СИРЛЕ
1. Христиан динен тотҡан кешеләрҙең дин һәм дини йола уртаҡлығы менән берләшкән ойошмаһы. □ Церковь. Сиркәу ру-ханийы. Православ сиркәу. Католиктар сиркәуе.
2. Христиан динендәге кешеләрҙең ғибәҙәт йорто. □ Церковь. / Церковный. Сиркәу майҙаны. Сиркәу ҡыңғырауҙары. Сиркәу манараһы. ■ Бер рус ауылының сиркәу эргәһенән эйәртенешеп утеп барғанда, уларҙы оло ғына йәштәрҙәге рус ҡатыны туҡтатты. Я. Хамматов. Сиркәу ҡыңғырауҙары, даң да доң ғауғалашып, улар араһындағы әңгәмәне өҙҙо. Б. Рафиҡов.
СИРҠАНДЫРЫУ (сирҡандыр) (Р.: вызывать отвращение; И.: cause a distaste for something; T.: iğrendirmek) к.
1. Әшәкелеге, бысраҡлығы һ. б. менән күңелде тартындырыу, ытырған д ырыу, ерән-дереү. □ Вызывать отвращение. Бысраҡлыҡ сирҡандыра.
2. Һыуыҡтан ҡурҡыу, ытырғандырыу. □ Вызывать неприятное ощущение, дрожь. Сирҡандырып ебәреу. Сирҡандырып тороу. ■ Шырлыҡ эсендәге беренсе талға ҡағылыу менән, Әхмәтйәндең өҫтөнә һибелгән ғәжәп һалҡын ысыҡ, йоҡа кулдәге аша сирҡандырып, тәнен ҡороштороп алды. И. Ноғоманов.
СИРҠАНЫС (Р: омерзительный; И.: disgusting; T.: çirkin) с.
1. Ерәнеү, ытырғаныу тойғоһо уятҡан; ерәнес. □ Омерзительный, отвратительный. М Тәфкилев беҙҙең тарихта сирҡаныс, мәлғун нәсәп. Ш. Бабич. Был сирҡаныс ку-ренешкә минең тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Д. Юлтый.
2. Һыуыҡ, өшөткәс. □ Вызывающий неприятное ощущение, дрожь. Сирҡаныс һыу. Сирҡаныс һыуыҡ. И Аяҡ аҫтарында, унда-бында, таҡырайып ҡатҡан ҡар осмоттары куренгеләй, һалҡындан былай ҙа өшәнгән тәнде ҡурыштырып сирҡаныс ел иҫә. И. Ноғоманов.
СИРҠАНЫС АЛЫУ (сирҡаныс ал-) ҡ. ҡар. сикәнес алыу 2. ■ Абдулла тубәнгәрәк барып сисенде лә кулгә төшөп сирҡаныс алды һәм ҡолас ташлап йөҙөп китте. Н. Мусин.
[Рафиҡ] тәрәнгәрәк инеп сирҡаныс алғас, ҡолас ташлап йөҙөп китә. Л. Якшыбаева.
СИРҠАНЫУ (сирҡан-) (Р: брезговать; И.: be squeamish (about); feel disgust; T.: iğrenmek) ҡ.
1. Әшәкенән, бысраҡтан күңел тартыныу; ытырғаныу, ерәнеү. □ Брезговать, чувствовать отвращение. М [Байгилде] тәу тапҡыр бала шикелле ҡурҡып, сирҡанып ҡысҡырып ебәрҙе. 3. Биишева. Мансур сафлыҡты иман иткән куңеле бысраҡҡа ҡағылыуҙан сирҡанды. Ә. Хәкимов. [Ир] ку-решергә бысраҡ ҡулын һуҙҙы. Сирҡанһа ла, тотто Кәбир. М. Хужин.
2. Һыуыҡтан, һалҡын һыуҙан ҡурҡыу. □ Испытывать неприятное ощущение, дрожь (от холода). М Юлдаш менән Кыҙырас, кәмә янына килеп еткәс, әйберҙәрен ергә ырғыттылар ҙа, иртәрәк булғанға һыуға төшөргә сирҡанып, аяҡтарын кулдең йомшаҡ һары ҡомона батырып, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. 3. Биишева. Көҙгө өшәндергес һыуҙа ла сирҡанмай ул [Абдулла]—хеҙмәттә саҡта уҡ кунегеп бөткән. Н. Мусин. Беребеҙҙән-беребеҙ бәләкәйерәк өс ҡыҙ бала иренешеп кенә тороп тышҡа сығабыҙ һәм ысыҡ йыуып төшөргән ҡаҙ уләне буйлап сирҡана-сирҡана ялан аяҡ аласыҡ мөйөшөнә барып, иҫнәй-иҫнәй, еҙ ҡомғандан бер-беребеҙгә һыу ҡойошоп, бит-ҡулды йыуабыҙ. М. Ҡаһарманова.
СИРЛЕ (Р: хворый; И.: sick, ailing; T.: hastalıklı) с.
1. Ниндәйҙер бер ағзаһында сире булған. □ Хворый, больной. Сирле кеше. Сирле хайуан. Сирле бала. Сирле йөрәк. ■ [Ихсанбай] уҙе былай сирлегә лә оҡшамаған, бурһыҡ майын эсә торғас, бурһыҡтан бы-лайыраҡ һимергән. Т. Ғарипова. • Сирлегә йәйге селлә лә һыуыҡ. Мәҡәл. Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәу йөрөгәнең артыҡ. Мәҡәл.
2. Боҙолған, серегән ере булған. □ Испорченный, гнилой. Сирле ағас. Сирле картуф. Сирле емеш. И Көндәр йылытҡас та, уны [картуфты] мөгәрәптән сығарып, сирле булбеләрҙе айырып, орлоҡто йылы, яҡты
541