Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 538


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИРАТ АУЫРЫУЫ
СИРАТ АУЫРЫУЫ и. диал. ҡар. киҙеү П, 2.
СИРАТ КҮПЕРЕ [ғәр. J-I>-](P: мост через чистилище; И.: bridge in the Purgatary; T.: sırat köprüsü) и. дини.
Тамуҡ аша ожмахҡа үтә торған күпер. □ Мост через чистилище. Сират куперенән утеу. ■ [Билалов:] Йәннәт тигәндәре ысын булып, ундағы сират купере минең ҡарамаҡҡа бирелһә, мин унан иң беренсе һине уткәрер инем. Д. Исламов. Ураҙа тотҡан, намаҙ уҡыған, ҡорбан салған кешеләр ҡылдан нәҙек, ҡылыстан уткер сират куперен, шул ҡорбандарына атланып, саптырып сығыр ҙа китерҙәр, ожмахҡа туп-тура барыр ҙа инерҙәр. 3. Биишева.
СИРАТЛАП (Р: поочерёдно; И.: in turns; T.: sırayla) р.
Сират тәртибендә. □ Поочерёдно, по очереди. Сиратлап эшләу. Сиратлап йоҡлау. ■ Халыҡ батырҙарҙың икеһен дә батша итеп ҡуя. Былар сиратлап.. хөкөм итә [башлай]. Әкиәттән. [Заһит] көндөҙ бейәләрҙе сиратлап һауған урынға алып килде. Я. Хамматов. Сиратлап миҙгелдәр ергә сағыу биҙәктәр һала. Т. Дәүләтбирҙина.
СИРАТЛАШТЫРЫУ (сиратлаштыр-) (Р: чередовать; И.: alternate; T: nöbetleştirmek) ҡ.
Береһен икенсеһе менән сиратлап алмаштырыу. □ Чередовать. // Чередование. Эш менән ялды сиратлаштырыу. Сиратлаштырып сәсеу.
СИРАТЛАШЫУ (сиратлаш-) (Р: чередоваться; И.: interchange; alternate; T.: nöbetleşmek) ҡ.
Береһе икенсеһе менән сиратлап алмашыныу. □ Чередоваться. // Чередование. Йылы көндәр һыуығы менән сиратлаша. Шатлыҡ ҡайғы менән сиратлаша. ■ Көн дә эштән һуң, сиратлашып, кем булһа ла, аҡсалы кеше аҡсаһыҙҙарҙы һыйланы. Я. Хамматов.
СИРАТЛЫ (Р: поочерёдный; И.: taken in turn; T.: sıralı) c.
Сират тәртибендә барған, сиратҡа һалынған, киреһе — сиратһыҙ. □ Поочерёдный. Сиратлы эш. Сиратлы ҡарауыл.
СИРАТТАҒЫ (Р: очередной; И.: yet another; regular; T.: sıradaki) c.
Сират буйынса килгән, сиратта торған.
□ Очередной, следующий. Сираттағы ултырыш. Сираттағы йыйын. Сираттағы сәфәр. ■ Шайморатов штабында одеял менән томаланған тәҙрә эргәһендә киң яңаҡлы, ҡарағусҡыл битле командирҙар сираттағы төнгө атаканың планын тикшерә. Р. Өмөтбаев. Бер йәй ауылыма сираттағы ҡайтҡанымда урамда сәйер генә малай яныма килде. Т. Ғиниәтуллин.
СИРАТТАН ТЫШ I (Р.: внеочередной; И.: extra ordinary; T.: sıradışı) с.
Алдан ҡаралмаған, планда билдәләнмәгән. □ Внеочередной. Сираттан тыш сессия ултырышы.
СИРАТТАН ТЫШ II р. ҡар. сиратһыҙ. Сираттан тыш алыу.
СИРАТҺЫҘ (Р: вне очереди; И.: out of turn; T.: sırasız) p.
Сират һаҡламай. □ Вне очереди, без очереди. Сиратһыҙ инеу. Сиратһыҙ алыу. Сиратһыҙ уткәреу.
СИРАТЫЛЫУ (сиратыл-) ҡ. төш. ҡар. сиратыу, страд, от сиратыу. Сиратылған еп. № һикелә мендәргә янтайып, сиратылған һарыҡ йөнөн урап ултырған Зөлхизә өләсәйемдең ҡулынан орсоғо тәгәрәне: беҙҙең һөйләшеугә мәлйерәп, йоҡлап киткән. Г. Яҡупова.
СИРАТЫУ (сират-) (Р: сучить; И.: rub; twine; T.: bükmek) ҡ.
Иләгән епте, йөндө ике ҡатлап ишеү.
□ Сучить, крутить. // Сучение, кручение нитки. Еп сиратыу цехы. Йөн сиратыу. ■ Емеш барып ингәндә, әле ул һөйәлгән ыҫпай мейес шикелле ап-аҡ йөҙлө, ҙур олпат кәуҙәле, киң битле Таиба әбей, урындыҡта ҡолас ташлап, йөн сиратып ултыра. 3. Биишева. Яңы өйгә инеп, ҡарсыҡтарыма куҙ-ҡолаҡ һалдым: өлкәне йөн тетеп, йәше-рәге иләгән йөндө сиратып мәш киләләр. Г. Яҡупова.
СИРВАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
538