Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 543


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СИРТЕҮ
СИР-СИРПӘТ и. йыйн. диал. ҡар. сир-сырхау. Сир-сирпәт яфалай.
СИРСЫҠ и. диал. ҡар. сыйырсыҡ.
Сирсыҡтар килгән.
СИРСЫҠ ҺЫУЫҒЫ (Р.: холода в мае; И.: cold spell in May; T.: Mayıs ayındaki soğuklar) и. диал.
Май айында сыйырсыҡтар бала осорған мәлдәге һыуыҡлыҡ. □ Холода в мае, в период вылета птенцов скворцов. Сирсыҡ һыуығы emme.
СИР-СЫРХАУ (Р: болезнь; И.: ailment; T.: hastalık) и. йыйн.
Һәр төрлө сир, ауырыу; сир-сирпәт. □ Болезнь, хворь. Төрлө сир-сырхау. Сир-сырхау яфалау. Йоғошло сир-сырхау. ■ «Сир-сырхау курмәй, ҡайғы-хәсрәтһеҙ уҫ, ғумерле бул, балам», — тип Мансур ҡыуанысынан йылмайып, баш ҡағып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Ҡартлыҡ, кәрһеҙлектәр, сир-сырхауҙар, туҙға яҙған буш һуҙ — төш кеуек.
3. Биишева.
СИРТЕЛЕҮ (сиртел-) ҡ. төш. ҡар. сиртеү. страд, от сиртеү. Н Купме ғу-мер йәшәп, һис кемдән тырнаҡ менән дә сиртелгәне юҡ. Д. Бүләков.
СИРТЕҮ (сирт ) (Р: щёлкать кого-что; И.: flip; snap; T.: fiske vurmak) ҡ.
1. Баш бармаҡҡа эләктереп бөккән һуҡ йәки урта бармаҡты ҡапыл ысҡындырып, тырнаҡ менән һуғыу. □ Щёлкать кого-что, давать щелчок. Маңлайға сиртеу. Башҡа сиртеу. Танауға сиртеу. К Аҡйелек угеҙҙе мөгөҙөнән тотоп алған да мацлайына сирткән. Әкиәттән. Гөлкәй Зарифа алдында башын эйеп торған Ҡыҙырастың танауына уҙенең нәҙек кенә бармаҡтары менән әкрен генә сиртеп алды. 3. Биишева.
2. Бармаҡ йәки нимәнеңдер осо менән берәй нәмәгә төртөп һуғыу. □ Стучать. // Стук. Тәҙрә сиртеу. Өҫтәл сиртеу. ■ Бейеп китһәң — батмус еҙҙән, сиртәм уймаҡ кейеп. Г. Ҡотоева. Алыҫ Көнсығыш һуйырҙары уйнаған саҡта ҡытҡылдамай, ә мылтыҡ көбәгенә бармаҡ менән сирткәндәге кеуек кенә тауыш сығарып, тыҡылдап ҡына тик ултыралар. С. Шәрипов.
3. Музыка ҡоралында уйнап, ҡылын һуғыу. □ Тренькать, бренчать. // Треньканье, бренчание. Ҡумыҙ сиртеу. Гитара сиртеу. Мандолина сиртеу. ■ Байғусҡарға ҡеуәт биреп, Хәбибйән думбыраһын сиртте. Ф. Аҡбулатова.
4. Ҡарпып, ҡармаҡҡа ҡабыу (балыҡҡа ҡарата). □ Клевать, брать (о клёве рыбы). Ваҡ балыҡ сиртә. И Балыҡтар ҡояш нурҙарында көмөш тамсылар сәсрәтеп сиртәләр ҙә, туңәрәк һырлы йондоҙҙар яһап, төпкә сумалар, уҙҙәрен ҡыуалаған эре балыҡтарҙан ҡасып юҡ булалар. Һ. Дәүләтшина. Үҙенең ҡармаҡтары сирте-уенән өмөт өҙгән Хәйҙәр иптәше янына шым ғына килеп баҫты ла уның ҡалҡыуыстарын куҙәтергә кереште. Ф. Иҫәнғолов.
5. кусм. Кемдер ниндәйҙер хәлдә ҡалыу, килеп ҡабыу, эләгеү. □ Оказаться в каком-л. положении; попасться на удочку. Ҡыҙҙар ҡармаҡҡа сиртә.
6. Ҡабығын ярыу. □ Лущить. // Лущение. ■ Сәтләуектәр сиртеп, һикереп уйнай кәлтә ҡойроҡ, йылғыр тейенең. А. Игебаев.
7. кусм. һөйл. Кемделер, нимәнелер ҡулға төшөрөү; эләктереү, урлау. □ Украсть, стянуть. ■ [Барсынбикә:] Эй Ихсанбай, балаҡайым... Ошо мәл һин ҡыҙҙарҙың иң һылыуын сиртеп йөрөп әйттерер буҙ егет булыр инең дә бит! Т. Ғарипова.
8. кусм. Тейеп ҡуҙғатыу, уятыу (хис-тойғоно). □ Растревожить, разбередить. Куңел ҡылдарын сиртеу.
9. диал. Ут сығарыу. □ Высечь огонь. ■ Зажигалка әллә нисә ҡабат сыртылдатып сирткәс кенә саҡ тоҡанды. Һ. Дәүләтшина.
10. диал. ҡар. моронлау 1. Сыбар тауыҡтың себештәре сиртә башлаған.
♦ Күңел ҡылын сиртеү нескә тойғолар уятыу. □ Задеть струны души. М Дәртле кукрәк кукрәуенән сиртте куңелем ҡылдары. Ғ. Амантай. Таныш булмаған тойғолар куңел төпкөлөндәге ҡылдарҙы сирткәндәй итте. М. Хужин. Ҡылын сиртеп {йәки тартып) ҡарау кемдеңдер уй-ниәтен белергә тырышыу. □ соотв. Закидывать, забрасывать удочку. Уның ҡылын тартып ҡарарға кәрәк. Сиртһәң, ҡаны сығыр<ға тора> һимеҙ,
543