силәкләп
5. Бал, май кеүек нәмә һалыу өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһаған тәпәшәк һауыт; тәпән. □ Кадка, служащая преимущественно для хранения мёда, масла, сметаны и т. п. Бер силәк бал.
♦ Силәктән иләккә бушатыу файҙаһыҙ, буш эш менән булыу □ Заниматься напрасным трудом, доел. Переливать из ведра в решето.
СИЛӘКЛӘП (Р.: вёдрами; И.: by the bucket; T.: sepetle) p.
Силәге-силәге менән. □ Вёдрами. Силәкләп еләк йыйыу. Ямғыр силәкләп яуҙы.
СИЛӘК ТӘПӘНЕ (Р.: бадья; И.: kibble; T.: kova) и. диал. ҡар. күнәк 2.
Ағастан соҡоп яһалған һауыт. □ Бадья. Силәк тәпәненә тултырыу.
СИМ [фарс. (R: серебро; И.: silver coin; T.: sim) и. иҫк. кит. ҡар. көмөш 2.
Көмөш аҡса. □ Серебро, серебряная монета.
СИМБИОЗ [гр. symbiosis ‘бергә йәшәү’] (Р: симбиоз; И.: symbiosis; T.: ortakyaşama) и. биол.
Төрлө төргә ҡараған ике организмдың үҙ-ара яраҡлашып, ярҙамлашып бергә йәшәүе. □ Симбиоз. Актиния менән ҡыҫала симбиозы.
СИМВОЛ [гр. symbolon ‘таныу билдәһе’] (Р: символ; И.: symbol; T: sembol) и.
1. Ниндәйҙер төшөнсәне, идеяны шартлы рәүештә билдәләгән нәмә һ. б. □ Символ. Аҡ күгәрсен — тыныслыҡ символы. ■ [Ғалим ағай:] Тәкә мөгөҙө менән ҡылған — мең ырыуының тамғаһы, йәғни символы.
3. Ураҡсин.
2. әҙ. Ниндәйҙер уй-фекерҙе, кисереште шартлы рәүештә биргән художестволы образ. □ Символ. Символдар аша һүрәтләү.
3. Химик элементтың латин телендәге атамаһынан ҡыҫҡартылып алынған хәреф йәки хәрефтән бирелгән билдәһе. □ Символ. Алюминий символы Al.
СИМВОЛИЗМ [фр. < symbolism] и.
1. ҡар. символика 1.
2. XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы Европа һәм рус сәнғәтенең символды нәмә һәм күренештәр асылын сағылды
рыу сараһы тип аңлап, үҙенә художестволы алым итеп ҡуйған йүнәлеш. □ Символизм. ■ Валя үҙенең традицион шиғырҙарҙан туйып ваз кисеүен һәм символизмға тартыла башлауын һиҙҙе. М. Садиҡова.
СИМВОЛИК (Р: символический; И.: symbolic; T: sembolik) с.
1. Нимәнеңдер символы булған, нимәнелер символлаштырған. □ Символический, символичный, символистический, символистичный. Символик күренеш. Символик образ. Символик тамға.
2. Символизм (1) рухында яҙылған, һүрәтләнгән. □ Символический. Символик поэма. ■ Бөгөнгө шарттарҙа .. киң таралған һәм шунлыҡтан күбеһенсә символик мәғәнә алған образдар кеүек үк, йыр ҙа яңы фило-софик-эстетик йөкмәтке менән байыға. Ә. Хәкимов.
СИМВОЛИКА [рус.] (Р: символика; И.: symbolics; T.: simgecilik) и.
1. Нимәнеңдер символик мәғәнәһе. □ Символика. Сәскәләр символикаһы. Һандар символикаһы.
2. йыйн. Символдар (1) системаһы. □ Символика. Пионер символикаһы. Олимпиада символикаһы.
СИМВОЛИСТ [рус.] (Р: символист; И.: symbolist; T.: simgeci) и.
Символизм яҡлы кеше. □ Символист. Символист рәссам. Символист шағир.
СИМВОЛЛАШТЫРЫЛЫУ (сим-воллаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. символлаштырыу. страд, от символлаштырыу. ■ Бағышай елән, мөһөрлө һәм елбәгәй елән башҡорттарҙың боронғо ырымдары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән бәйле, шуға уларға символлаштырылған төрлө тамға-биҙәктәр баҫылған. М. Баһуманова.
СИМВОЛЛАШТЫРЫУ (символлаштыр-) (Р: символизировать; И.: symbolize; Т.: sembolleştirmek) ҡ.
Нимәнеңдер символы булыу, символы булып хеҙмәт итеү. □ Символизировать; превращать в символ. ■ Рәсәй көнө илебеҙ халыҡтарының уртаҡ яҙмышын, уның күп быуатлыҡ традицияларға һәм рухи
524