Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 528


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИНДИКАТЛАШТЫРЫУ
1. Монополистик берекмәнең заказ биреү, сеймал һатып алыу, етештерелгән нәмәне һатыу эштәрен уртаҡ сауҙа ойошмаһы аша ғәмәлләштергән бер төрө. □ Синдикат. / Синдикатный. Синдикат ойошма.
2. Ҡайһы бер илдәрҙәге профсоюз исеме.
□ Синдикат.
3. тар. Советтар Союзында 1920—1930 йылдар аҙағына тиклем трестарҙы берләштергән хужалыҡ ойошмаһы. □ Синдикат. Халыҡ-ара синдикат.
СИНДИКАТЛАШТЫРЫУ (синдикатлаштыр-) (Р.: синдицировать; И.: form syndicates; T.: sendikalaştırmak) ҡ.
Синдикаттарға (1) берләштереү. □ Синдицировать. Синдикатлаштырылған сәнәғәт.
СИНДРОМ [гр. syndrome] (Р.: синдром; И.: syndrome; T.: sendrom) и. мед.
1. Ниндәйҙер бер сир һәм патологик үҙгәрештәрҙең берҙәм үҫеш механизмы тыуҙырған ауырыуға хас билдәләр йыйылмаһы. □ Синдром. Иммунодефицит синдромы.
2. Нимәнецдер билдәһе (ауырыуға бәйле тугел). □ Синдром (симптомы какого-л. явления). ■ Мәрхәмәтле батша, йомшаҡ һуҙле сәркәтип, ғәҙел рәйескә мөкиббән китеп ышаныу синдромы беҙҙә ген кимәлендә йәшәй икән. М. Ҡотлоғәлләмов.
СИНЕГЕҮ (синек-) (Р: болеть от сглаза; И.: be sick from an evil eye; T.: nazar değmek) ҡ. һөйл. ҡар. күҙһенеү.
Күҙ тейеп ауырыу. □ Болеть от сглаза. Синегеп тора. Мал-тыуар синеккән. Мал синекһә, мал ҡураһын төтәҫләйбеҙ.
СИНЕКДОХА [гр. synekdoche ‘сағыштырыу, тиңләштереү’] (Р: синекдоха; И.: synecdoche; T.: dar anlamlı bir sözcüğü geniş anlamda kullanma) и. әҙ.
Метонимияның бер төрө: бер нәмәнең мәғәнәһен икенсеһенә уларҙың үҙ-ара һан нисбәтенә ҡарап күсереүгә ҡоролған алым (бөтөн урынына нәмәнең өлөшөн, куп урынына әҙҙе йәки, киреһенсә, нәмәнең өлөшө урынына бөтөндө һ. б. атау, мәҫәлән, «урмандарҙа бысаҡ тотҡан ҡараҡ йөрөй» тип әйтеу урынына «урмандарҙа бысаҡ
йөрөй» тип кенә биреу). □ Синекдоха. Синекдохаларҙы киң ҡулланыу.
СИНЕКТЕРЕҮ (синектер) (Р: сглазить;
И.: (let) cast an evil eye; T.: nazar değmek) ҡ. һөйл. ҡар. күҙ тейҙереү 1.
Күҙ ҡарашы менән ауырытыу. □ Сглазить. Йәш баланы синектереу. Мал-тыуарҙы синектереу.
СИНЕЛЬ [фр. chenille] (Р: синель; И.: chenille; T.: saçak (ipek veya pamuktan) и.
Сигеүҙә, бәйләмдә биҙәү өсөн ҡулланылған йөнтәҫ бәрхәт еп. □ Синель. Бәрхәт синель. Ҡара синель. Синель менән сигеу. Эшләпәне синель менән биҙәкләу.
СИНЕМАТОГРАФ [фр. cinematographe < гр. kinema ‘хәрәкәт’ + graphö ‘яҙам’] и. иҫк. ҡар. кинематограф.
СИНЕРГЕТИКА [гр. synergetike ‘берҙәмлек’] (Р: синергетика; И.: synergetics; Т.: sinerjetik) и.
Уртаҡ күренештәрҙең законлығын өйрәнеүсе междисциплинар фән йүнәлеше (физ., хим., биол., экол., соц. һ. б.). □ Синергетика.
СИНЕТЛӘТЕҮ (синетләт ) ҡ. йөкм. ҡар. синетләү, понуд. от синетләү. Мунсамды синетләттем.
СИНЕТЛӘҮ (синетлә-) [рус. чинить] (Р: чинить; И.: repair slightly; T.: onarmak) ҡ. һөйл.
Еңелсә төҙәтеү, ремонт яһау (өй-ҡаралтыға ҡарата). □ Чинить, ремонтировать. Өйҙө синетләу. Аласыҡты синетләу.
СИНЕТЛӘШЕҮ (синетләш-) ҡ. урт. ҡар. синетләү, взаимн. от синетләү. Өйҙө синетләшеу.
СИНИЛЬ КИСЛОТАҺЫ (Р: синиль ная кислота; И.: prussic acid; T.: hidrosiyanik asit) и.
Әсе миндаль еҫле төҫһөҙ шыйыҡлыҡ сифатындағы ағыу. □ Синильная кислота. Синиль кислотаһын сәнәғәттә ҡулланыу. Синиль кислотаһы менән ағыуланыу. ■ Тәмәкеселәр көн һайын һауаға йөҙәр мең тонна синиль кислотаһы, ацетон, никотин, газ булеп сығара. «Атайсал», 31 май 2013. Сейәнең төшөндә ағыулы синиль кислотаһы бар, ҡайнатмаларҙа ул бөтә,
528