Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 519


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сикә
СИКТЕРЕҮ II (сиктер-) ҡ. йөкм. ҡар. сигеү II. Яфа сиктереү. Михнәт сиктереү.
СИКТЕРЕҮ III (сиктер-) ҡ. йөкм. ҡар. сигеү III. понуд. от сигеү III. Ҡулъяулыҡ сиктереү. Таҫтамал сиктереү.
СИКТӘН ТЫШ (Р.: крайне; И.: overly; Т.: aşırı derecede) р.
Үтә ныҡ; артыҡ. □ Крайне, чрезмерно, сверх меры. Сиктән тыш күп. Сиктән тыш уҫал. ■ [Юлдаш] ит, һалма, һурпа ашап сиктән тыш ныҡ туйғайны. 3. Биишева. Һауа сиктән тыш матур, ҡояш тап яҙ ҡояшы булып сыҡҡан. Д. Юлтый.
СИКТӘШ (Р.: смежный; И.: contiguous; T.: sınırdaş) с.
Сиктәре уртаҡ; эргәләш. □ Смежный, сопредельный. Сиктәш район. Сиктәш ҡырҙар.
■ Юғары уҡыу йорттарына инеп алған йәштәр генә аптырап тормай: берәйһенең атына, еңел машинаһына эләгеп, район менән сиктәш ятҡан күрше әлкәгә сыға ла, дала яҡлап кирегә китә биреп, поезға ултыра һәм, Мәскәүгә Париж аша барғандағы кеүек, урай-урай, республиканың бөтөнләй башҡа тәңгәленән Өфөгә барып төшә. Д. Бүләков.
СИКҮШКӘ [рус. чекушка} (Р: чекушка; И.: quater-litre bottle of vodka; T.: 250 ml’lik votka şişesi) и. һөйл.
Ике йөҙ илле грамм һыйышлы араҡы шешәһе. □ Чекушка (бутыль в четверть литра ). Сикүшкә алыу. Сикүшкә эсеү.
СИК ҺАҠСЫҺЫ (Р: пограничник; И.: frontier guard; T.: sınır muhafız) и.
Ил сиген һаҡлаусы. □ Пограничник. Сик һаҡсыһы ғәскәре. Сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итеү. Сик һаҡсыһы көнө.
СИКҺЕҘ (Р: безграничный; И.: limitless; T.: sınırsız) с.
1. Сиге, осо-ҡырыйы булмаған, күренмәгән. □ Безграничный, бескрайний, беспредельный. Сикһеҙ дала. Сикһеҙ диңгеҙ.
■ Беҙҙең башҡорттоң тәбиғәте һуң: бер ерҙә — сикһеҙ дала, икенсе яғында — йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандар, күккә ашҡан тауҙар... Шул ерҙәрҙе башҡорт ырыуҙары меңәр йылдар буйы төйәк иткән. «Башҡортостан», 18 октябрь 2012.
2. Сиккә, самаға һыймаған, саманан артыҡ. □ Безмерный, чрезмерный. Сикһеҙ байлыҡ. Сикһеҙ көс. Сикһеҙ киң. Сикһеҙ күп.
■ Алпарҙың бөтә элекке йәберләнеүҙәре онотолдо, тәненә сикһеҙ көс-ҡеүәт эркелде, йөрәге ярһыны. Ғ. Ибраһимов.
СИКҺЕҘ-ҠЫРЫЙҺЫҘ (Р: безграничный; И.: limitless, unlimited; T.: sonsuz bucaksız) c.
Осо-ҡырыйы булмаған, күренмәгән.
□ Безграничный, бескрайний, бесконечный. Сикһеҙ-ҡырыйһыҙ дала. Сикһеҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙ. Сикһеҙ-ҡырыйһыҙ хыял. Сикһеҙ-ҡырыйһыҙ ҡара урман. ■ Шаулап ятҡан оло даръяны ҙур юғалтыуҙар менән аша сыҡҡан төп сиреү сикһеҙ-ҡырыйһыҙ ҡаҙаҡ далаларына китеп өлгөрә. И. Ноғоманов.
СИКӘ I (Р: висок; И.: temple; T: şakak) и.
1. Баш һөйәгенең ҡолаҡтан маңлай һөйәгенә тиклем булған ике яҡ эргәһе.
□ Висок. / Височный. Сикә тамыры. Сикә һөйәге. ■ [Айбулаттың] етек һаҡал-мыйығы, битенең эйәк, сикәләрен ҡуйы ҡаплап, әле егерме дүрте лә тулмаған йәш кешене байтаҡҡа олоғайтып күрһәтә. Һ. Дәүләтшина. Сикәләргә төшкән сал шикелле, һары япраҡ ҡала күренеп. Г. Юнысова. • Сикәһе тарҙың күңеле тар. Мәҡәл.
2. Биттең ике яғы; яңаҡ. □ Щека. Сикәгә сабыу. ■ Гөльямал, һыуыҡтан ҡыҙарған тулы сикәләрен ыуып, өшөгән ҡулдарына тынын өрҙө. Я. Хамматов. Әбей кеткелдәп алды. Ошо минутта уның йөҙөн ҡаплап алған тәрән йыйырсыҡтар яҙылып, сикәләре гөлтләп киткәндәй булды. И. Ноғоманов. Алһыулана сәскә кеүек сикәһе йәш ҡыҙҙарҙың. Г. Ҡотоева.
♦ Ҡыҫык сикә ҡыҙыу, яндырай кешегә ҡарата. □ Вспыльчивый, раздражительный. Сикәгә тейеү асыуҙы ҡабартыу, сәмләндереү. □ Злить, раздражать кого-л.
■ Гөлшаттың һүҙҙәре Нараттың сикәһенә тейҙе. Ф. Әсәнов.
СИКӘ II (Р: нижний сучок дерева; И.: lower swirl; T.: ağacın alt budağı) и. диал.
Ағастың иң аҫҡы ботағы; һағаҡ. □ Нижний сучок дерева. Сикәне һындырыу. Сикәгә элеү.
519