙе үтә тишеп, сөй менән ҡуша беркетеү. □ Заклепать. Суместец тотҡаһын сигәләп нығытыу. ■ Хәмди ецгәм .. табамдыц бер яҡ ситен китеп алып килеп бирҙе. Уныһын уҙем унан-бынан ғына ҡалай менән сигәләп [алдым]. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ике нәмәне үтә тишеп, сөй йәки бау менән ҡуша нығытыу. □ Заклепать, закрепить. Ишек кугәнен сигә менән сигәләу.
3. Бал ҡорттарының тулған күҙәнәктәрҙе һылап ҡуйыуы. □ Запечатывание медовых сот пчелами. Рамдарҙы сигәләу. Йоҡа ғына сигәләу.
СИҒАН (Р: цыган; И.: Gypsy; T.: Çingene) и. этн.
Донъяның төрлө илдәрендә күсмә йәки ярым күсмә хәлдә төркөм-төркөм булып йәшәгән һинд сығышлы халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Цыган. / Цыганский. Сиған халҡы. Сиған ҡатыны. Сиған бейеуе. ■ Сиғандар колхоздың иц һәйбәт биш-алты атын ҡыуып алып киткәндәр. С. Шәрипов. Хашим госпиталдән сыҡҡас, Ялта баҙарына барҙы, ана шунда әллә сиған, әллә молдован ире һатып тора ине ошо иҫ китмәле шәлде. Т. Ғарипова.
СИДР [фр. cidre] (Р: сидр; И.: apple wine; T.: elma şarabı) и.
Әсетке һалмай, алкоголь миҡдары аҙ булған алма эсемлеге. □ Сидр. Алманан сидр әҙерләу. Өй шарттарында сидр әҙерләу. Сидр эсеу.
СИҘӘМ (Р: целина; И.: fallow land; T.: ham toprak) и.
Бер ҙә эшкәртелмәгән, һөрөлмәгән үләнле ер. □ Целина. / Целинный. Сиҙәм һөрөу. Сиҙәм ер. Сиҙәм кутәреу. ■ Ике батыр, бил бирмәй көрмәкләшеп, аяҡ аҫтындағы сиҙәм ерҙец ҡараһын өйләндереп бөткән, ти. Халыҡ ижадынан. Беҙ ай буйы тиерлек бәрәцге баҡсаһы артындағы сиҙәмдә көрәш менән шөғөлләндек. Р. Сабит. Ваҡ таштар менән ҡапланған бирге яр һөҙәк кенә булып юғары кутәрелеп, артабан сиҙәм башлана. «Ағиҙел», № 7, 2012.
516