Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 518


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сиккин
Эргәләш территорияның сите; айырыу һыҙығы. □ Граница. / Пограничный. Сик буйы һаҡсыһы. Сик буйы ғәскәре. Сик буйы һағы. ■ Сик буйында эш көсөргәнешле, ваҡ-төйәк яманлыҡ менән шөғөлләнергә уның [Буранбайҙың] ваҡыты ҡалмаясаҡ. Я. Хамматов. Сик буйында хеҙмәт итә башлауына бик ҡыуанды Абдулла. Н. Мусин.
СИККИН [ғәр. цД-] и. иҫк. кит. ҡар. бысаҡ I. ■ Ниҙәрҙе киҫмәйҙер үткер сиккин. М. Ғафури.
СИК ҠУЙЫУ (сик ҡуй-) (Р.: ограничивать; И.: limit; T.: sınırlamak) ҡ.
Кемдеңдер эш-ҡылығын тыйыу, туҡтатыу. □ Ограничивать, ставить конец чему-л. Бәхәскә сик ҡуйыу. Ғәйбәткә сик ҡуйыу. ■ Юҡ, оҙаҡҡараҡ китте был тартыш, сик ҡуйырға ваҡыт. Ә. Хәкимов. Етәкселәрҙе хурлаһындар инде уның алдында! Сик ҡуйырға кәрәк быға тиҙерәк. Б. Рафиҡов.
СИКЛЕ I (Р: ограниченный; И.: limited; T.: sınırlı) с.
Сикләнгән, самалы, әҙ. □ Ограниченный. Теләге сикле. Ихтыяжы сикле. Сикле ваҡыт. Сикле мөмкинлектәр. ■ Үкенескәме, бәхеткә ҡаршымы, Бибисара бәндә ғүмеренең сикле булыуы тураһында уйланманы. Ә. Хәкимов.
СИКЛЕ II бәйл. диал. ҡар. тиклем. Өйгә сикле барып етмәү.
СИКЛӘМӘ (Р: ограничение; И.: limit; Т.: sınırlama) и.
Кемдең йәки нимәнеңдер эш-хәлен сикләгән шарт. □ Ограничение. Сикләмә ҡуйыу.
СИКЛӘНГӘНЛЕК (сикләнгәнлеге) (Р: ограниченность; И.: limitedness; T.: sınırlılık) и.
Сикләнгән хәл. □ Ограниченность; односторонность. Мөмкинлектең сикләнгәнлеге. Иректең сикләнгәнлеге. ■ Юҡ, был уның [Бондаренконың] асыуланыуы түгел ине, ул, көн боҙолдо иһә, авиацияның мөмкинлектәре сикләнгәнлегенә үкенә ине. А. Мағазов.
СИКЛӘНЕҮ (сиклән-) (Р: граничить; И.: border (with); T.: sınırlanmak) ҡ.
1. Бер сик менән айырылыу; сиктәш булыу. □ Граничить, иметь границу. Баш
ҡортостан көнсығыштан Силәбе әлкәһе менән сикләнә.
2. Ниндәйҙер бер сама менән ҡәнәғәтләнеү, туҡталыу. □ Довольствоваться, ограничиваться. Өлгәшкән уңыш менән сикләнеү. Әйтеү менән генә сикләнеү. Иҫкәртеү менән сикләнеү. ■ Мәрзиә лә эште ыңғайға юраны, райком шелтә биреп сикләнер, шунан артығы булмаҫ, тип сығарҙы. Ә. Хәкимов. Мәрйәм Кәнзәфәровна башҡаса һорашып торманы, итәғәтле итеп кенә йылмайыу менән сикләнде. Д. Бүләков. Мин хәҙер әсәйем артынса ҡалдыҡ-боҫтоҡ бесәнде йыйып йөрөү менән генә сикләнмәйем, ҡыҫҡараҡ бакуйҙарҙы ла тәгәрләтәм. Н. Мусин.
СИКЛӘҮ (сиклә-) (Р: разграничивать; И.: demarcate; T.: sınırlamak) ҡ.
1. Сик менән айырыу. □ Разграничивать, отделять. // Разграничение, отделение. Урал йылғаһы Башҡортостандың көнсығышын сикләп үтә.
2. Ниндәйҙер сик, сама ҡуйыу. □ Умерить; ограничивать. // Ограничение. ■ Инде биктәр ҙә юҡ, сикләү ҙә юҡ, тынды моңоң, тынды тауышың. Ә. Таһирова.
СИКЛӘҮЕС (Р: ограничитель; И.: restraint device; T: sınır koyan âlet) u.
Нимәнеңдер эшен автоматик рәүештә бер сама менән сикләй торған ҡулайлама.
□ Ограничитель. Электр сикләүесе.
СИКЛӘШЕҮ (сикләш-) (Р: граничить; И.: border (on with); T: sınırdaş olmak) ҡ.
Уртаҡ сик менән айырылыу; сикләнеү.
□ Граничить, иметь границу. Ирәмәл тауы Белорет районы менән сикләшкән урында урынлашҡан.
СИК ТАРТЫУ (сик тарт-) (Р: очерчивать; И.: deliniate; T.: sınır çekmek) ҡ. миф.
Ышаныуҙар буйынса, урман-яланда йоҡлағанда ен-зәхмәт ҡағылмаһын өсөн ергә һыҙыҡ һыҙыу. □ Очерчивать (границы). ■ Яланда йоҡлағанда баш осона сыбыртҡы, эйәр-өпсөн һалып, сик тартып йоҡлай инек. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СИКТЕРЕҮ I (сиктер ) ҡ. йөкм. ҡар. сигеү I, 1. понуд. от сигеү I, 1. Атты сиктереү. Уйынан сиктереү.
518