СИН ҺИҘӘП
һәм башҡа паразиттар йәшәй. «Шоңҡар», №2,2012.
СИНУСОИДА [лат. + гр.] (Р: синусоида; И.: sine curve; T.: sinüsoit) и. мат.
Мөйөш үҙгәреүгә ҡарап, синустың үҙгәрә барыуын график рәүештә күрһәткән тулҡынлы һыҙыҡ. □ Синусоида.
СИНУСОИДАЛЬ (Р.: синусоидальный; И.: sinusoidal; T.: sinüsoidal) с.
1. мат. Синусоида булып торған. □ Синусоидальный.
2. физ., тех. Синусоида буйынса үҙгәрә торған. □ Синусоидальный. Синусоидаль тирбәлеш. Синусоидаль ток.
СИНФИ [ғәр. (Р: классовый; И.: class; T.: sınıfsal) с.
1. Синыфҡа (1) мөнәсәбәтле. □ Классовый. Синфи көрәш. Синфи буленеш. Синфи йәмғиәт. Синфи һуғыш. Синфи конфликт. ■ Тәбиғәте менән дә, революцион тәрбиәһе менән дә Урманов — намыҫлы, тура кеше. Әммә сирек быуат буйы гел синфи дошманға ҡаршы көрәшеп, аяуһыҙ туҡмалып, ҡан тугеп, яфа сигеп, уның куңеле ҡатҡайны. М. Кәрим.
2. Билдәле бер синыфҡа һәм уның идеологияһына хас. □ Классовый. Синфи аң. Синфи ҡараш. Синфи әҙәбиәт. ■ Йәш егеттең һуҙҙәре уткер, ваҡытына курә яҡшы уҡ тәрән синфи инеләр. И. Насыри. Айырым риуәйәттәр башҡорт ерҙәрен талауҙың социаль һәм синфи асылын аныҡ яҡтыртыуҙары менән әһәмиәтле. Ф. Нәҙершина.
СИНХРОНИК (Р: синхронный; И.: synchronic; T.: senkronik) с. кит.
Синхронизм менән айырылып торған, нимәнеңдер бер үк ваҡытта барғанын күрһәткән; синхронлы. □ Синхронный, синхронический, синхроничный. Синхроник куренеш. Синхроник тәржемә.
СИНХРОНИК ТАБЛИЦА (Р: синхроническая таблица; И.: synchronic table; T.: senkronik cetvel) и.
Бер үк ваҡытта барған ваҡиғаларҙы сағылдырған хронологик таблица. □ Синхроническая таблица. Синхроник таблицаны куҙәтеу.
СИНХРОНИЯ [гр. syn ‘бергә’ + chronos ‘ваҡыт’] (Р: синхрония; И.: synchrony; Т.: eşzamanlılık) и. кит.
1. Ике йәки бер нисә күренештең, процестың бер ваҡытта параллель барыуы, бер үк ваҡытлылыҡ. □ Синхрония.
2. Телдәге элементтарҙың тарихи бер дәүерҙә йәнәш йәшәүе һәм үҙ-ара бо-йондороҡлоғо. □ Синхрония.
СИНХРОНЛАШТЫРЫУ (синхронлаштыр-) (Р: синхронизировать; И.: synchronize; T.: eşzamanlı yapmak) ҡ. тех.
Ике йәки бер нисә күренеште йәки процесты ваҡыт яғынан тап килтереү. □ Синхронизировать что-л. // Синхронизация.
СИНХРОНЛЫ (Р: синхронный; И.: synchronous; T.: senkronik) с.
1. Ваҡыт буйынса тап килгән, бер үк ваҡытта барған. □ Синхронный. Синхронлы йөҙөу. Синхронлы һикереу. Синхронлы тәржемә.
2. тех. Синхронизм принцибын ҡулланыуға нигеҙләнгән, ҡоролған. □ Синхронный. Синхронлы двигатель. Синхронлы мотор. Моторҙың синхронлы әйләнеше. ■ Режиссёр манма тиргә батҡан. Һис тә фонограммаһын тура килтерә алмайҙар, синхронлыҡ юҡ. Д. Бүләков.
СИНХРОНЛЫҠ (синхронлығы) (Р: синхронность; И.: syncronism; T: eşzamanlılık) и. кит.
Ике йәки бер нисә күренештең, процестың бер ваҡытта параллель барыуы, бер үк ваҡытлылыҡ. □ Синхронность, синхронизм. ■ Иң нәзәкәтле бейеу төрө -балет — купме туҙемлек талап итә. Һәр бейеуҙең иҫтә ҡалырлыҡ сағыулығы, хәрәкәттәрҙең синхронлығы купме кунекмәләр, репетициялар аша килә. «Йәншишмә», 5 июль 2013.
СИН ҺИҘӘП (һиҙәбе) (Р: китайская пуговица; И.: Chinese button; T.: bür tür düğme) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, сәсәкте дауалағанда ҡулланылған һиҙәп. □ Китайская пуговица, применявшаяся от оспы. ■ Сәсәк ауырыуынан һуң, куҙ һуҡыраймаһын өсөн, син
533