СИРЕНА
Ул саҡта һиңә теләһә ниндәй елғыуар нисек сирекләп-сирекләп бал ташыһын. Яр. Вәлиев.
СИРЕНА I [лат. siren < гр. seiren] (Р.: сирена; И.: foghorn; T.: siren) и.
1. физ. Төрлө юғарылыҡтағы тауыш сығара һәм яңғыраған есемдең тирбәлеш һанын үлсәй торған ҡоролма. □ Сирена (устройство для получения звуков различной высоты и для измерения числа колебаний звучащего тела).
2. тех. Көсөргәнешле тауыш тулҡындары тарата торған ҡорамал (маяҡ, диңгеҙ карабы һ.б. нәмәлә ҡулланыла). □ Сирена (излучатель звуковых волн большой интенсивности, применяемый на маяках, морских судах и т. п.). Маяҡ сиренаһы.
3. Әсе һыҙғыртып тауыш бирә торған ҡысҡыртҡыс һәм уның тауышы. □ Сирена (сигнальный гудок с резким воющим звуком). Сирена сыйылдатыу. Сирена ҡысҡыртыу. ■ [Милиция] машинаһындағы сиренаны яман олотоп, уттарын янаулы балҡытып килеп етер. X. Тапаҡов. «Рота, подъём!» — рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан һалдаттарҙы йоҡоларынан әсе сирена уятты. «Урал», 21 февраль 2012.
СИРЕНА II [гр. seiren] (Р.: сирена; И.: Siren; T: Siren) и. миф.
Грек мифологияһында: үҙенең йыры менән моряктарҙы әүрәтеп һәләк итә торған ҡатын-ҡыҙ башлы ҡош рәүешендәге диңгеҙ заты. □ Сирена (в древнегреческой мифологии: полуженщина-полуптица с волшебным голосом, завлекающая моряков в пучину).
СИРЕНЬ [рус.] (Р: сирень; И.: lilac; Т.: leylâk) и. бот.
Зәйтүн ағасы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған шыма ҡуйы йәшел япраҡлы, суҡмарылып торған аҡ йәки күк төҫтәге хуш еҫле сәскәле декоратив ҡыуаҡ. □ Сирень. / Сиреневый (лат. Syrmgd). Сирень сәскәһе. Сирень еҙе. К Өй артында баҡсабыҙ ҡапланған сирень менән. Халыҡ йырынан. Сатыр ҡорған аҡ сирень кемдәрҙец тыңлар серен? Ф. Күзбәков. Зәңгәр сирень, йәшел улән бигерәк йәмләй яҙҙы! Т. Дәүләтбирҙина. Алма, муйыл, сирень — сәскәлә, әйтерһең дә, донъя — йәш кәләш! Ә. Әхмәҙин.
СИРЕҮ I (Р: войско; И.: warrior host; T.: çeri) и. иҫк.
Ойошҡан хәрби халыҡ төркөмө; ғәскәр. □ Войско. Оло сиреу. Сиреу туплау. Сиреу башлығы. ■ Яцы походҡа сығырға ҡушылған. Сиреу йыйырға, юлға әҙерләнергә кәрәк. Ғ. Ибраһимов. Көноҙон килеуҙән талсыҡҡан сиреу утә куренеп торған таҙа һыулы.. Талҡаҫ куленең көнбайыш ярындағы һөҙәк тубәләс битләсенә туҡталды. И. Ноғоманов.
♦ Ҡырым сиреүе күп кеше йыйылып киткәндә әйтелә. □ Несметное множество людей, доел. Как крымские войска. Ҡырым cupeye йыйылған. ■ Төшкөлөккә ял итергә туҡтаныҡ, курәбеҙ: бәғзе ҡатындар ҡырым сиреуе кеуек кумәк бала-сағаһына тәпке тоттороп, пайҙарының бер өлөшөн ҡара ергә ҡалдырған, сөгөлдөр уҫентеләре унда-бында ғына куренгеләй. Г. Яҡупова.
СИРЕҮ II (сир-) (Р: обирать; И.: pick; Т.: toplamak) ҡ. диал. ҡар. тиреү.
Емеш-еләкте сүпләп йыйыу. □ Обирать, собирать ягоды. Муйыл сиреу. Ҡарағат сиреу.
СИРКӘ (Р: козёл; И.: һе-goat; T.: keçe) и. диал. ҡар. кәзә.
Кәзә тәкәһе. □ Козёл, һөҙгәк сиркә.
СИРКӘНДЕРЕҮ (сиркәндер-) ҡ. йөкм. ҡар. сиркәнеү 1, 2. понуд. от сиркәнеү 1, 2.
СИРКӘНЕҮ (сиркән-) (Р: брезговать; И.: have a distaste for something; T.: iğrenmek) ҡ.
1. Бысраҡтан һ.б. ерәнеү. □ Брезговать, испытывать отвращение к чему. // Отвращение. Сиркәнеп тороу. Сиркәнеп ултырыу. М Бай, сиркәнеп, ҡулын артҡа йәшерҙе. Я. Хамматов. Ширҡәт таралып, кешеләр һуңынан колхозға дөйөмләшкәс тә, был иген ағыуына оҙаҡ ҡына сиркәнеп ҡаранылар. Р Өмөтбаев.
2. һыуыҡтан ҡурҡыу. □ Испытывать неприятное ощущение, дрожь (от холода). К һиҫкәнә йән, сиркәнә тән һәм сымырлай арҡалар. Ш. Бабич.
СИРКӘҮ [рус. церковь] (Р: церковь; И.: church; T.: kilise) и.
540