Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 529


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

синод
әммә ҡайһы берәуҙәр сейәнән шарап ҡоя, уның менән ағыуланған осраҡтар йыш була. «Башҡортостан», 19 июль 2013.
СИНКЕ [рус. синька} (Р.: синька; И.: ultramarine; T.: çivit) и.
Аҡ кейем-ҡаралдыға, ҡағыҙға, шулай уҡ йыуылған кергә һ. б. күкһел төҫ бирә торған буяу. □ Синька. Синкегә маныу. Мейесте синке һалып ағартыу. Кейемде синкегә буяу.
СИНКЕЛӘНЕҮ (синеклән ) ҡ. төш. ҡар. синкеләү, страд, от синкеләү. ■ Киленсәк башына синкеләнгән аҡ урамал ураған. Ғ. Ғүмәр.
СИНКЕЛӘТЕҮ (синкеләт-) ҡ. йөкм. ҡар. синкеләү, понуд. от синкеләү.
СИНКЕЛӘҮ (синкелә-) (Р.: синить; И.: apply ultramarine; T.: çivitlemek) ҡ.
Синкегә маныу. □ Синить. Кулдәкте синкеләу. Халатты синкеләу.
СИНКОПА [гр. synkope ‘өҙөү, ҡыҫҡартыу’] (Р: синкопа; И.: syncope; T.: içses düşmesi) и.
1. муз. Музыкаль баҫымдың көслө ритмдан йомшаҡ ритмға күсеүе. □ Синкопа (смещение музыкального ударения с сильной (ударяемой) доли такта на слабую). Уйнағанда синкопаға иғтибар итеу.
2. лингв. Һүҙ уртаһында өндөң төшөп ҡалыуы. □ Синкопа (выпадение звука (звуков ) в середине слова).
СИНКРЕТИЗМ [гр. synkretismos ‘берләшеү’] (Р: синкретизм; И.: syncretism; T.: bireştiricilik) и. кит.
Нимәнеңдер үҫешеп етмәгән сағына хас булған бөтөнлөк, тәүге берләшкән хәл. □ Синкретизм, слитность, нерасчленён-ность. Синкретизм куренеше. 0 «Кәкук» сюжеттарында ла, «Сыңрау торна» сюжеттарындасы һымаҡ, бер ук ваҡытта башҡарыла торған ҡатнаш формалар хәрәкәт итә. Уларҙың тамырҙары боронғо сәнғәттәге синкретизм куренешенән һутланған булырға тейеш. Ф. Нәҙершина.
СИНКРЕТИК (Р: синкретический; И.: syncretic; T.: bireştirici) с.
Синкретизмы менән айырылған; төрлө-төрлө айырылмаҫ өлөштәрҙән торған.
□ Синкретический, синкретичный. Синкретик ижад. Синкретик сәнғәт. К XIX быуат аҙағы — XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте тарихына яңырыу осоро булып ингән. Нәҡ ошо осорҙа быуаттар һуҙымында ҡатнаш-синкретик рәуештә йәшәп килгән художестволы проза айырым әҙәби төр булараҡ уҫеу юлына баҫа, хикәйә, нәҫер, повесть жанрҙарында тәуге әҫәрҙәр донъя курә башлай. М. Нәҙерғолов.
СИННЕК (синнеге) [рус. сенник] (Р: конюшня; И.: stable; T.: ahır) и. диал.
1. Ат аҙбары. □ Конюшня. Бесәнде синнеккә өйөу. Н [Хәсән] .. синнектән башын тығып торған тайҙы тугел, Сәлих ҡайтҡандан бирле шаҡтай ҙурайған туры дунәнде, куреп ҡалғайны. С. Агиш.
2. Йәйге аш өйө; аласыҡ. □ Летняя кухня. ■ Хаят синнектән сепрәктән тегелгән резина табанлы ҡара «буты» алып инде. С. Шәрипов. Ул арала Рауза ҡаҙандан картуф һоҫто, синнектән һары май, ҡорот, ҡыҙыл эремсек индерҙе. Т. Ғарипова.
3. Ялан аҙбар; лапаҫ. □ Ограда для скота. Ваҡ малды синнеккә ҡыуыу. 0 [Мәфтуха еңгә:] Һин дуңғыҙға ҡаҙым да әрәм! — тип, имгәнгән ҡаҙын кутәреп синнеккә индерә лә, уҙе өйөнә инеп китә. Б. Ишемғол.
4. Ергә ҡаҙып эшләнгән ваҡ мал торлағы; аран. □ Овчарня. Һарыҡ-кәзәне синнеккә ябыу.
5. Утынлыҡ. □ Дровяник. Синдеккә утын ташыу. М Бурама аласыҡ, келәт эшләттеләр, хатта әрҙәнә өйөргә лә таҡта синнек яһалды. Т. Килмөхәмәтов.
СИНОД [гр. synodos ‘йыйылыш’] (Р: синод; И.: synod; T.: Sinod) и.
1. Рус православие сиркәүенең Пётр I япҡан патриарх идаралығын алмаштырып, 1917 йылға тиклем эшләп килгән юғарғы органы; хәҙерге ваҡытта патриарх эргәһендәге кәңәшсе орган. □ Синод (высший коллегиальный орган православной церкви в дореволюционной России; в настоящее время совещательный орган при патриархе). / Синодальный; синодский.
2. Протестант сиркәүенең рухани һәм донъяуи кешеләрҙән тороп, мөһим сиркәү
18-1.0072.15
529