Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 525


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

симптом
ҡиммәттәренә тоғролоғон символлаштыра. «Йәшлек», 12 июнь 2010.
СИМВОЛЛАШЫУ (символлаш-) (Р.: символизироваться; И.: become symbolized; T.: sembolleşmek) ҡ.
Символға әйләнеү, символ хеҙмәтен үтәү. □ Символизироваться. // Символизация. ■ Ул [образ] шағир теләгән яҡты йондоҙ булып символлашыу характерын алмаған. Ә. Харисов.
СИМЕШКӘ [рус. семечки ] (Р: подсолнух; И.: sun flower; T.: ayçekirdeği) и. диал. ҡар. көнбағыш 1,2.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ингән, орлоғонан май алына торған, оҙон һабаҡлы, таҡыя башлы, һары сәскәле үҫемлек. □ Подсолнух. / Подсолнуховый (лат. Helianthus annuus). Симешкә сиртеү. Симешкә ярыу. Симешкә майы.
СИММЕНТАЛЬ ТОҠОМ [нем. Sim-mental] (Р: симментальская порода скота; И.: Simmental cattle breed; T.: Simental ırkı) и.
Бик күп һөт һәм ит бирә торған һыйыр тоҡомо. □ Симментальская порода скота. Симменталь тоҡомло һыйыр. ■ Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашып, «Салауат» агрофирма малсылары симменталь тоҡомло малдары менән абруйлы күргәҙмәнең көмөш миҙалына лайыҡ булған. «Башҡортостан», 21 август 2013.
СИММЕТРИК с. ҡар. симметриялы. Симметрик ҡоролош. Симметрик фигура.
СИММЕТРИЯ [гр. symmetria] (Р: симметрия; И.: symmetry; T.: simetri) и.
Тикшерелә, ҡарала торған объектҡа ингән өлөштәрҙең тигеҙ, гармониялы һәм пропорциональ урынлашыуы. □ Симметрия. Геометрик фигураларҙың симметрияһы. Кеше кәүҙәһе өлөштәренең симметрияһы. Симметрия менән урынлаштырыу. Симметрияны һаҡлау. ■ [Ирғәле — Таһирға:] Тура ғына итеп ҡаҙаҡла, һуҡыр кеше ҡаҙаҡлаған һымаҡ, ҡыйыш-мыйыш тормаһын, симметрия яғын да ҡара. Н. Мусин.
СИММЕТРИЯЛЫ (Р: симметричный; И.: symmetric; T: simetrik) с.
Симметрия законына ярашлы төҙөлгән, ҡуйылған; симметрияға эйә булған; симметрик. □ Симметричный. Симметриялы өлөштәр. Симметриялы планировка. Симметриялы тәртиптә. Симметриялы урынлаштырыу.
СИМПАТИК (Р: симпатический; И.: sympathetic; T: sempatik) с. физиол.
Вегетатив нервы системаһына ҡараған. □ Симпатический. Симпатик нервы системаһы.
СИМПАТИЯ [гр. sympatheia] (Р: симпатия; И.: sympathy; T: sempati) и.
Күңел ятыу, оҡшатыу, яратыу, киреһе — антипатия. □ Симпатия. Симпатия уятыу. Тамашасы симпатияһы. ■ Әҙәми затҡа тәбиғәте буйынса симпатия һәм антипатия, оптимизм һәм пессимизм, әхлаҡлылыҡ һәм әхлаҡһыҙлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек һәр башҡа төр ҡапма-ҡаршылыҡлы сифаттар хас. «Ағиҙел», № 9, 2011.
СИМПАТИЯЛЫ (Р: симпатичный; И.: appealing; T.: sevimli) с. ҡар. мөләйем I.
Күңелгә ятышлы, яғымлы. □ Симпатичный. Симпатиялы кеше.
СИМПОЗИУМ [лат. symposium < гр. symposion ‘мәжлес’] (Р: симпозиум; И.: symposium; T.: sempozyum) и.
Махсус, күберәк ғилми мәсьәләгә арналған халыҡ-ара кәңәшмә. □ Симпозиум. Симпозиум үткәреү. Симпозиумды асыу. ■ Курсташтар менән ҡайһы саҡ осраштырып ҡуйғылай инем симпозиумдарҙа, — тине ғалим. Г. Ситдиҡова. Рафиҡтың әлегә тиклем тыныс йөрәге ҡапыл тертләп ҡуйҙы ла ашҡынып тибә башланы. Нимә булды уға? Симпозиумдағы сығышы өсөн борсоламы? Л. Яҡшыбаева.
СИМПТОМ [гр. symptöma ‘тап килеү, билдә’] (Р: симптом; И.: symptom; T.: belirti) и.
1. Ниндәйҙер ауырыуҙың үҙенә хас һи-ҙелеше йәки уның тышҡы билдәһе. □ Симптом. Ауырыуҙың симптомы. ■ Район больницаһына һеҙҙә эшләгән ике кеше эләккән. Дизентерия симптомдары бар. Р. Солтангәрәев.
525