СИНЫФ
һиҙәп ҡырындыһын һалғандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СИНЫФ [ғәр.^^-] (Р.: класс; И.: class; Т.: sınıf) и.
1. Билдәле бер тарихи ижтимағи эшмәкәрлек системаһында тоткан урыны, етештереү ҡоралына ҡарата булған мөнәсәбәте, ижтимағи хеҙмәт ойошторолошондағы роле, дөйөм байлыҡтағы өлөшө буйынса айырылған ҙур халыҡ төркөмө. □ Класс. Эшселәр синыфы. Капиталистар синыфы. Синыфҡа буленеу. ■ Беҙҙең ҡасҡалаҡтар бит, йәғни эшселәр синыфы. Бында килеп эшләйҙәр ҙә саф һауа һуларға ауылға ҡайталар, — тип аңғартты Тимербай. Б. Рафиҡов.
2. Мәктәп курсындағы бер баҫҡыс; класс. □ Класс. Беренсе синыф. Алтынсы синыф. Ике синыфты ҡушыу. ■ Ҡасандыр, әле Мәрйәмдәр башланғыс синыфта уҡып йөрөгән саҡтарҙа, бында йыуантыҡ сыуаш — ҡырҙан килгән объездчик ғаиләһе менән ике йыл ҡыш сыҡты. С. Шәрипов. Мәктәптәге етешһеҙлектәрҙең купселеге башланғыс синыф уҡытыусыларына ҡайтарылды. 3. Ураҡсин.
3. Бергә уҡып, дәресте бергә алған уҡыусылар төркөмө. □ Класс. Беҙҙең синыф. Синыфта егерме уҡыусы. Синыф менән экскурсияға барыу.
СИНЫФТАШ (Р.: собрат по классу; И.: class brother, brethren; T.: sınıf arkadaşı) u.
1. Бер синыф вәкилдәре (бер-береһенә ҡарата). □ Собрат по классу. Синыфташ туғандар.
2. Бер синыфта (2) уҡыусылар (бер-береһенә ҡарата)', класташ. □ Одноклассник. Синыфташ балалар. Синыфташ малайҙар. ■ Синыфташ ҡыҙҙары араһында кемдәр генә юҡ: иркәләре, наҙлылары, уткер-ҙәре, хәйләкәрҙәре, ҡылансыҡтары, ҡыйпысыҡтары. Ф. Аҡбулатова. Мәрйәмдең Сафыйға ике ай инде хат остоғо яҙғаны юҡ, шул хаҡта синыфташы Гөлдәр ҙә иҫенә төшөрҙө. С. Шәрипов.
СИНЫФҺЫҘ (Р: бесклассовый; И.: classless; T.: sınıfsız) с.
Синыфтарға (1) бүленмәгән. □ Бесклассовый. Синыфһыҙ йәмғиәт.
СИНЬКА [рус.] (Р: синька; И.: bluing; Т.: çivitleme) и.
Туҡыманы мана торған буяу; синке. □ Синька. Синькаға маныу.
СИНЬОР [ит. signor] (Р: синьор; И.: signor; T.: senyör) и.
Италияла ир-аттың атамаһы; әфәнде (ир-аттың фамилияһына йәки исеменә ҡушып әйтелә). □ Синьор. ■ [Пиккио:] Мин һеҙ синьор Йәғәфәр Моратшиндыр тип беләм. М. Кәрим.
СИНЬОРА [ит. signora] (Р: синьора; И.: signora; T.: hanım) и.
Италияла ҡатын-ҡыҙҙың атамаһы; ханым (ҡатын-ҡыҙҙың фамилияһына йәки исеменә ҡушып әйтелә). □ Синьора. ■ Гәзиз синьора, Һеҙҙең кескәй генә йомошоғоҙҙо ла оло итеп башҡарыу бәхетенә ирешергә минут һайын әҙермен. М. Кәрим.
СИНЬОРИНА [ит. signorina] (Р: синьорина; И.: signorina; T: bayan, matmazel) и.
Италияла ҡыҙҙарға өндәшеү һүҙе, туташ (ҡыҙҙың фамилияһына йәки исеменә ҡушып әйтелә). □ Синьорина. Синьоринаға мөрәжәғәт итеу.
СИНӘҮ (синә-) ҡ. диал. ҡар. сигәләү 1. Ҡаҙан синәу. Салғы синәу.
СИҢЕРТКӘ (Р: кузнечик; И.: grasshopper; T.: cırlak) и. зоол.
1. Оҙон артҡы аяғы менән һикереп йөрөй торған бөжәк. □ Кузнечик (лат. Tettigonioidea). Сиңерткә һикерә. Сиңерткә серелдәй. ■ Үлән араһында сиңерткәләр сиңкелдәшә. 3. Биишева. Селтер-селтер шишмә ниҙер көйләй, сырҡ-сырҡ көлә сиңерткә. Г. Әхмәтҡужина. Йәйҙең ошо танһыҡ тауыштарына ҡушылған куп һанлы сиңерткә соролдашыуын иҫәпкә алмағанда, тирә-йундә ғәжәйеп һиллек хөкөм һөрә. И. Ноғоманов. • Сиңерткәнән ҡурҡҡан — иген икмәгән. Мәҡәл.
2. кусм. һөйл. Һикерәнләп-йүгерекләп торған остоҡай ҡыҙҙарға әйтелә. □ Кокетка. ■ Гөлшат яңғыратып көлдө лә һикерәнләп китеп барҙы. Һай, сиңерткә! Нимәгә шат
534