СИК БУЙЫ
СИҘӘМЛЕК (сиҙәмлеге) (Р.: целинные земли; И.: fallow lands; T: ham toprak) и.
Сиҙәм ер, урын; сиҙәм. □ Целинные земли. Сиҙәмлектә ял итеу. Сиҙәмлектә уйнау. Сиҙәмлектә йөрөу. ■ [Кукрәктау] төньяҡ битләуен ҡуйы ҡарағай урманы ҡаплаған, ә көньяҡ битләуе — тап-таҡыр сиҙәмлек. М. Кәрим.
СИҘӘМЛӘНЕҮ (сиҙәмлән-) (Р.: превращаться в целину; И.: become fallow; T.: ham toprak haline kalmak) ҡ.
Сиҙәмгә әйләнеү. □ Превращаться в целину. Элек мал тапаған ер хәҙер сиҙәмләнеп ята. Сиҙәмләнеп нығынған тупраҡ.
СИҘӘМСЕ (Р: целинник; И.: worker in the virgin lands; T.: toprakları tarıma açılmakta olan bölgede veya yerde oturup çalışan) u.
Сиҙәм асып иген сәсеүҙә ҡатнашҡан кеше.
□ Целинник. Беренсе сиҙәмсе. Почетлы сиҙәмсе. Ал-ял белмәй эшләгән сиҙәмселәр. ■ Сиҙәм эпопеяһы булған ыңғай һәм кире куренештәргә Ҡаҙағстан сиҙәмсеһе Фазыл бөгөнгө көн куҙлегенән баһа бирҙе. «Ағиҙел», №9, 2011.
СИҘӘМ ҮЛӘНЕ (Р: ковыль; И.: feather grass; T.: sorguç otu) и. бот. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбырлап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Сиҙәм уләне менән ҡапланыу. Ялбыр сиҙәм уләне.
СИҘӘМҺЕНЕҮ (сиҙәмһен-) ҡ. диал. ҡар. сиҙәмләнеү.
СИҘӘП (сиҙәбе) (Р: пуговица (мелкая)', И.: small button; T: küçük düğme) и. диал. ҡар. һиҙәп.
Кейем-Һалымға таға торған ваҡ төймә.
□ Пуговица (мелкая). Сиҙәп ҡаҙау. Сиҙәбен эләктереу. Сиҙәбе төшөу.
СИЖЕН [ғәр. ен-] (Р: тюрьма; И.: dungeon; T.: hapishane) и. иҫк. кит. ҡар. зиндан 2.
Тотҡондарҙы бикләп тота торған ҡарауыллы бина; төрмә. □ Тюрьма, темница. / Тюремный. ■ Сәзауырҙыр ул уғлана сижен, зиндан. Ҡол Ғәли.
СИЖЖИЛ [ғәр. 3^] (Р: необожжённый кирпич; И.: green brick; T: pişmemiş tuğla) и. иҫк. кит.
1. Яндырылмаған кирбес. □ Необожжённый кирпич.
2. Дини ҡарашса, тамуҡ утында яндырылған таш (йәнәһе, унда ошо таш менән язаланырға тейешле кешеләрҙең исеме яҙылған). □ Камень в аду.
СИК I (сиге) (Р: граница; И.: border; Т: sınır) и.
1. Эргәләш әлкәләрҙе, биләмәләрҙе, участкаларҙы айырып, берәй территорияның сите һаналған шартлы һыҙыҡ; айырыу һыҙығы, рубеж. □ Граница. / Пограничный. Дәуләт сиге. Европа һәм Азия араһындағы сик. ■ Ил сигендәге кеуек, контроль-ут-кәреу пункттары ойоштороп бөткәндәр. Д. Бүләков. Моғайын, был көндәрҙә дошманды ҡабат ил сигенән бәреп сығарғандарҙыр әле. Ә. Хәкимов.
2. Нимәнеңдер сите, барып бөткән өлөшө. □ Грань, межа, край. Юлдың сиге булманы. Эштең сигенә сыҡтым. ■ Бар ине далаларҙа йөрөгән ваҡыт, ер сигенә сыға алмай һыныбыҙ ҡатып. Бәйеттән. Борон башҡорт еренең бер сигенән икенсе сигенә барып сығыуы бик оҙон һәм оҙаҡ булған, тип һөйләгәндәр. Ғ. Хөсәйенов. • Ерҙең дә бар сиге, диңгеҙҙең дә, сикһеҙ әммә ғилем диңгеҙе. Мәҡәл.
3. Дөйөм ҡабул ителгән норма, сама.
□ Норма, предел, рамки. Сикте белмәу. Сиктән артыҡ. Сиктән ашыу. Сиктән сығыу. ■ Уның [ғалимдың] төп маҡсаты — тәбиғәтте вәхшиҙәрсә талауға сик ҡуйыу. Л. Яҡшыбаева.
4. Нимәнеңдер иң юғары дәрәжәһе.
□ Предел, конец. Туҙемлектең сигенә етеу. Асыуҙың сиге. Илар сиккә етеу. Шатлығымдың сиге юҡ. Балалар фантазияһының сиге юҡ. ■ Һуғыштың иге лә, сиге лә ку-ренмәй... — ти Никита. 3. Биишева. Талап итә бар тәбиғәт боларынып, сик ҡуймаҡҡа әҙәм-йыртҡыс эштәренә! Т. Ҡарамышева. • Диңгеҙҙең дә төбө бар, сабырҙың да сиге бар. Мәҡәл.
СИК II и. диал. ҡар. сигә I.
СИК БУЙЫ (Р.: граница; И.: borderline; T: sınır) и.
517