Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 530


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИНОДАЛЬ
эштәрен хәл иткән йыйылышы. □ Синод (собрание пасторов).
СИНОДАЛЬ (Р.: синодальный; И.: synodal; T.: sinodal) с.
Синодҡа ҡағылышлы булған. □ Синодальный. Синодаль хор. Синодаль китапхана.
СИНОДИК (Р: синодический; И.: synodical; Т.: sinodal) с.
Күк есемдәренең Ҡояшҡа йәки бер-береһенә ҡарата урынлашыу мөнәсәбәте. □ Синодический (связанное с расположением небесных тел относительно Солнца или относительно друг друга).
СИНОЛОГ [лат. Sina ‘Ҡытай’ + гр. logos ‘фән’] (Р: синолог; И.: Sinologist; T: Sinolog) и.
Синология буйынса белгес. □ Синолог. Синолог-ғалим. Атаҡлы синолог.
СИНОЛОГИЯ [лат. Sına + гр. logos ‘Ҡытай ғилеме’] (Р: синология; И.: Sinology; T.: Sinoloji) и.
Ҡытай телен, Ҡытайҙың тарих, иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт һәм фәлсәфәһен өйрәнгән фәндәр йыйылмаһы. □ Синология. / Синологический. ■ [3. Вәлидиҙец] ғилми тикшеренеүҙәрендә шуға тарихи-докумен-таль материалдар менән ҡатар археология, этнография, фольклор, лингвистика, ислам, синология, һиндология ғилемдәре биргән мәғлүмәттәр берҙәй тиерлек иркен файҙаланыла. Ғ. Хөсәйенов.
СИНОНИМ [гр. syn + önoma ‘бер исем’] (Р: синоним; И.: synonym; T.: sinonim) и. лингв, ҡар. мәғәнәләш һүҙ.
Икенсе бер һүҙгә мәғәнә яғынан тап килгән йәки яҡын булған һүҙ. □ Синоним. / Синонимический. Абсолют синонимдар. Стилистик синонимдар. Синонимдар табыу. Синоним һүҙҙәр. Тел ғилемендә синонимдарҙы өйрәнеү. Телмәрҙә синонимдарҙы ҡулланыу.
СИНОНИМИК (Р: синонимический; И.: synonymical; T.: eş anlamlı) с. лингв, ҡар. мәғәнәләш.
Синоним булып торған, тиң мәғәнәле йәки мәғәнә яғынан оҡшаш. □ Синоними
ческий. Синонимик оя. Синонимик һүҙҙәр. Синонимик төркөм. Синонимик рәт.
СИНОНИМИКА [гр. synönymos] (Р: синонимика; И.: synonymies; T.: eşanlamlılık) и. лингв.
1. Берәй телдең синонимдар йыйылмаһы. □ Синонимика. Әҙәби телдец синонимикаһы. Рус синонимикаһы. Башҡорт те-ленец синонимикаһы.
2. Лексикологияның синонимдарҙы өйрәнгән бүлеге. □ Синонимика. Синонимиканың теоретик нигеҙҙәре.
СИНОНИМИЯ [гр. synönymia] (Р: синонимия; И.: synonymy; T.: eşanlamlılık) и. лингв.
Әйтелеше яғынан төрлө булған һүҙҙәрҙең мәғәнә оҡшашлығы. □ Синонимия. Лексик синонимия. Морфологик синонимия. Синтаксик синонимия.
СИНОПТИК I (синоптигы) [гр. synop-tikos] (Р.: синоптик; И.: forecaster; T.: hava tahmin uzmanı) и.
Һауа торошоноң, көндөң ниндәй булырын алдан әйткән белгес, метеоролог. □ Синоптик. Башгидрометтыц баш синоптигы. Синоптиктар күҙаллай. Синоптиктар иҫкәртә. ■ Синоптиктар билдәләүенсә, республикала яҙ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға алданыраҡ башланды: ер йылынған, дымлылыҡ тейешле кимәлдә, тимәк, сәсеүҙе башлау өсөн ваҡыт бик ҡулай. «Башҡортостан», 30 апрель 2013.
СИНОПТИК II (Р: синоптический; И.: synoptic; T.: özet halinde) с.
1. Ҡатмарлы бер бөтөн нәмәнең өлөштәрен дөйөм күҙәткән. □ Синоптический. Синоптик анализ. Синоптик таблица.
2. метеор. Метеорологик шарттарға, һауа торошона мөнәсәбәтле. □ Синоптический. Синоптик процестар. Синоптик шарттар.
СИНОПТИКА [гр. synoptikos] (Р: синоптика; И.: synoptic meteorology; T.: sinoptik meteoroloji) и.
Метеорологияның көндөң ниндәй булырын алдан әйтеү методтарын эшләү маҡсатында атмосфералағы һауа шарттарын һәм уның үҙгәрешен билдәләгән процестарҙы өйрәнгән бүлеге. □ Синоп-
530