Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 542


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИРЛӘТЕҮ
урында тоторға кәрәк. «Ейәнсура таңдары», 11 май 2013.
3. кусм. Яман, насар, аҙғын, мәкерле.
□ Беспутный, развратный, распущенный, коварный. Сирле ойошма. Сирле ил. К Әшәкелекте ҡырып һепермәй тороп, йунләп йәшәп китә алмаясаҡбыҙ. Илебеҙ сирле. Д. Бүләков.
СИРЛӘТЕҮ (сирләт) ҡ. йөкм. ҡар. сирләү, понуд. от сирләү. ■ Башҡайыма ҡайғы төштө тип, йәш йөрәккәйемде сир-ләтмә. Халыҡ йырынан.
СИРЛӘҮ (сирлә-) (Р.: хворать; И.: fall Ш, be ill; T.: hasta olmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер сирҙән ауырыу. □ Хворать, болеть. Ҡаты сирләу. Йыш сирләу. Ҡапыл сирләу. Сирләп йөрөу. ■ Зөһрә туй етер көндә генә, тамағына һалҡын тейҙереп, ҡаты сирләп китте. 3. Ураҡсин. • Эшләмәй ашаһаң, сирләмәй улерһең. Мәҡәл.
2. Серек, боҙоҡ ере, сире булыу. □ Болеть, испортиться. Алмағастар сирләй — ҡорт төшкән. Йәшелсәләр сирләй. Температура режимы өҙлөкһөҙ уҙгәреп торғанлыҡтан, бөтә уҫемлектәр ҙә сирләй.
СИРЛӘШКӘ (Р: хилый; И.: sickly; T.: sık hastalanan (kimse) с.
Ауырыуға бирешкән, йыш ауырыған.
□ Хилый, болезненный. Сирләшкә бала. Сирләшкә әҙәм. ■ Ашағанда уҡ йоҡлап ултырған йонсоу, сирләшкә Наиләне атаһы кутәреп тигәндәй карауатҡа һала. Ә. Хәкимов. Сөләймән тыуғандан бирле сирләшкә генә ине. Ғ. Ибраһимов. Шулай рәхәт минуттар кисереп өҫтәл янында ултырған сағыбыҙҙа, тәҙрә алдында сандыр буйлы һуҡыр ҡарт пәйҙә булды. Уны мәйет төҫө ингән сирләшкә бер уҫмер етәкләгән. Д. Юлтый.
СИРЛӘШТЕРЕҮ (сирләштер ) (Р: болеть изредка; И.: be ill [on and off]; T.: bazen hastalanmak) ҡ.
һирәк-һаяҡ ауырып алыу. □ Болеть изредка. Сирләштереп алыу. Сирләштереп тороу. ■ Совхозда ун йылдан артыҡ эшләне Мансур, ара-тирә сирләштереуен иҫәпләмәгәндә, уға ял теймәне. Ә. Хәкимов.
«Әбейем сирләштерә», — тине олатай төшөнкө тауыш менән. Г. Яҡупова.
СИРМЕШ I (Р: мариец; И.: [the] Mari; T.: Çirmişler) и. һөйл.
1. Мари кешеһе. □ Мариец, марийцы. Сирмеш кешеһе. Сирмеш араһы. ■ Тыныс булмаған осорҙа сирмеш ауылдары мотлаҡ башҡорт ауылдары менән йәнәш урынлашҡан булған. «Табын», 3 апрель 2013. • Сирләмәгән сир тапҡан, сирмеш сире йәбешкән. Мәҡәл.
2. диал. Милләте билдәһеҙ кеше. □ Человек неизвестного рода и племени. Ҡыҙҙары әллә ниндәй сирмешкә кейәугә сыҡҡан.
СИРМЕШ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir tribal subdivisions; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бөрйән, бошман-һыуын-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡыпсаҡ, ҡошсо, кесе табын, ҡырғыҙ, ҡыр-ҡаңлы ырыуҙары араһы. □ Родовые подразделения башкир-бурзянцев, бушман-су-ун-кыпчаков, кара-кыпчаков, кошсы, кесе-табынцев, киргиз, кыр-канлинцев. Сирмеш ырыуы башҡорто.
СИРМЕШ ТҮБӘТӘЙЕ (Р: сычуг; И.: rennet-bag; T: şirden) и. диал. ҡар. таҙғарын.
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындағы бүлек; күҙле ҡарын. □ Сычуг (часть желудка жвачных животных).
СИРОП (сиробы) [ит. siroppo < ғәр. ‘эсемлек’] (Р: сироп; И.: sirop; T: şurup) и.
Шәкәр иретмәһенең һыуҙа йәки емеш-еләк һутында ҡуйыртылған бер төрө. □ Сироп. Емеш сиробы. Сироп ҡайнатыу. Сироп ҡойоу. Сироп әҙерләу.
СИРРИ [ғәр. l5j^] (Р: таинственный; И.: enigmatic; T: sırlı) с. иҫк. кит. ҡар. серле.
Асылы билдәһеҙ. □ Таинственный, загадочный. Сирри хат. Сирри ҡараш. ■ Хаҡ Тәғәлә бирһен уға йәннәт сирри хурҙарын. Бәйеттән.
СИРСА (Р: десна; И.: gum; T: diş eti) и.
1. анат. Теш ите, теш ҡаҙнаһы. □ Десна. Сирса боҙолоу. Тешемдең сирсаһы шешкән.
2. диал. Ағас ҡайырыһы. □ Кора (нижней части ствола старого дерева).
542