СИРАТ
СИР (Р.: болезнь; И.: malady; T.: hastalık) и.
1. Берәй ағза боҙолоп йәки шешеп, оҙаҡҡа һуҙылған ауырыу. □ Болезнь, хворь, недуг. Йөрәк сире. Сирҙе иҫкәртеү. Сирҙе дауалау. Сиргә тарыу. ■ Аптырағас, малайҙың сирен төпсөнөп-төпсөнөп, ауырыуҙы күрмәйенсә генә врач диагноз ҡуйҙы. С. Шәрипов. Зәлифә уның [Мәстүрәнең] сирен белә — йөрәге насар, нервылары ҡаҡшаған. Н. Мусин. • Сир аяҡтан инә, баштан сыға. Мәҡәл. Кешене сир еңер, сирҙе аҙыҡ еңер. Мәҡәл. Тырыштан тир китмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ. Мәҡәл.
2. Емеш-йәшелсәнең, ағастың, япраҡтың боҙолған, серегән ере. □ Болезнь растений. Алма сире. Картуф сире. Япраҡ сире.
3. күсм. Ғәйеп итерлек эш, ғәҙәт. □ Недостаток, изъян. ■ Сафаны халыҡ күҙенән төшөрөр өсөн бер сир эҙләйҙәр. Хикәйәттән.
4. диал. Малдың эсәк араһында һыуыҡ тейеүҙән барлыҡҡа килгән шеш. □ Опухоль кишок.
СИР АҒЫҘЫУ (Р: способ избавления от болезни; И.: magical method of healing; T.: bür tür büyü) и. миф.
Сир-сырхауҙан ҡотолоу ысулы (бының өсөн ҡурсаҡ эшләп, ауырыуҙың ҡуйынында тотоп, уны киткән боҙға һалып ағыҙалар). □ Способ избавления от болезни. ■ Яҙ көнө ташҡында йә ҡурсаҡ, йә суҡ, йә яулыҡ менән сиреңде ағыҙып ебәрәһең. Һыу күтәрә ул. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СИРАҠ I (сирағы) (Р: голень; И.: shin; Т.: bacak) и.
Аяҡтың бәкәлдән тубыҡҡа тиклемге өлөшө. □ Голень. Арыҡ сираҡ. ■ Хашим белгән нәҙек сираҡлы, сиңерткә кеүек еңел сабый урынына хәсрәттәрҙән яралған ҡарашлы етем ҡыҙ баҫып тора. Т. Ғарипова.
♦ Кәкре сираҡ аяғы төҙ булмаған кешегә әйтелә. □ Кривоножка. Кәкре сираҡ ҡыҙ. ■ Ә һин, шул кәкре сираҡтарға эйәреп, ғәйбәт йыйып йөрөргә булдьпҫмы? — тип ҡысҡырҙы Рәшит. Б. Рафиҡов, һалам сираҡ аяғы нәҙек кешегә әйтелә. □ Тонконожка.
СИРАҠ II (Р: туго ссученный; И.: woven tightly; T.: sert bükülmüş) с.
Ныҡ, тығыҙ ишелгән, ҡаты боролған (бау, епкә ҡарата). □ Туго ссученный; туго свитой (о нитке, пряже; о верёвке). Сираҡ арҡан. Сираҡ ишеү. М Арҡанды .. сығыр менән ишкән саҡта тәкәне әкрен генә йөрөтәм, сираҡ ишелһен, аттар пушканы һөйрәп йөрөткәндә арҡан өҙөлмәһен, тим. Н. Мусин.
СИРАЛҠЫ с. диал. ҡар. сираҡ II. Сирал-ҡы еп.
СИРАЛТЫУ (сиралт-) ҡ. йөкм. ҡар. сиралыу. понуд. от сиралыу. Епте сиралтыу. Йөндө сиралтып бөтөү. Мамыҡ сиралтыу.
СИРАЛЫУ (сирал ) (Р: скручиваться (о нитке)', И.: intertwine; T: bükülmek) ҡ.
Ҡатлап ишелеү. □ Скручиваться (о нитке). Сиралған йөн. Сиралған еп. ■ Туғыҙ толом аҡ ебәк, туғыҙ үрем, сиралып, сәркеп китһәң, һиңә хурлыҡ. Ҡобайырҙан.
СИРАТ [рус. черёд] (Р: очередь; И.: queue, line; T.: sıra) и.
1. Эҙмә-эҙ бер-бер артлы ниҙер йомошлау өсөн тәртип менән теҙелгән төркөм һәм шул төркөмдәге урын. □ Очередь, черёд. Сиратҡа баҫыу. Сиратҡа теҙелеү. ■ [Фельдшер] ҡулын һелкте һәм сиратта торған өсөнсө егетте өҫтәл эргәһенә саҡырҙы. Я. Хамматов. Кабул итеү бүлмәһендә сират көткән генералдарҙың береһен кабинетҡа саҡырҙылар. Р. Өмөтбаев.
2. Нимәлер үҙ тәртибендә эшләнер ваҡыт.
□ Очередь. Сират миңә етте. Сираты еткән кешеләр. К Сират Йылҡыбайса килеп еткәс инде, уның егетлегенә бер кем дә тицләшә алмай: үҙе менән кем генә алышмаһын, ул уны йығып ҡына ҡалмай, туп кеүек сөйөп ташлай. «Ҡуҙыйкүрпәс». Әкиәт һөйләү сираты Емешкә килеп еткәнен аңлата ине.
3. Биишева.
3. Эш-хәл барышындағы эҙмә-эҙ тәртип. □ Черёд. ■ Һәйкәлде асырға ла сират етте. Б. Рафиҡов.
4. Шул тәртиптең ниндәйҙер өлөшө.
□ Черёд. Үҙ сираты менән барыу. Беренсе сиратта.
537