Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 526


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИМПТОМАТИК
2. кит. Ниндәйҙер күренештең тышҡы билдәһе. □ Симптом. Кризис яҡынайыуҙың симптомдары.
СИМПТОМАТИК (Р.: симптоматический; И.: symptomatic; T.: belirtisi olan) с.
Ауырыуҙың сәбәбен түгел, ә симптомдарын бөтөрөүгә йүнәлгән. □ Симптоматический, симптоматичный. Симпто-матик дауа. Дарыуҙың симптоматик тәьҫире.
СИМПТОМАТИКА [рус.] (Р.: симптоматика; И.: signs; T.: belirti) и. мед.
Ниндәйҙер ауырыуға хас симптомдар йыйылмаһы. □ Симптоматика (совокупность симптомов, присущих какому-л. заболеванию). Гриптың симптоматикаһы үҙгәреүсән.
СИМУЛЯНТ [рус.] (Р: симулянт; И.: pretender; T.: hastalık hastası, sayrımsak) и.
Симулянтланып ҡыланған кеше. □ Симулянт, симулянтка. / Симулянтский. Симулянт ҡыланышы.
СИМУЛЯНТЛАНЫУ (симулянтлан-) (Р: симулировать; И.: feign; sham; T.: sayrımsamak) ҡ.
Хәйләләү, алдашыу юлы менән берәй хәл йәки күренеш барлығы хаҡында ялған фекер тыуҙырыу, симулянтлыҡ эшләү.
□ Симулировать, становиться симулянтом. Симулянтланып йөрөү. Сирле булып симулянтланыу.
СИМУЛЯНТЛЫҠ (симулянтлығы) (Р: симуляция; И.: feigning; T.: sayrımsama) и.
Симулянтҡа хас сифаттар. □ Симуляция, симулирование. Симулянтлыҡ итеү.
СИМУЛЯЦИЯ [лат. simulatio] (Р: симуляция; И.: feigned illness; T.: sayrımsama) и.
Алдау маҡсатында нимәлер тураһында ялған фекер һ. б. тыуҙырыу, хәйләләшеү ғәҙәте. □ Симуляция.
СИМУРГ [фарс. и. ҡар. сәмреғош.
СИМФОНИЗМ [рус.] (Р: симфонизм; И.: symphonic creation; T.: senfonik müzik) и. муз.
1. Симфоник сәнғәт өлкәһендәге ижад.
□ Симфонизм.
2. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуҙы, темаларҙы һәм тематик элементтарҙы эсенә
алған эҙмә-эҙ үҫеш ярҙамында музыка әҫәрендәге төп художестволы фекерҙең бирелеше. □ Симфонизм. Башҡорт симфонизмы.
СИМФОНИК [гр. symphönos ‘аһәңдәш’] (Р: симфонический; И.: symphonic; Т.: senfonik) с. муз.
1. Симфонияның музыкаль формаһы менән бәйләнгән. □ Симфонический. Симфоник стиль. Теманың симфоник эшләнеше.
2. Ҡыллы, тынлы һәм һуҡма инструменттар ансамбле тарафынан башҡарыуға тәғәйенләнгән. □ Симфонический. Симфоник музыка. Симфоник әҫәр.
СИМФОНИК ОРКЕСТР (Р: симфонический оркестр; И.: symphonic orchestra; T.: senfonik orkestra) и. муз.
Ҡыллы, тынлы һәм һуҡма инструменттарҙан торған музыкаль ансамбль. □ Симфонический оркестр. Симфоник оркестр сығышы. Милли симфоник оркестр.
СИМФОНИСТ [рус.] (Р: симфонист; И.: symphony maker; T.: senfonik müzik bestecisi) u.
Симфоник әҫәрҙәр ижад иткән композитор. □ Симфонист. Танылған симфонист. Йәш симфонистар сығышы.
СИМФОНИЯ [гр. symphönia ‘аһәң’] (Р: симфония; И.: symphony; T.: senfoni) и.
1. муз. Оркестр өсөн яҙылып, бер-береһенән музыкаһы һәм темпы менән айырылып торған, 3—4 өлөштән ғибәрәт ҙур музыкаль әҫәр. □ Симфония. / Симфонический. П. И. Чайковскийҙың 4-се симфонияһы. Д. Д. Шостаковичтың 13-сө симфонияһы. Симфония тыңлау.
2. күсм. Төрлө тауыш, төҫ йәки тондарҙың гармоник ҡушылыуы. □ Симфония. ■ Ҡара әле, был тәбиғәт ниндәй мөғжизә! Мең төрлө моң, мең төрлө биҙәк. Симфония бит был, оркестр! Д. Бүләков. Яҙғы урманда һандуғас сутылдай, тартайҙар тартылдай, төрлө турғайҙар һайраша, тегендә-бында ҡорҙар гөрөлдәшкәне салына. Башлана урман симфонияһы! С. Шәрипов.
СИМӘНӘ [рус.] (Р: семена; И.: potato seed; T.: tohum) и. һөйл. ҡар. орлоҡ.
526