СИРТЕШ
ҡыҙара бүртеп торған кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Кровь с молоком. ■ Миңһылыу еңгәнең элекке сиртһәң, ҡаны сығырҙай булып торған биттәре һурылған, сәстәре йоҡарған. Р. Солтангәрәев. Танауға сиртеү берәй эштә кемдәндер өҫтөн сығыу. □ соотв. Утереть нос кому-л. Тырнаҡ менән дә сиртмәү саҡ ҡына ла теймәү. □ Не обижать, не притеснять, доел. И ногтём не тронуть. ■ Ташбулат бисәһенә тырнаҡ менән дә сирткәне юҡ. С. Агиш.
СИРТЕШ (Р.: игра в щелчки; И.: sort of game; T.: fiske vurarak oynanan oyun) и.
Сиртешле уйыны. □ Игра в щелчки. Сиртеш уйнау. Малайҙар сиртеш уйнай.
СИРТЕШЕҮ (сиртеш-) ҡ. урт. ҡар. сиртеү 1, 3. взаимн. от сиртеү 1, 3. ■ Улар оҙаҡ ҡына юҡ-бар хәбәр һөйләп, һаҡ ҡына бер-береһенең ҡылын сиртештереп ҡаранылар. Д. Бүләков.
СИРТКЕ (Р: крючок капкана; И.: trig, arresting device [in a trap]; T.: kapanın bir detayı) и.
Ҡапҡандың дуғаһын эләктереп тотоп торған ырғаҡ. □ Крючок капкана. Ҡапҡандың сирткеһе ысҡынған.
СИРТКЕС (Р: курок; И.: trigger; T.: tetik) и.
1. Атыу ҡоралының пистонға һуғып ут сығара торған өлөшө. □ Курок, ударник в винтовке. Мылтыҡтың сирткесен тартыу. Сирткескә баҫыу. Сирткескә баҫыуҙан тыйылыу. Н [Поленов] наган көбәген Хисмә-тулланың кукрәгенә терәне, ләкин сирткесте тартырға батырлығы етмәне. Я. Хамматов.
2. диал. ҡар. сиртке.
СИРТМЕШ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенең араһы. □ Родовое подразделение башкир-усерганцев. Сирт-меш араһы башҡорто.
СИРТМӘ I (Р: рессора; И.: springer; Т.: zemberek) и.
1. Бөккән, баҫҡан һайын һуҙыла һәм кире ҡайта торған һығылмалы нәмә; пру
жина. □ Рессора, пружина. / Пружинный. Сәңгелдәк сиртмәһе. Ҡарауат сиртмәһе. ■ Аҡ мендәрҙә аҡ биләугә биләнеп, бала ята сиртмә бишектә. А. Игебаев.
2. Бер осо нығытылып, икенсе осо мәйшелдәп торған таяҡ (төрлө маҡсатта ҡулланыла). □ Гибкий прут; рессора. Киле сиртмәһе.
3. Ҡоҙоҡтоң һыу күтәрә торған оҙон һайғауы. □ Журавль колодца. М Ҡайҙалыр ҡоҙоҡ сиртмәһе ыңғырашып ҡуйҙы, ниндәйҙер угҫмаған килен төнгә ҡаршы һыуһыҙ ҡалғандыр. Ә. Бикчәнтәев. Ағас һауыт-һабалар, ҡолға, ҡул тирмәне, сиртмәле ҡоҙоҡ боронғо тормошто бөтә ысынбарлығында куҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. «Урал», 26 август 2013.
4. Ҡыуғын ағасын йылғаның тәрән яғына йүнәлтер өсөн яр ситенә йөҙҙөрөп ҡуйған бүрәнә кәртә. □ Бон (плавучее заграждение). Сиртмә ҡуйыу.
5. Йәш ағасты бөгөп, әҙ генә тартҡас та ысҡынырлыҡ итеп эләктереп, осона тоҙаҡ ҡуйып яһалған һунар ҡоралы. □ Пасть (охотничья ловушка). Сиртмә ҡороу. Сиртмә менән ҡош тотоу.
СИРТМӘ II (Р.: рожа; И.: St. Anthony’s fire; T.: yılancık) и. мед.
1. Йоғошло тире ауырыуы; сырхыуат. □ Рожа (инфекционная болезнь). Сиртмә йоҡтороу.
2. миф. Шешек эйәһе. □ Рожа (дух болезни). ■ Сиртмә булһа, бысаҡты өс тапҡыр шешкән урынға төртәләр һәм сир ергә кусһен өсөн бысаҡты ергә һуғып алалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СИРТМӘ ДОҒАҺЫ (Р: заговор от рожи; И.: charm against erysipelas; T.: yılancığı büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Сиртмә әпсене. □ Заговор от рожи. Сиртмә доғаһын уҡып өшкөрөу.
СИРТМӘК (сиртмәге) (Р: поплавок; И.: float; T.: şamandıra) и. диал. ҡар. ҡалҡыуыс.
Ҡармаҡ ебенә йәки йылым, ау кеүек балыҡ тотоу ҡоралдарының өҫкө бауына тағылған, һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй торған еңел нәмә. □ Поплавок. Сиртмәк ташлау.
544