Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 532


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИНТЕЗЛАТЫУ
1. төш. ҡар. синтезлау, страд, от синтезлау. Н Липопротеидтар бауырға ҡан менән холестеринды ҡилтерә һәм шунда синтезлана. «Йәшлек», 22 октябрь 2011.
2. хим. Синтез ысулы менән барлыҡҡа килеү. □ Синтезировать. // Синтезирование. Аҡһымдарҙың синтезланыуы.
СИНТЕЗЛАТЫУ (синтезлат-) ҡ. йөкм. ҡар. синтезлау, понуд. от синтезлау.
СИНТЕЗЛАУ (синтезла-) (Р.: синтезировать; И.: synthesize; T.: sentez yapmak, sentezlemek) ҡ.
1. Синтез (1) яһау; дөйөмләштереү.
□ Синтезировать. // Синтезирование. Образды синтезлау.
2. хим. Синтез (2) ысулы менән барлыҡҡа килтереү. □ Синтезировать. // Синтезирование. Аммиакты синтезлау. Гемоглобинды синтезлау. Яцы матдәне синтезлау.
СИНТЕЗЛАШЫУ (синтезлаш) ҡ. урт. ҡар. синтезлау, взаимн. от синтезлау. ■ Гайса Хөсәйенов әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләрен өйрәнеугә ныҡ иғтибар итә, .. ике мәҙәни-әҙәби башланғысты — Көнсығыш һәм Көнбайыш халыҡтарының рухи донъяһындағы ҡаҙаныштарҙы, башҡорт һуҙ сәнғәтенең ике мәҙәни мөхитенең бер-береһенә йоғонто яһашыуы ерлегендә уҫеуен, синтезлашып байығыуын иҫәпкә алып эш итте. «Башҡортостан», 11 апрель 2013.
СИНТЕПОН [фр. synthepon] (Р: синтепон; И.: padding polyester; T.: sintepon) и.
Йылы синтетик материал. □ Синтепон. / Синтепоновый. Йоҡа синтепон. Пальтоға синтепондан эслек тегеу. Синте-понлы куртка.
СИНТЕТИК [гр. synthetikos] (Р: синтетический; И.: synthetic; T.: sentetik) с.
1. Синтез (1) ҡулланыуға нигеҙләнгән.
□ Синтетический. Тикшереуҙең синтетик ысулы. Фекерләуҙең синтетик һәләте. Синтетик ысул ҡулланыу.
2. хим. Синтезға (2) нигеҙләнгән.
□ Синтетический. Каучукты синтетик ысул менән алыу. Үҫемлектәрҙең синтетик эшмәкәрлеге.
3. Синтез һөҙөмтәһендә алынған. □ Синтетический. Синтетик каучук. Синтетик май. Синтетик сус. Синтетик туҡыма. Синтетик яғыулыҡ. ■ Синтетик кейем балыҡсыларға бармай, кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейем һәйбәт була. Ш. Нафиҡов.
4. Айырым өлөштәрҙе бер бөтөнгә берләштергән, дөйөмләштергән. □ Синтетический. Синтетик образ. Синтетик театр. Синтетик әҫәр.
5. лингв. Һөйләмдә грамматик мөнәсәбәттәр һүҙҙең үҙенең формаһы менән бирелгән. □ Синтетический. Синтетик телдәр. Телдең синтетик төҙөлөшө.
СИНТЕТИКА [рус.] (Р: синтетика; И.: synthetic material; T.: sentetik) и. һөйл.
Синтетик материал һәм шулай уҡ шунан яһалған нәмә. □ Синтетика. Синтетика һауа уткәрмәй. ■ Синтетика ҡушылған тауарҙар иһә ултырмай, тиҙ йыуыла, ныҡлы, тик утекләгәндә иремәһен өсөн һаҡ булырға кәрәк. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2012.
СИНУС [лат. sinus ‘бөгәл’] (Р: синус; И.: sine; T.: sinüs) и.
1. мат. Мөйөштөң тригонометрик функцияларының береһе — тура мөйөшлө өсмөйөштә ҡыҫынҡы мөйөшкә ҡаршы ятҡан катеттың гипотенузаға нисбәтенән ғибәрәт. □ Синус. ■ Ул [Емеш] .. насар билдәһе алмаҫ өсөн йәки икс, игрек, зет, параллелепипед, перпендикуляр, биссектриса, параллелограмм йәки синус, косинус, тангенс, котангенс кеуек әйтелеше мәҙәк тойолған һуҙҙәр куп булған өсөн ҡыҙыҡһынып ҡына өйрәнә ине. 3. Биишева.
2. анат. Ҡыуышлыҡ. □ Синус. Лимфа тамырҙары синусы. Баш мейеһе синустары.
СИНУСИТ [лат. sinusitis] (Р: синусит; И.: sinusitis; T.: sinüzit) и. мед.
Танау яны ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһе шешеү. □ Синусит. Синусит диагнозы. Синуситты дауалау. ■ «-ит»ҡа тамамланған ауырыуҙар — синусит, бронхит, гайморит, дерматит куҙәтелә икән, тимәк, организмда бактерия, вирус, бәшмәк
532