Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 522


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сил
Тамаҡтан сиҡ-сиҡ итеп сыҡҡан тауыш; осҡолоҡ. □ Икота. Ике көн инде сиҡытык яфалай. Сиҡытык тота. Йөҙәткес сиҡытык.
СИЛ [ғәр. J^] (Р.: сель; И.: mudflow; Т: sel) и.
Таулы ерҙә күпләп ҡар иреү йәки көслө ямғырҙар яуыу һ. б. сәбәпле йылғаларҙы ҡапыл ташыуға килтергән ләмле йәки ҡом ҡатыш ташлы хәтәр ташҡын. □ Сель, селевой поток. Көслө сил. ■ [Туҡтағол — ҡустыһы тураһында:] Ҡараңғы төндә килеп, йорт-ҡураңа ҡыҙыл әтәс ебәрһә лә, бөтә елдән килгәне силгә китер. Ғ. Ибраһимов.
СИЛҒАУ (Р: портянка; И.: puttee; Т: çorap yerine ayağa dolanan kumaş parçası) u.
Аяҡ кейеме эсенән аяҡҡа урай торған сепрәк. □ Портянка. / Портяночный. Итек силғауы. Силғау урау. ■ Сафыя, өндәшмәйенсә, кейәүенең ҡатаһын сисеп, силғауын киптерергә элде. Я. Хамматов.
СИЛЕК БАУЫ (Р: супонь; И.: hames-strap; T: kayış) и. диал. ҡар. тамаҡбау.
Атты еккәс, ҡамыт ағасының башын тартып бәйләй торған бау. □ Супонь. Силек бауын тарттырып бәйләү.
СИЛЕНСӘ (Р: широкое продолговатое деревянное корыто; И.: kind of trough; T: yalak türü) и. диал. ҡар. һелкәүес.
Төйгән ярманы һелкеп, кәбәген айыра торған йәйпәк ялғаш. □ Широкое продолговатое деревянное корыто для просеивания на ветру крупы и т. п. Соҡоп яһалған силенсә. Элек силенсә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ төбәп торған һауыт-һабалары рәтендә йөрөгән.
СИЛИКАТ [лат. silex (silicis) ‘кремень’] (Р: силикат; И.: silicate; T: silisyumlu taş) и.
1. Составында кремнезём булған минералдарҙың дөйөм атамаһы. □ Силикат. / Силикатный. Тәбиғи силикаттар. Силикат заводы. Силикаттар химияһы.
2. Күп кенә төҙөлөш һәм сәнәғәт материалдарының: быяланың, керамиканың, цементтың, бетондың, кирбестең һ. б. дөйөм атамаһы. □ Силикат. / Силикатный. Силикат иҙмәһе. Силикат буяу. Силикат елем. Силикат кирбес.
СИЛИКОЗ [лат. silex (silicis) ‘саҡматаш’] (Р: силикоз; И.: silicosis; T: silikozis) и. мед.
Оҙаҡ ваҡыт таш саңы йотоп эшләгән таусыларҙың профессиональ үпкә ауырыуы. □ Силикоз. Силикоз менән ауырыу. ■ Яңы шахтаға төшкән ир-ат менән бер рәттән ер аҫтында эшләүселәр араһында элекке Рәмиев, Кабанов шахталарында эшләп, силикоз эләктереп йонсоған кешеләр байтаҡ. Р. Өмөтбаев.
СИЛИКОН [ингл. silicone} (Р: силикон; И.: silicone; T: silikon) и.
Саҡматаш нигеҙендә яһалған синтетик органик полимер. □ Силикон. / Силиконовый. Силикон клей.
СИЛЛАБИК [гр. syllabikos} (Р: силлабический; И.: syllabic; T.: hecesel) с. әҙ.
Баҫымдың урынына ҡарамайынса һәр юлда билдәле һандағы ижекте һаҡлауға ҡоролған (шиғыр төҙөлөшөнә ҡарата).
□ Силлабический. Силлабик система. Силлабик шиғыр. ■ Халыҡ күңелендә быуаттар буйы камиллаша килгән шиғри форма үҙенең төҙөлөшө менән силлабик системаға ҡарай, йәғни унда шиғырҙың ритмик берәмеген тәшкил итеүсе ижектәр һанының теүәллеге топ факторға әйләнә. Ғ. Хөсәйенов.
СИЛЛАБО-ТОНИК (Р: силлабо-тонический; И.: accentual-syllabic; T.: hece ölçüsü) с. әҙ.
Һәр юлда билдәле һандағы ижекте һаҡлауға һәм баҫымлы-баҫымһыҙ ижектәрҙе дөрөҫ сиратлаштырыуға ҡоролған (шиғыр төҙөлөшөнә ҡарата). □ Силлабо-тонический. Шиғыр төҙөлөшөнөң силлабо-тоник системаһы.
СИЛЛОГИЗМ [гр. sillogismos} (Р: силлогизм; И.: syllogism; T.: tasım) и. лог.
Бирелгән ике фекерҙән өсөнсөгә килеү, һығымта сығарыу. □ Силлогизм. / Силлогический.
СИЛОС [исп. silo} (Р: силос; И.: silage; Т.: silolanmış yeşil yem) и.
Тураған йәш үләнде, үҫемлек һабағын, япраҡты һ. б. махсус ҡоролмаларҙа (соҡорҙа, башняла, траншеяла һ. б.) томалап әсетеү юлы менән әҙерләнгән һутлы мал аҙығы.
□ Силос. / Силосный. Силос әҙерләү. Силос еҫе. ■ Оҙаҡламай колхоздарға силос ямдары
522