СИРЕКЛӘП
Бөрйән, ҡыпсаҡ, бишул ырыуҙары араһы. □ Родовое подразделение башкир-бур-зянцев, кипчаков, бишул. Сирвай башҡорто.
СИРГӨПӘШ (Р.: рахит; И.: rickets; Т.: raşitizm) и. диал.
1. Организмда матдәләр алмашыныуы боҙолғандан һәм Д витамины етешмәгәнлектән барлыҡҡа килеп, һөйәк һәм нервы системаһының үҫешен үҙгәрткән имсәк йәшендәге балалар ауырыуы; рахит.
□ Рахит. Балаһы сиргөпәш икән.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни.
СИРҒЫУ (сирғы-) (Р.: бросать вверх; И.: toss up; T.: havaya atmak) ҡ. диал. ҡар. сорғоу 1.
Көс менән юғарыға, өҫкә атылыу. □ Бросать вверх, подбрасывать. // Подбрасывание. Таш сирғыны.
СИРҘЫҠ (Р: оборка; И.: frill; T.: farbala) и. диал. ҡар. ҡатмар.
Бала итәк. □ Оборка. Күлдәккә сирҙыҡ тегеү. Өс ҡат сирҙыҡ.
СИР ЕБӘРЕҮ (Р.: избавление от болезни с помощью магии; И.: magical healing; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Сир-сырхауҙан дауаланыу ысулы. □ Избавление от болезни с помощью магии. Сир ебәреү йолаһы. Сир ебәреү ысулы. Курсак эшләп һыуға ағыҙыу сир ебәреү тиелә.
СИРЕГЕҮ (сирек-) (Р: выступать (о костях); И.: protrude; T.: çıkık olmak) ҡ. диал.
1. Ҡалҡып тороу (һөйәктәргә ҡарата).
□ Выступать (о костях). Аяҡ һөйәге сирегә.
2. Яраның уңалыуы. □ Зажить (о ране). Аяғындағы яраһы сиреккән.
СИРЕК (сиреге) [фарс. (Р: четверть; И.: quarter; T.: çeyrek) и.
1. Ниндәйҙер күләмдең, дәүмәлдең дүрт-тән бер өлөшө. □ Четверть, четвёртая часть. Сирек метр. К Йүгерек батыр, .. йүгерек әбейҙе уҙып китеп, уны сирек көнгә артта ҡалдырып, майҙанға килеп тә ингән. Әкиәттән. Эшләгән эшегеҙ өсөн тейешле булған аҡсаны биреп бөтөрмәй ҡалдыралар, һеҙгә, тейһә, сиреге тейәлер. Я. Хамматов.
2. Мәктәптә уҡыу йылының д үрттән бер өлөшө. □ Четверть. Сирек башланыу. Өсөнсө сирек. Н [Кыҙырас] тик сирек
аҙағы етә башлағас ҡына, бер аҙ тырышып, «икеле» билдәләрен «өслө»гә төҙәтә лә тыныслана, «өслө»ләре шул көйө ҡала торғайны. 3. Биишева.
3. Бер ҡаҙаҡ ауырлыҡтың д үрттән бер өлөшө (сама менән 100 грамға тиң). □ Одна четвёртая часть фунта (около 100 г).
4. Аршындың д үрттән бер өлөшө (кирелгән баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡ аралығына тиң). □ Одна четвёртая часть аршина (мера длины от большого пальца до указательного врастяжку). ■ Ҡыш булһа, ярты аршын, бер сирек тәрәнлектән дә һыу сыға. Д. Юлтый. Әсәйемдең үҙемде апайымдан өҫтөнөрәк ҡуйыуы мине бер сиреккә үҫтереп ебәрә. Н. Мусин.
5. Бер күнәк шыйыҡлыҡ күләменең дүрттән бер өлөшө (сама менән 3 литрға тиң). □ Четвёртка, четвертушка (мера жидкости, равная 3 литрам). Сирек менән бал. Ҡатыҡты сиреккә бушатыу. ■ Сәғиҙулла ағай, ҡайтышлай миңә инеп, берәй сирек ҡымыҙ алып сыҡ. И. Насыри. Новиков, еврейҙар араһына барып, ҡайҙандыр, ниндәй юл менәндер, бер сирек ҡыҙыл араҡы табып килгән. Д. Юлтый.
6. Айҙың дүрт фазаһының береһе.
□ Четверть. Тәүге сирек. Һуңғы сирек. Айҙың яңы сиреге.
7. иҫк. Ярты дисәтинәгә тиң булған элекке ер үлсәү берәмеге. □ Площадь земли, равная одной четвёртой части десятины. ■ Сәсһә, Ваһап, шул ауыл тирәһендәге баҫыуға бутҡалыҡ тигән булып, кеше ыңғайына сирек йә утыҙ аҙым тары, шул тиклем үк ҡарабойҙай сәсер ине. Ж. Кейекбаев. Орлоғона уның ни әйтәйем, сирек ерем биш бот саҡ бирҙе. Ғ. Амантай.
8. диал. Өс литрлыҡ банка. □ Трёхлитровая банка. Бер сирек һөт.
СИРЕКЛӘП (Р.: трёхлитровой банкой; И.: by the quartern; T.: çeyrekleyerek) р. диал.
Сиреккә (5) һалып, сиреге менән.
□ Трёхлитровой банкой. Сирекләп ҡойоу. Сирекләп ташыу. ■ [Нәзирә:] Ғәзизәнең бал әсетеп һатыуын әллә ҡасан туҡтатырға кәрәк ине. Һин һаҡлап киләһең уны, Ямаҡаев.
539