сип-сип
ланғанын да белмәй ашҡынған сағы шул. Б. Рафиҡов.
СИҢЕРТКӘ ТУРҒАЙ (Р.: речной сверчок; И.: river warbler; T.: ağaç kamışçını) и.
Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөткән, һырты һәм түше ҡара өҙөк һыҙыҡсалар менән сыбарланған ҡараһыу көрән төҫтәге турғайҙан бәләкәйерәк ҡош. □ Речной сверчок (лат. Locustella fluviatilis).
СИОНИЗМ [рус.] (Р: сионизм; И.: Sionism; T: siyonizm) и.
Йәһүдтәрҙең шовинистик сәйәсәте һәм идеологияһы. □ Сионизм. Сионизм идеологияһы. ■ Бында, бәхетенә курә, уның [Ринаттың] юлы уңды: «Америка империализмы һәм сионизмдың ер шарындағы террористик эштәре һәм диверсиялары» тигән бик ҡыҙыҡлы китап һатып алды. Р. Байбулатов.
СИОНИСТ [рус.] (Р: сионист; И.: Sionist; T.: Siyonist) и.
Сионизм яҡлы кеше. □ Сионист. Агрессив сионист.
СИОНИСТИК (Р: сионистский; И.: Sionistic; T.: siyonistik) с.
Сионизмға мөнәсәбәтле. □ Сионистский. Сионистик ойошмалар.
СИП [рус. цепь} (Р: цепь; И.: measure line; T.: hudut) и.
1. тар. Нимәнеңдер сиге буйлап тартҡан бау. □ Цепь (граница, разделяющая соседние земельные участки). ■ Ҡарас менән Килдеш ҡаҙаҡтарҙы .. сипкә сикле ҡыуалар ҙа кире ҡайталар. Хикәйәттән.
2. диал. Бер-береһенә үткәреүле дүңгәләктәрҙән теҙеп яһалған металл бау; сынйыр. □ Цепь. Сип менән урау. Сип һуҙыу.
СИПАЙ I (Р.: слезящийся от воспаления (о глазах); И.: watery; T.: yaşlı göz) с. диал. ҡар. бысый.
Һыуланып, сейләнеп торған (куҙгә ҡарата). □ Слезящийся от воспаления (о глазах). Сипай куҙ.
СИПАЙ II [фарсы sepahi ‘һалдат’] (Р: сипаи; И.: Sepoi; Т.: sepoy) и. тар.
Төрөк солтандарының юғары ҡатлам кешеләренән торған һыбайлы ғәскәре. □ Сипаи (разновидность кавалерии в Османской империи). ■ Утар ҡоймаһының ты
шында йөҙләгән кораллы сипай, шау-гөр килеп, аттарын арҡанлап йөрөй. Ә. Хәкимов.
СИПАРАТ [рус.] и. һөйл. ҡар. сепаратор.
■ Гөлйөҙөм көнө буйы эшләп арыған, һыуһаған булһа ла ашыҡмай ғына һөттө си-паратҡа ҡойоп әйләндерә башланы, һ. Дәүләтшина. [Миңлекамал — Хәтимәгә:] Йоҡоң туйып уянғас, иртәнге һауған һөттө сипаратҡа алып барып айырт та, ойотҡан ойот. Я. Хамматов.
СИПЕЙ и. диал. ҡар. себеш I, 1. Сипей ашатыу.
СИПЕЙҮРҘӘК (сипейүрҙәге) (Р: кряква; И.: mallard; T: yeşilbaş) и. зоол. диал. ҡар. һуна өйрәк.
Ҡыр өйрәктәре араһында иң ҙур өйрәк.
□ Кряква (лат. Anas platyrhynchos). Сипе-йурҙәк атып алыу. Ҡул буйында сипейур-ҙәк оя ҡорған.
СИПЛЕ ТУРҒАЙ (Р: жаворонок; И.: lark; T: tarlakuşu) и. зоол. диал. ҡар. һабан турғайы.
Күккә менеп һайрай торған һорғолт буҙ һыртлы эре турғай. □ Жаворонок. Сипле турғай һайрай.
СИПСЕКҮТӘН (Р: бука; И.: bogy; Т: umacı) и. миф.
Балаларҙы ҡурҡыта торған уйҙырма яман зат; бапаҡ. □ Бука. Баланы сипсеку-тән менән ҡурҡыта инек. ■ Баҙ аҫтында ниндәйҙер сипсекутән йәшәй, төндә ул килеп сыға ла, аяҡтан йә йомшаҡ ерҙән эләктереп семтеп ала. Экспедиция материалдарынан.
СИП-СИП (Р: писк цыплят; И.: chuck!; Т: civ civ) оҡш.
1. Ваҡ ҡош, себеш, бәпкә тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание писку цыплят: цып-цып. Сип-сип итеу. Сип-сип килеу.
■ Себештәр берәм-берәм йомортҡаны тишеп ергә баҫҡас та, «сип-сип» тип ем һорай башланы. Ғ. Хисамов. Себештәр «сип-сип», тиҙәр, «асыҡтыҡ бик-бик», тиҙәр. Г. Юнысова.
2. саҡ. Себеш саҡыра торған һүҙ.
□ Возглас, которым подзывают цыплят: цып-цып. Сип-сип тип сепейҙәрҙе саҡырҙы.
535