силәк
ҡаҙа башлаясаҡбыҙ. Д. Бүләков. Силосы ла, фуражы ла, хатта һаламы ла наҡыҫланған мәл, ә ҡыштың осо-ҡырыйы булмаҫ һымаҡ тойола. Б. Рафиҡов.
СИЛОСЛАНЫУ (силослан-) ҡ. төш. ҡар. силослау, страд, от силослау. Силос-ланған кукуруз.
СИЛОСЛАТЫУ (силослат-) ҡ. йөкм. ҡар. силослау, понуд. от силослау. Кукурузды силослатыу.
СИЛОСЛАУ (силосла-) ҡ. ҡар. силос һалыу. Кукуруз силослау. Үлән силослау. ■ Силослау өсөн кукуруздан башҡа көнбағыш үҫтерелә. М. Хисмәтов.
СИЛОС ҺАЛЫУ (силос һал ) (Р.: закладывать силос; И.: prepare silage; T.: silola-mak) ҡ.
Үлән-үҫемлектәрҙән силос әҙерләү.
□ Закладывать силос. Силос һала башлау. Хужалыҡтарҙа сенаж, силос һалалар. ■ Баяндың башына ниңә әле лапылыҡтарҙа үҫкән эреле-ваҡлы үләндәрҙән, ҡамыштарҙан кукуруз ҡатнаштырып силос һалмаҫҡа тигән уй килеп һуға. «Ағиҙел», № 9, 2011.
СИЛСИЛӘ [ғәр. ЯЬЬ] (Р: родственная цепь; И.: family history; T.: şecere) и. иҫк. кит. ҡар. шәжәрә.
Нәҫел сынйыры; шәжәрә. □ Родственная цепь, линия. Нәҫел-нәсәп силсиләһе. ■ Был дәүләттә мосолман мәҙһәбе бар, дәхи силсиләбеҙ вә юлыбыҙ бар. М. Өмөтбаев.
СИЛСӘ (Р: сифилис; И.: syphilis; Т.: frengi) и. мед.
1. Йоғошло венерик ауырыу; сифилис.
□ Сифилис. Силсә йоҡтороу. Силсәне дауалау.
2. диал. Тамаҡ, ҡолаҡ аҫты, муйын биҙ-ҙәрендәге ағып торған шешек; ҡылауыр.
□ Туберкулёз шейных желёз. Силсә менән ауырыу. Силсәнән дауаланыу. Муйынына силсә сыҡҡан.
СИЛСӘБИЛ [ғәр. lU-] (Р: сельсебиль (райский родник)\ И.: spring in paradise; T: Selsebil) и. иҫк. кит.
1. Мосолман диненсә, ожмахтағы һыуы бик тәмле шишмә. □ Сельсебиль (райский родник).
2. күсм. Тәмле һыу. □ Вкусная вода. Силсәбил эсеү.
СИЛУЭТ [фр. silhouette] (Р: силуэт; И.: silhouette; T: siluet) и.
1. Нимәнеңдер башҡа төҫтәге икенсе бер нәмә ерлегендә сағылышы. □ Силуэт. / Силуэтный. Тауҙың йылғалағы силуэты. ■ Милли кейемдәрҙә төрлө ысулдар, кодлы тамғалар аша тирә-яҡ мөхитебеҙ: рельеф, тауҙар, йылғалар, ифрат бай үҫемлектәр, йәнлектәр, ҡоштар донъяһының силуэттары йәки фрагменттары һүрәтләнә. «Башҡортостан», 22 ғинуар 2013.
2. Ниҙеңдер алыҫта кәүҙәләнгән, ҡараңғыла күренгән һыны; шәүлә. □ Силуэт. Катын силуэты. Ағастың силуэты. Алыҫта бер силуэт күренә.
СИЛӘК (силәге) (Р: ведёрко из бересты; И.: birchbark pail; T: sepet) и.
1. Ваҡ-төйәк һалып йөрөтөү өсөн туҙҙан эшләнгән бәләкәй биҙрә. □ Ведёрко из бересты. ■ һылыу ҡыҙҙар еләк йыя, силәктәрен элеп беләккә. Халыҡ йырынан. Силәктәрен элеп ҡулдарына, ҡыҙҙар сыҡҡан, ана, емешкә. Г. Әхмәтҡужина.
2. Ағастан соҡоп яһалған ҡапҡаслы, баулы һауыт. □ Бадья; деревянное ведро. Дегет силәге. ■ Ул [Әминбәк] алтынды силәккә тултырған да: «Тартығыҙ!» — тип ҡысҡырған. Әкиәттән. Бейәләр янында, беләгенә ҡылдан ишелгән бау тағылған ағас силәктәр элеп, килендәр ашығып йөрөйҙәр.
3. Биишева. Силәгенә күрә ҡапҡасы, ти, әйҙә, Кәрим ағай, үҙеңә күрә Фатима тап-таман. И. Ғиззәтуллин. • Силәгенә күрә ҡапҡасы. Әйтем. Иләк ауыҙға силәк ҡапла. Мәҡәл.
3. Һыу йәки башҡа нәмә ташый торған ҡылыслы һауыт; биҙрә. □ Ведро. / Ведёрный. Силәк менән һыу ташыу. ■ Тимай-ҙың һуңғы һүҙҙәре сажлап янған ҡыҙыу тимергә ҙур силәк ҡарлы-боҙло һыу һипкән һымаҡ булды. И. Насыри. Мин нәмәләремде ҡуйып өлгөрмәнем, ике силәк менән һыу күтәреп, Иванов ҡайтып инде. Д. Юлтый.
4. Йылҡының баш тиреһенән яһалған һауыт; башкүнәк. □ Сосуд, изготовленный из кожи головы или шеи лошади, коровы. Һөттө силәккә ҡойоу. Силәккә бушатыу.
523