Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 536


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сипсы
СИПСЫ (Р.: шипцы; И.: tongs; T.: kıskaç) и. диал.
1. Ҡыҫып тота, ҡыҫып ала торған ҡорал.
□ Шипцы. Сипсы менән тартып алыу. ■ Ғәләү йышылмаған таҡталарҙан әтмәләнгән өҫтәлгә ике көрөшкә ҡуйҙы, көл араһынан сипсы менән тартып бер нисә картуф сығарҙы. Т. Ғарипова.
2. Ҡыҫып тота торған ҡорал; ҡыпсыуыр.
□ Клещи (инструмент). Сипсы менән эләктереү.
СИПЫҠ (Р: слезящиеся больные (о глазах)', И.: watery; T.: yaşlı göz) c.
Сейләнеп, сыт-сыт итеп торған, бысый (куҙгә ҡарата). □ Слезящиеся больные (о глазах). Сипыҡ куҙ.
СИПЫЛДАҠ I (сипылдағы) (Р: поползень; И.: Eurasian nuthatch; T.: bayağı sıvacı kuşu) u.
1. зоол. Турғайҙар төркөмөнә ҡараған, ағас олоно буйлап аҫҡа һәм өҫкә яҡшы үрмәләй торған ҡошсоҡ; үрмәләс. □ Поползень (лат. Sitta еигораеа). Сипылдаҡ турғайҙар сырылдай.
2. Балсыҡтан эшләнгән ҡош формаһындағы балалар уйынсығы. □ Глиняная игрушка в виде птицы. ■ Сепрәк йыйыусынан сипылдаҡ ала инек, шуны һыҙғырта инек. Экспедиция материалдарынан.
СИПЫЛДАҠ II (сипылдағы) (Р: скабиоза; И.: scabiosa; T: uyuzotu) и.
1. Ҡара-ҡаршы оҙон япраҡлы, эре суҡ сәскәле үҫемлек (бесән сапҡан мәлдә һабағының, уртаһын ярып сипылдашалар).
□ Скабиоза (лат. Scabiosa). Сипылдаҡ уҫә. Сипылдаҡ сәскә атҡан.
2. Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған оҙонсараҡ япраҡлы, һары сатыр сәскәле эре үлән; туманаҡ. □ Володушка (лат. Bupleurum). Сипылдаҡ сәскәһе.
СИПЫЛДАҠ ТӨЙӨТ (Р: пеночка-трещотка; И.: wood warbler; T.: orman çıvgını) и.
Һылыуҡастар ғаиләһенә ҡараған, турғайҙан бәләкәйерәк, һырт яғы көрәнһыу йәшел, ҡорһағы аҡ, ҡашы, тамағы һәм түше тоноҡ һары, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөүсе етеҙ ҡош. □ Пеночка-трещотка
(лат. Phylloscopus sibilatrix). ■ Сипылдаҡ төйөт — турғайҙан бәләкәйерәк, ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ ҡош. һайрау ы үҙенсәлекле, ҡыҫҡа ғына «төйөт» йәки «төйт» тигән тауыш сығара. Э. Ишбирҙин.
СИПЫЛДАТЫУ I (сипылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. сипылдау I. понуд. от сипылдау I. Күҙҙәрҙе сипылдашыу. ■ Сәрбиямал әбей, еүеш күҙҙәрен сипылдашып ҡаҡты ла, иланы ла ебәрҙе. Р. Өмөтбаев.
СИПЫЛДАТЫУ II (сипылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. сипылдау II. понуд. от сипылдау II. Һыбыҙғы сипылдашыу. ■ Аҡназар, ауыҙын сипылдашып, тамшана-тамшана тамаҡ ҡырҙы. Я. Хамматов. •
СИПЫЛДАУ I (сипылда-) (Р: моргать больными слезящимися глазами; И.: blink of trachoma eyes; T: gözlerini kıpıştırmak) ҡ.
Бысылдап, сыт-сыт йомолоу (күҙгә ҡарата). □ Моргать больными слезящимися глазами. Күҙҙәрен сипылдашып тора.
СИПЫЛДАУ II (сипылда ) (Р: пищать; И.: peep; T: cıvıldamak) ҡ.
Сип-сип иткән тауыш сығарыу. □ Пищать. Себештәр сипылдай. Һары беснәк сипылдай. Кош сипылдай. М Кыҙырас турғай булып бик оҫта сипылдай ҙа белә. 3. Биишева. Мәлһеҙ яҙ етә тип алданып, ҡарғалар ҡарҡылдашты, турғайҙар һәм сәпсектәр ҡыуаныслы сипылдашты. Я. Хамматов.
СИПЫЛДАУЫҠ (сипылдауығы) (Р: степная тиркушка; И.: black-winged pratincole; T: karakanatlı bataklık kırlangıcı) и. зоол.
Күгәрсендән бәләкәйерәк, оҙон тар ҡанатлы, ҡойроғо айырсалы, суҡышы ҡара, ауыҙының сите ҡыҙыл, аяҡтары ҡара күсмә ҡош; ҙур ҡарлуғас; ялан ҡарлуғасы. □ Степная тиркушка (лат. Glareola nordmanni). ■ Сипылдауыҡ батҡыллы йылға һәм күл буйҙарында йәшәй. Э. Ишбирҙин.
СИПЫЛДАШЫУ (сипылдаш ) ҡ. урт. ҡар. сипылдау II. взаимн. от сипылдау II. ■ Сәпсек һәм башҡа төрлө ҡоштар, сипылдашып, әле бер ағасҡа, әле икенсе ағасҡа осоп үтә. Я. Хамматов.
536