Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 521


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сиҡытыҡ
баҫып тороуы .. уның [Мохтасарҙыц] көслө ир икәнен һиҙҙергән төҫлө ине. Н. Мусин.
СИҠ I (Р.: звук икания; И.: hiccup, sound imitative word; T.: hıçkırık sesi) оҡш.
Ҡапыл тамаҡ саҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку икания. Сиҡ итеу.
СИҠ II р. диал. ҡар. саҡ II, 4. Сиҡ ҡына өҫтә.
СИҠАҠЛАУ (сиҡаҡла-) (Р.: икать; И.: hiccup; T.: hıçkırmak) ҡ.
Ҡабат-ҡабат сиҡ иткән тауыш сығарыу, сиҡ итеү. □ Икать. Сиҡаҡлай башлау.
СИҠАҠ ТОТОУ (сиҡаҡ тот-) (Р: икать;
И.: hiccups; T.: hıçkırmak) ҡ.
Ирекһеҙҙән тамаҡтан сиҡ-сиҡ итеп тауыш килеүе; тамаҡ саҡырыу, сиҡаҡлау.
□ Икать. // Икота. Баланы сиҡаҡ тота башланы.
СИҠАН (Р: чирей; И.: boil; T.: çıban) и.
Ҡып-ҡыҙыл булып ослайып, үҙәкләнеп сыҡҡан һыҙлаулы шешек. □ Чирей. Сиҡан сығыу. Сиҡан һыҙлау. Сиҡан һытылыу. ■ Зәлифә Әнуәрҙең дарыуҙарын эсерҙе, арҡаһындағы сиҡандарға көрәнһыу-ҡара май һөрттө. Ә. Хәкимов. • Эшең ҡалһа иртәгә, сиҡан сығыр елкәңә. Мәҡәл.
♦ Телеңә сиҡан (йәки тилсә) сыҡҡыры (йәки сыҡһын) насар хәбәр килтергән кешегә ҡарата әйтелә (ғәҙәттә, алама һуҙҙең көсөн ҡағыр өсөн әйтелә). □ бран. Недоброе пожелание тому, кто принёс недобрую весть. соотв. Типун тебе на язык!
СИҠАН ИМЛӘҮ (Р: магический способ лечения чирьев; И.: spell against boils; T: çıban için büyü) и. этн.
Сиҡанды имләү ысулы. □ Магический способ лечения чирьев. ■ Сиҡанды имләгәндә, доға уҡып, өҫтөнә бысаҡ менән әуернә эшләйҙәр һәм тимергә ете тапҡыр һуғалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СИҠАНЛАУ (сиҡанла-) (Р: покрыться чирьями; И.: be covered with boils; T: çıban oluşmak) к.
Сиҡан менән ҡапланыу, сиҡан сығыу.
□ Покрыться чирьями. Тәне сиҡанлап яфалана.
СИҠАНЫУ (сиҡан-) ҡ. ҡар. сикәнеү 1. Һыуға төшөргә сиҡанып тороу.
СИҠАН ӘПСЕНЕ (Р: заговор от чирьев; И.: spell against boils; T: çıban için büyü) u. миф.
Сиҡанды махсус һүҙҙәр ярҙамында ҡыуыу. □ Заговор от чирьев. Сиҡан әпсене менән имләу.
СИҠ-СИҠ (Р: звук икания; И.: hiccup, sound imitative word; T.: hıçkırık sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сиҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку икания. Сиҡ-сиҡ итеу.
СИҠ ТА СИҠ оҡш. ҡар. сиҡ-сиҡ. Сиҡ та сиҡ иткән тауыш килә. Сиҡ та сиҡ килеу.
СИҠУТ (Р: чахотка; И.: person with a lung condition; T: veremli) и. диал.
1. Үпкә ауырыуы менән сирләүсе кеше.
□ Чахотка. Сиҡутты дауалау.
2. Ауырыу, ябыҡ кеше. □ Больной. Си-ҡутҡа дауа.
СИҠЫ с. диал. ҡар. талымлы 1. Сиҡы әҙәм.
СИҠЫЛДАТЫУ (сиҡылдат-) ҡ. ҡар. йөкм. сиҡылдау 1. понуд. от сиҡылдау 1. ■ Әбей тамағын сиҡылдатты, шап та шоп тамшанды: «Бер ниндәй ҡайғыһыҙ-ниһеҙ йәшәй торғайныҡ». Я. Хамматов.
СИҠЫЛДАУ (сиҡылда ) (Р: икать; И.: hiccup; T: hıçkırmak) ҡ.
1. Осҡолоҡ тотоу; сиҡаҡлау. □ Икать. М Бынауы бала сиҡылдап тик ултыра, ауырып торамы икән ни? М. Тажи.
2. Ҡоштарҙың сиҡ-сиҡ иттереп тауыш сығарыуы. □ Пищать, щебетать (о птицах). Ҡош балалары сиҡылдай. ■ Тауыҡ тарыны супләп бөткәс, сиҡылдап ҡуя. Әкиәттән.
СИҠЫЛДАШЫУ (сиҡылдат-) ҡ.
1. урт. ҡар. сиҡылдау 1, 2. взаимн. от сиҡылдау 1, 2.
2. һөйл. Асыуланып әйтешеү; әрләшеү.
□ Цапаться с кем-л., ругаться. Үҙ-ара сиҡылдаталар. Ике ҡатын сиҡылдаша.
СИҠЫТ с. диал. ҡар. сибек 1. Сиҡыттар араһы.
СИҠЫТЫҠ (Р: икота; И.: hiccups, singultation; T: hıçkırık) и. диал.
521